Күптәрҙең еңел генә байып, рәхәт йәшәгеһе килә. Шуға ла улар әллә ниндәй пирамидаларға барып эләгә. Хатта, үҙе ҡулланмаһа ла, наркотик таратырға ризалашып, рәшәткә артына инеп киткәндәр бар. Арыу уҡ ҡына тормош кисереп, кешеләрҙең яҙмыштарын өйрәнгән әҙип булараҡ, йәштәргә аҡса тураһында үҙ фекеремде белдерергә булдым.
Әсәйем бер ҡасан да кешенән аҡса алып торманы. “Бурысҡа алған аҡса һинеке түгел ул. Уны ҡасан да ҡайтарып бирергә кәрәк. Бурысҡа алыу – алдағыңды ашау!” – тиер ине. Тормош булғас, донъя көткәс, бурысҡа ла инеп китәһең. Тик һәр саҡ сама беләһең. Көс етмәҫтәй бурыс һине йоҡонан яҙҙыра, депрессияға дусар итә, йөрәкте бөтөрә.
Кинйә улым менән декрет отпускыһында ултырғанда “Орифлейм” компанияһында аҡса эшләргә булдым. Етәксем миңә, стажерына, һатылмай ятҡан үҙенең тауарҙарын бирҙе лә, эшкә өйрән, тип сығарып ебәрҙе. Таныш-белештәрем күп булғас, тиҙ генә һатып бөттөм. “Әһә, булдырам әле, минән һатыусы сыға!” – тип ҡыуанып теге ҡатынҡайға барҙым. Ул аҡсаны йомарлап тотоп алды ла: “Бына һатырға өйрәндең. Хәҙер кредитҡа барып тауар ал, шунан 20% -ҡа арттырып һат. 20%-ты һинеке булыр, ҡалғаны менән кредитыңды ябырһың”, – тине. Мин инде тауарымды һата алманым. Сөнки бер аҙна элек кенә таныштарым косметикалы булғайны. Әгәр ашамлыҡ һатһам, көн дә алыусы табылыр ине. Ә косметикаға кеше йылына бер нисә тапҡыр ғына эйә була. Шунан һата алғанымды процентһыҙ, үҙ хаҡына, һата алмағанын бүләккә ебәреп бөттөм. Илай-илай кредитты декрет аҡсаһы менән яптым. Бына һиңә бизнес! Етәксемдең: “Косметика һатҡан һайын килемдең бер өлөшөн долларға әйләндереп һалып барһаң, бер-ике йылдан Төркиәгә осор инең”, – тип өгөтләүе лә ярҙам итмәне, башҡа бер ҡасан да аулы (сетевой) маркетингка барып башымды тыҡманым. Ысынлап та, финанс пирамидалары кеүек аулы маркетингтар ҙа кешене сырмай, һәр саҡ хәүефтә тота. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр ошо ысул менән байығып та китәлер. Һәр хәлдә эшҡыуарлыҡ һәләте һәр кемгә лә бирелмәй.
Эшҡыуарҙар үҙҙәренең ныҡышмалы булыуы менән айырылып тора. Бизнесты марафон менән тиккә генә сағыштырмайҙар. Старттан финишҡа барып етеп, еңеүсе булыр өсөн бик оҙаҡ йүгерергә, сыҙамлы, әҙерлекле булырға кәрәк. Эшҡыуарҙың эше килеп сыҡмай, бөлгөнлөккә төшһә лә, ул финанс белемен камиллаштырып, хаталар аша күп яҡшы нәмәгә өйрәнеүен дауам итә һәм тағы ла оҙайлы марафон өсөн старт ала.
Иғәнә, хәйер-саҙаҡа йәлләмәгән эшҡыуарҙарҙың эше уңыусан була. Сөнки улар мохтаждарҙы ярлыҡай, ярҙам итә, бәләнән, ауырыу-сырхауҙан ҡотҡара. Бизнесмен изгелек ҡылып ныҡ ҡәнәғәтләнә, ҡыуана, кешеләрҙең рәхмәте уны дәртләндерә. Аллаһ үҙе лә изге йәнле заттарҙы ярҙамынан айырмай, сауап үҙенекен итә – уңышҡа илтә.
