Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2025, 05:03

УРАҘАҒА ӘҘЕРЛЕК

Ул ашамай йөрөү генә түгел, ә бик яуаплы ғибәҙәт. Шуға күрә уға алдан уҡ әҙерләнә торорға кәрәк.

УРАҘАҒА ӘҘЕРЛЕКУРАҘАҒА ӘҘЕРЛЕК
УРАҘАҒА ӘҘЕРЛЕК

Быйыл ураҙа 1 мартта башлана. Ул ашамай йөрөү генә түгел, ә бик яуаплы ғибәҙәт. Шуға күрә уға алдан уҡ әҙерләнә торорға кәрәк.
БЫНА, МӘҪӘЛӘН, АШАҒАНЫҢ ХӘЛӘЛМЕ?
Аллаһтың рәсүле ﷺ үҙ нәсихәтен иң элек беҙгә харам ашауҙың ҡурҡыныслығын аңлатыуҙан башланы. Ысынлап та, кешенең ҡарынына ингән харам ризыҡ уның доғаһын яуапһыҙ ҡалдыра. Нисек инде, кеше ҡулдарын күтәреп доға ҡыла, Аллаһтан нимәлер һорай, өмөтләнә, ләкин ҡорһағы тулы харам була?! Беҙ һеҙҙең менән шундай бер заманда йәшәйбеҙ: “мин мосолман” тиеүсе күп кенә кешеләр харам һәм хәләл ризыҡтарҙы бөтөнләй айырмай. Ҡайһы берҙәре, белһә лә, быға еңел ҡарай. Күп кеше, сусҡа ите булмаһа, ҡулланған ризығын хәләл тип уйлай. Теләһә ҡайҙан теләһә ниндәй һыйыр иттәре, тауыҡ иттәре һатып ала, әммә уларҙың “бисмилләһ” әйтелмәйенсә салынған мал йә ҡош ите икәнен уйлап та бирмәй.
Бер ваҡыт, никах мәжлесенә килгәс, табын уртаһында колбаса ҡушып яһалған салатты күреп, әкрен генә хужабикә янына килдем дә уны өҫтәлдән алып ҡуйыуҙарын һораным. Ул ваҡытта һатыуҙа хәләл колбасалар юҡ ине әле. Хужабикә артыҡ аптырап тормайынса: “Ҡайҙа, килтерегеҙ бында, муллалар ҡайтып киткәс ашарбыҙ”, – тине. Уның ҡыҙының никахына килгәс, доғаларыбыҙ ҡабул булһын тип, мин әҙәп менән харам нәмәләрҙе ситкә алыуҙы үтенгән инем. “Мәжлестә ҡылған доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуы һәм балаларының имен, бәхетле тормоштары иң элек кемгә кәрәк булды икән?” тигән һорау күңелемде әле лә борсоп тора.
Аллаһ Тәғәлә Үҙ бәндәләренә бер нәмәне харам итер алдынан улар өсөн күпкә хәйерлерәк икенсе нәмәләрҙе хәләл ҡылды. Ҡайһы ғына харамды миҫал итеп килтерһәк тә, уның тирәләй хәләл булған әллә күпме ниғмәттәрҙе күрәбеҙ. Мәҫәлән, Аллаһ беҙгә зина ҡылыуҙы харам ҡылһа, алмашҡа күпкә хәйерлерәк булған ғаилә тормошон, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе хәләл итте. Аллаһ сусҡа итен харам ҡылды, ләкин, күрегеҙ, сусҡа тирәләй күпме пак, хәләл булған хайуандарҙы теҙеп ҡуйҙы: һыйыр, ат, болан, мышы, һарыҡ, кәзә, ҡуян, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә, йылға һәм диңгеҙ балыҡтары һ.б. Аллаһ биргән хәләл ризыҡтарҙы рәхәтләнеп ашайһы урынға, кеше, харамын эҙләп, шуныһын ашай.
Харам ризыҡ ашау, харам кәсеп менән йәшәү, харамдан кейенеү, харамдан ғаиләңде тәьмин итеү – быларҙың барыһы ла донъя тормошон бәрәкәтһеҙ итә, Ахирәт көнөндә лә олуғ ғазаптарға сәбәп була. Аллаһтың илсеһе ﷺ: “Кем харам менән мал кәсеп итә, шул, малын биреп ҡол азат итһә лә, туғанлыҡ ептәрен бәйләһә лә, был уның өҫтөнә хәсрәт кенә булып төшәсәк”, – тигән (әт-Табарани риүәйәте).
Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең харам мал-мөлкәттән һаҡланмауҙарын нәҡ туғанлыҡ бурыстары менән аҡламаҡсы була: “Мин бит нисәмә туғаныма терәк булып торам”, “Мин күпме саҙаҡалар бирәм, күпме мәсеттәргә ярҙам итәм”... Халҡыбыҙҙың боронғонан килгән бер һүҙе бар: “Мең һум саҙаҡа биргәнсе, бер һум харам малдан һаҡлан”. Аллаһ ҡуйған сикте боҙоп, кемдеңдер хаҡына инеп алған байлыҡ менән изгелек ҡылып булмай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер сәхәбәһенә әйтте: “Дөрөҫлөктә, харамдан үҫкән тән бер ҡасан да Йәннәткә инмәҫ!” (Ибн Хиббән риүәйәтендәге сахих хәҙис).
Ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә Ибн Ғәббәстең дә (Аллаһ унан риза булһын) шундай һүҙҙәрен риүәйәт ҡылалар: “Хәләл кәсеп бер тауҙы икенсе тауға күсереүҙән ауырыраҡтыр”. Шуға ла кешеләр еңелен эҙләйҙәр. Ҡарағыҙ, күпме кеше башкөллө харам кәсепкә сумған! Тәбиғиндәрҙән Юныс ибн Ғөбәйд (Аллаһ уға рәхимле булһын): “Бөгөнгө көндә хәләл дирһәмдән дә аҙ сарыф ителә торған нәмә белмәйем”, – тигән. Үҙ күҙе менән сәхәбәләрҙе күргән Юныс үҙе йәшәгән заман тураһында шулай әйткән икән, беҙгә бөгөнгө көнөбөҙ хаҡында нимә әйтәһе ҡала?
Әгәр берәр нәмә һине ҡылған доғаңдың яуабынан мәхрүм итһә, тимәк, ул нәмәнән тыйылыуың, һаҡланыуың доғаңдың ҡабул булыуына сәбәптер. Харам ашау доғаның ҡабуллығынан мәхрүм итһә, хәләл ризыҡ, киреһенсә, доғаң ҡабул булыуға сәбәптер. Хәләл ризыҡ ҡулланып, хәләл тормош алып барған кешенең ризығы бәрәкәтле, ғәмәле изге, доғаһы ҡабул була, ин шәә Аллаһ.
Сәғд ибн Әби Ваҡҡас (Аллаһ унан риза булһын) сәхәбәләр араһында үҙенең доғалары ҡабул булыуы менән танылған. Кешеләр бының сере тураһында һорашҡас, ул: “Ҡайҙан килгәнен һәм ҡайҙан сыҡҡанын белмәй тороп, бер киҫәк ризыҡты ла ауыҙыма ҡапҡаным булманы”, – тигән.

 

Йософ хәҙрәт Дәүләтшин.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас