Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2025, 05:56

Һаҡаллы һәм йөнтәҫ леди

“Был минең ҡыҙым түгел. Уны мин урмандан табып алдым”, — тип барыһына ла аңлата Эспиноса.

Һаҡаллы һәм  йөнтәҫ ледиҺаҡаллы һәм  йөнтәҫ леди
Һаҡаллы һәм йөнтәҫ леди

1834 йыл. Мексиканың ҡуйы урмандары араһында йәшәгән индеец ҡәбиләһенең бер ҡатыны бала таба. Әммә йөрәк аҫтында туғыҙ ай йөрөткән сабыйына тәүге ҡараш ташлағас та ҡысҡырып ебәрә яҙа. Уның ҡулында, әйтерһең, маймыл балаһы ята. Донъяға тәүге ауазын һалған был бәләкәй генә, йөнтәҫ кенә ҡыҙға алда ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та тормош юлы үтергә тура киләсәк...

Әсәһе балаһынан ояла

“Был минең ҡыҙым түгел. Уны мин урмандан табып алдым”, — тип барыһына ла аңлата Эспиноса. Ҡап-ҡара йөнлө сабыйҙан оялһа ла, ташлап китергә йөрәге етмәй әсә кешенең. Үҙем таптым тип әйтеүе лә ҡурҡыныс: ауылдаштары сабыйҙы йә енгә иҫәпләп, йә ҡарғыш төшкән тип әллә нимә эшләтеүҙәре бар. Кешегә ҡарағанда хайуанға нығыраҡ оҡшаған ҡыҙына ул Юлия тип исем бирә.
Юлияның бөтә тәне, хатта бите ҡара ҡаты йөн менән ҡапланған. Танауы ла, ҡолаҡтары ла маймылдыҡын хәтерләтеп, һерәйеп тора. Ҙур итеп асылған ауыҙында ҡыйыш тештәре күренеп ҡала...
Хәҙерге заман кешеләре ҡыҙҙа гипертрихоз ауырыуы булғанын яҡшы аңлай. Әммә ул ваҡытта... Йәштәштәре Юлияны “Горилла” тип урап үтә, өлкәндәр уға ҡарап: “Эспиноса маймыл менән гонаһ ҡылған”, — тип бышылдаша.
Ҡыҙҙың атаһы кем булғаны билдәһеҙ. Әсәһе балаһын, урманда таптым, тип һөйләп йөрөһә лә, яратып тәрбиәләй. Эспиноса Пастран фамилиялы иргә кейәүгә сыҡҡас та, сабыйын ҡалдырмай, үҙе менән яңы ғаиләһенә алып китә.
Әммә Юлияға 14 йәш тулғас, әсәһе мәрхүмә булып ҡала. Шул көндән башлап ул үҙ көнөн үҙе күрә. Ҡыҙ штат губернаторы ғаиләһенә өй йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша. Тап ошо йортта ул уҡырға, яҙырға, бейергә, йырларға өйрәнә.
Губернатор ғаиләһендә алты йыл тирәһе эшләгәс, ни сәбәп менәндер унан китергә ҡарар итә. Юлия тыуған ауылына ҡайтырға сыға. Шул мәлдә уға М. Райтс исемле сәйәхәтсе осрай. Был эшлекле, хәйләкәр ир Юлияға бер ҡараш ташлауы була һәм 138 сантиметр буйлыҡ ҡына йөнтәҫ ҡыҙ ярҙамында нисек аҡса эшләргә мөмкин икәненә төшөнә.
Райтстың башына шунда уҡ “Ғәриптәр шоуы” тураһында уй килә. Ул ваҡытта бындай цирктар бик популяр була. Төрлө ауырыуҙарҙы, зәғифтәрҙе йыйып, концерт ҡуйып йөрөйҙәр. Улар йырлап, бейеп, башҡа төрлө һәләттәрен күрһәтеп, кешеләргә тамаша ҡыла. Хәйләкәр ир Юлияға: “Күп итеп аҡса эшләгең килһә, һинең агентың булырға рөхсәт ит”, — тигән тәҡдим яһай. Ҡыҙ күп уйлап тормай. Унан былай ҙа көләләр, былай ҙа уға һәр кем төртөп күрһәтә, текәлеп ҡарай. Ниңә һуң бының өсөн аҡса алмаҫҡа?