Яңыраҡ Бөрйән районы хакимиәте башлығы, “менеджер-етәксе-иҡтисадсы” һөнәрен үҙләштергән Ғәзиз Манапов журналға интервью биргәнендә финанс белемен үҫтереү тураһында бик фәһемле һүҙҙәр әйткәйне: “Иң ҡыйыны – килемеңде һанау ғына түгел, киткән сығымыңды ла һанау. Күпселегендә йәштәрҙең, шул иҫәптән урта быуын кешеләренең дә, эшләгән эш хаҡына ҡарағанда расходы күберәк булып китә. Ә ябай ғына аҡса законы – һәр ваҡыт сығымың килемеңдән саҡ-саҡ ҡынаға булһа ла әҙерәк булырға тейеш”.
Тапҡаныңды шунда уҡ ашап-эсеп бөтөп, теләнселәп йөрөү ҙә хупланмай. Кеҫәңдә тинләп булһа ла, оя төбө ятһын. Аҡса үҙенең янына аҡса һөйрәй, тигәндәрендә лә хаҡлыҡ бар. Аҡса бер үҙе ятмаһын, янында ише булһын тип, кеше тырышып, ал-ял белмәй эшләй, һәм кеҫәгә уң яҡтан да, һул яҡтан да аҡса ағыла. Мин үҙем, мәҫәлән, янсығымда 1 йә 2 доллар тотам. Эргәһенә доллар ҡунаҡламаһа ла, һумдарҙан өҙөлгәнем юҡ, сөнки ял көндәрем дә эш менән үтә.
Әлеге мәлдә кредит карталары, микрозаймдар күбәйҙе. Ваҡытында бурысыңды ҡаплап өлгөрмәһәң, соҡорға төшөп китмәҫмен, тимә. Шул тиклем ҡатмарлы мәлдә йәшәйбеҙ. Күҙҙе ҡыҙҙырған, анһат аҡса вәғәҙә иткән, ҡотортҡан, әүрәткән нәмәләр күп. Ә совет заманында ундай әүрәткестәр булманы. Пальто йә итек, йәиһә мебель һатып алыу ҙа ҡыйын ине. Шул проблеманы “ҡара касса” хәл итте. Берәй эре нәмә һатып алыр булһаҡ, биш-алты кеше тупланып, бер айҙа беребеҙгә, икенсе айҙа икенсебеҙгә күпмелер сумма йыйып бирә инек. Бик кеҫәгә лә һуҡмай, затлы тауар алырға мөмкинлек тә тыуа. Кеше һәр ваҡыт ауыр ситуациянан сығыу юлын табырға тырыша. Әммә хәҙер күптәр, үҙе лә һиҙмәҫтән, мутлыҡ ҡорбанына әүерелә.
90-сы йылдарҙа финанс пирамидалары үрсеп китте. Почта аша 5 кешегә 20-шәр һум аҡса һалһаң, 5 кеше тағы бишәүҙе табып, һиңә 20-шәр һум аҡса ебәрә. Шунан тәгәрмәс әйләнә лә әйләнә, кешеләр йыйыла ла йыйыла... Күпме килеп сыға? Уһууу! Шулайтып тиҙ генә байығып китәһең. Әллә күпмеһе фатирлы булған, күптәр машина һатып алған, йәнәһе лә. Был пирамида ла тиҙ арала ҡойолоп төштө. Уйын башлаусылар ысынлап та байығып ҡалды. Аҙаҡҡа ҡалып, кеше таба алмағандар ебәргән аҡсаларын да кире ҡайтара алмай, уйынға мауыҡтырған таныштарын ҡарғап йөрөнө. Кеше һаман да киҫәмәй. Уның психологияһы ҡыҙыҡ. Ауыҙы бешһә лә, өрөп ҡабырға онота.
