Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2025, 06:31

Өй башы

Ҡараһа, ни күрә! Йорто алдында...

Өй   башыӨй   башы
Өй башы

Инде нисәнсе көн Хөсниямал ҡарсыҡ бригадир Фәхрисламдың теңкәһенә тейә. Урамда ғына түгел, хатта өйөнә тиклем барып тынғыһыҙлай. Фәхрислам сабыр ғына:
– Хөсниямал апай, бер-ике көнгә сабыр итегеҙ, бригадтағы ике тракторҙың береһе ремонтта, бөгөн булмаһа, иртәгә ремонттан сыға, ферма малына ташып өлгөртә алмайбыҙ, ҡапыл шулай ҡыш булып китер тип кем уйлаған, – тип көн дә уны тынысландыра.
Бөгөн дә Хөсниямал ҡарсыҡ уны урамдан үткәнен ҡарауыллап торҙо ла ҡаршыһына сыҡты, тик бригадир әллә алдан һиҙҙе, ҡапыл боролоп, Мулләхмәттең ҡапҡаһына инеп юғалды. Ҡарсыҡ күпме генә уны ҡапҡа төбөндә һағалаһа ла, Фәхрислам сыҡманы, һыуға батҡан кеүек юҡ булды. Бер аҙ көтөп торғас ҡына Хөсниямал төшөндө. Ул бит Мулләхмәттең баҡсаһы аша ғына Әселе йылғаһы буйындағы ат һарайы аша тайған булып сыға. Ҡарсыҡ күңелһеҙ генә өйөнә табан атланы. Бесәне ике-өс аҙна малына ашатырға етерлек, тик ҡырҙағы кәбәне ишеге алдында ултырһа, ышаныслыраҡ бит. Аллаға шөкөр, яланда ҡалған бесәнгә ҡул һуҙыусылар юҡ, юғиһә, ҡайһы ауылдарҙа бесән урлаусылар ҙа бар. Хөсниямал тынысланып, кистән олоп, дауыллап боҙола башлаған һауа торошона ла әллә ни әһәмиәт бирмәй йоҡларға ятты.
Иртән көндәгесә ҡараңғылы-яҡтылы уянып, ҡомғанын тотоп кәртә-ҡураһы яғына ыңғайланы. Ҡараһа, ни күрә! Йорто алдында кәбән ултыра. Өҫтөн төнөн яуып үткән ҡар ҡаплаған. Хөсниямал ҡыуанысынан нишләргә белмәне. Бына бит, Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән кәбәнемде лә һөйрәтеп алып килгәндәр. Ваҡыт һуң булһа уятып тормағандарҙыр инде, тип тиҙ генә эшен бөтөрҙө лә күрше йәшәгән тракторсы Фәриткә юлланды. Был ваҡыт Фәрит кейенеп, тракторын йылытып ҡабыҙа торайым тип, йорто алдына сыҡҡайны. Хөсниямал килеп етер-етмәҫтән хәбәрен теҙҙе:
– Эй! Рәхмәт яуғыры! Аяҡ ҡулың һыҙлауһыҙ булһын инде, мине уятып та тормағанһың, ҡаты йоҡлағанмын, кәбәнемде алып та килгәнһең икән. Трактор тауышын да ишетмәгәнмен, һәтәү! – тигән булып аҡланырға тотондо.
Фәрит:
– Бер ни ҙә аңламайым, Хөсниямал инәй, мин бер ҡайҙа ла йөрөмәнем, тракторымды кисә саҡ йүнәтеп бөттөм, ниндәй кәбән тураһында һөйләйһең ул? – тип аптыраулы ҡараштарын әбейгә йүнәлтте.
– Һуң, кем алып килде икән? Әйҙә ышанмаһаң барып ҡара, – тип әбей үҙенекен һөйләне.
Фәрит ҡоймаһы аша күршеһенең яғына күҙ атты һәм түҙмәй шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Эй! Хөсниямал инәй, өйөңдөң башын ҡара әле, өйөңдөң башы юҡ бит.
Әбей, ышаныр-ышанмаҫ, башын өйө яғына бороп ҡараны һәм:
– Ләхәүәллә, ни ғәләмәт, төнгө олоған дауыл өйөмдөң башын күтәреп алып китеп, ишегем алдына ҡалдырып киткән икән, – тигән булып Фәриткә ҡушылып кеткелдәп көлгән булды.
Борон һалам менән ябылған өй баштары баҫылған кәбәндән һис тә айырылмай ине шул. Ә өйҙөң ҡыйығын ҡайҙа инде ул ҡаҙау ҡағып ултыртыу! Ҡурыс йүкә менән сырмайҙар ҙа һалам йә ҡабыҡ менән ябып ҡуялар ине.

Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас