Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2025, 04:53

ҺӨЙӨН!

Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан атлап киттеңме?

ҺӨЙӨН!ҺӨЙӨН!
ҺӨЙӨН!

Бәхет ул - Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәлә биргән донъя ниғмәттәренән тәм таба белеүҙә, бар булғанға Аллаһҡа шөкөр ҡылып йәшәүҙә.

🌺Һөйөнөр өсөн мең сәбәп:
Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан атлап киттеңме?
🌺Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…

🌺Тәҙрәнән донъяның матурлығын: аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы, сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?
🌺Тағын һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күреүҙән мәхрүм күпме һуҡырҙар бар.
🌺Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?
🌺Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй…
🌺Һөйләшә алаһыңмы?
🌺Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!
🌺Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?
🌺Табынға ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы? Аллаһҡа шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп!
🌺Беҙгә бик ябай ғына тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туя алмаған илдәр, халыҡтар күпме?

🌺Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы?
🌺Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-язҙа белмәгәндәр ҙә бик күп!
🌺Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/front-view-woman-covering-her-eyes_30577735

Автор:
Читайте нас