Яңыраҡ башҡорттар “Финико” ауына эләкте. Күптәр, миллионлап һумға кредит алып, өптәлде. Килемдән ҡолаҡ ҡағып, ҡайһы берәүҙәр ошо көнгәсә елгә аҡсаһын елгәрә – кредитын түләй. Был системаны Кирилл Доронин тигән бәндә уйлап сығарған икән. Клиент автомобиль йә фатир хаҡының 35% “Финико” счетына күсерһә, бер нисә айҙан өй туйлаясаҡ, йә машинала елдерәсәк, тип ымһындырған ул. Хатта был компанияға ҙур сумма тығып, ай һайын шуның 30% алып ятыу мөмкинлеген дә вәғәҙәләгәндәр. Был “уникаль система” ла элекке пирамидалар кеүек үк өҫтәгеләр сереп байығас, ҡапыл ғәйеп булды. Доронин “аҡсаларҙы партнерҙар сәлдерҙе” тип проектын юҡҡа сығарҙы.
Бөгөн дә яңынан-яңы пирамидалар ҡапыл байығырға теләгән кешеләрҙең аҡсаһын “ашай”. Быйыл уларҙың һаны былтырғынан 1,5 тапҡырға артҡан. Рәсәй Банкыһының “ҡара исемлеге”ндә 2 000-дән ашыу финанс-мутлыҡ ойошмалар иҫәпләнә. 2023 йылда, 2022 йыл менән сағыштырғанда, уларҙың иҫәбе 47%-ҡа артҡан булған. Ҡот осмалы хәл был. Мошенниктар ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн пирамидаларҙың эш механизмын аңларға, ысулына төшөнөргә кәрәк. Сөнки күп осраҡта улар инвестиция менән шөғөлләнгән компаниялар битлеге аҫтында коммерция ойошмаһы сифатында барлыҡҡа килә. Ойоштороусылар халыҡ индергән аҡса ҡиммәтле металға, биткоинға, ҡыйбатлы ҡағыҙға күсә, тип күҙ буяй. Яңынан-яңы кешеләрҙе – “донорҙарҙы” йәлеп итмәйенсә, ойошма һиңә бер тин дә түләмәй. Мутлашыу схемаһы буйынса килем кәмей башлаһа, үҙең һалған аҡсаңды ла кире ҡайтара алмайһың. Ойошма юҡҡа сыға.
“Буратино мажаралары” фильмында Алиса исемле төлкө менән Базилио атлы бесәй йырлаған йыр иҫегеҙҙәме? Булат Окуджава ниндәй шәп текст яҙған уға!
Беҙ таламайбыҙ бер кемде,
Иҫәр ауға үҙе инер.
Бысаҡ менән янамайһың,
Ә рәхәтләнеп алдайһың.
...Ерҙә алйоттар бар саҡта
Рәхәт йәшәү алдаҡ менән...
Мул аҡса өмөт итеп, Алиса менән Базилио кеүек мутлашыусылар тоҙағына инә күрмәгеҙ, йәштәр! Ипотекаңды тиҙ арала ябасаҡһың, шәп иномаркала елдерәсәкһең, тип ауыҙ һыуын ҡойоп һөйләүселәрҙән һаҡ булығыҙ. “Бушлай сыр тәпелә генә була” тигән һүҙҙе бер ҡасан да иҫегеҙҙән сығармағыҙ! Ҡара тир түгеп, тырышып-тырмашып тапҡан аштан да татлыһы юҡ ул. Бәрәкәтле лә, ҡәҙерле лә. “Тыуа байыҡма, тора байыҡ” тигән әйтемдәгесә, йән биргәнгә йүн бирә ул Хоҙай. Ҡулың – эштән, башың белемдән генә ялҡмаһын.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Фото: https://www.freepik.com/free-photo/coins-stacked-dirt-with-plant-copy-space_11764137.htm