Уны күрер өсөн сираттар һуҙыла

Юлия Пастрананың тәүге сығышы Нью-Йорк ҡалаһында үтә. Халыҡ залда шығырым тулы була. Маймылға оҡшаш ҡатындың йырлап, бейеп концерт ҡуйыуы тураһында һүҙ тиҙ тарала. Ҡыҙ бер нисә тапҡыр сығыш яһай. Ләкин тиҙ арала агенты Райтс уны алдағанын белеп ҡала. Ир килемдең күп өлөшөн үҙ кеҫәһенә һалып барған, баҡтиһәң. Тышҡы ҡиәфәте башҡаларҙан айырылып торһа ла, аҡыл кимәле буйынса Юлия бер ҙә ҡалышмай. Шуға ла йәһәтләп Райтс менән мөнәсәбәттәрен өҙә лә Бич фамилиялы икенсе агент менән эшләй башлай.
Бич Юлияны бөтә штаттар буйлап алып йөрөй. Ҡыҙ балдарҙа, парадтарҙа ҡатнаша, һалдаттар алдында ла сығыш яһай. Уның билдәлелеге көндән-көн үҫә бара. Шул арала ҡыҙҙы Теодор Лент исемле бер ир күреп ҡала һәм уның менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Юлияны нисек тә булһа үҙенең ҡанаты аҫтына алырға тигән маҡсат ҡуя. Әммә Бич бик тәжрибәле агент. Хеҙмәткәрҙәренә лә бик ғәҙел ҡарай, үпкәләтмәй. Унан ҡыҙҙы еңел генә алып китеп булмаясаҡ...
Теодор Лент бик хәйләкәр булып сыға. Ул иҫ киткес план төҙөп, Бичҡа эшкә урынлаша. Уның бурысы — артистарҙы атта алып йөрөү. Бик түҙемле генә итеп Юлияны берәй ҡайҙа алып барырға тигән бойороҡ көтә. Бына бер заман теләгәне тормошҡа аша: Бич Юлияны Балтиморға илтергә ҡуша. Лент юлдың яртыһында туҡтай ҙа Юлияға тәҡдим яһай! Шул уҡ көндө пар өйләнешеп тә ҡуя.
Артисын юғалтҡан Бич полицияға мөрәжәғәт итә. Юлия менән Теодорҙы ҡулға алғас ҡына, улар өйләнешкәне асыҡлана. Тимәк, башҡаса Бичтың бер нисек тә Юлияға бойороҡтар бирергә, Теодорҙан айырып алып китергә хоҡуғы булмай.

Рәсәйҙә лә була ул

Теодор Лент Юлияның концерт программаһы өҫтөндә дәртле итеп эш башлай. Хәҙер ҡыҙ бейеп, йырлап ҡына ҡалмай, ә музыка ҡоралдарында ла уйнай. Инде ирле-ҡатынлы Европаны яуларға ҡарар итә. Шулай улар “Һаҡаллы һәм йөнтәҫ леди” тип аталған турнеға сыға.
Ирле-ҡатынлы Лондонда уңышлы сығыш яһай. Әммә Германияла властар тамашаны тыйырға була: улар кешенең зәғифлеген улайтып күрһәтеүҙе аңлап етмәй. Бында ла Теодор Лент хәйләлек күрһәтә. Юлия битен ҡаплап сығыш яһай. Әммә иң аҙаҡтан ҡапыл битен асып ебәрә. Халыҡтың күренештән иҫ-аҡылы китә, аптырайҙар, көләләр. Ләкин барыбер властар бындай тамашаны тыйып ҡуя.
— Миңә бында эшләргә мөмкинлек бирмәгәстәр, Рәсәйгә барам, — ти Теодор Лент ҡатынына.
1858 йылда Рәсәй Империяһының гәзиттәрендә буласаҡ тамаша тураһында иғландар баҫылып сыға. Халыҡ йөнтәҫ ҡатынды түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Европала “Ғәриптәр шоуына” күнегеп бөткән булһалар ҙа, рәсәйҙәр өсөн “маймыл-ҡатын” мөғжизәгә тиң күренеш була. Был тамаша тураһында һөйләмәгән кеше ҡалмай. Ниндәй генә һүҙ таралмай! Юлияны хатта маймыл менән кешенең балаһы тип тә һөйләп бөтәләр. Уның ҡойроғо бармы, юҡмы икәнен асыҡларға теләүселәр ҙә табыла...
1859 йылда Юлия менән Теодор Рәсәйгә килеп еткәс, уларҙы ҙур йондоҙҙар һымаҡ ҡаршы алалар. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта үткән сығыштарында залдар туп-тулы булыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Халыҡ уларҙы бүләктәргә күмә, ҡунаҡҡа саҡыра, Рәсәйҙә йәшәргә ҡалырға әйҙәй. Тамашасылар Юлияның ысын кеше булыуына ихлас аптырай: улар кешегә оҡшаш маймылды көттө бит. “Баҡтиһәң, ул телһеҙ ҡурҡыныс зат түгел”, — тиҙәр уны күргәндәр. Эйе, Юлия һәләтле бейеүсе була, етмәһә, бер нисә тел белә. Күптәр уның бик аҡыллы, итәғәтле икәнен дә билдәләй.
1860 йылда гәзит биттәрендә Юлия тураһында юмористик әҫәр сыға. Йәнәһе, йәнтәҫ леди үҙенә ир эҙләй. Шул ваҡытта, хатта император кейәү кешегә 300 һум бүләк итә, тигән ғәйбәт тә тарала... Кешеләр быны ысынбарлыҡ тип ҡабул итә, Юлияға тәҡдимдәр яуа башлай. Уларҙы, әлбиттә, тәү сиратта ҡыҙҙың байлығы ғына ҡыҙыҡһындыра.
Тәҡдим яһаусылар тик бер нәмәне генә белмәй ҡала: кейәүҙә булған Юлия йөрәге аҫтында бала йөрөтә...
1860 йылда Юлия менән Теодор Ленттың малайҙары тыуа. Әсәһе кеүек үк ҡап-ҡара йөнлө сабый, үкенескә күрә, өс көн генә йәшәп өлгөрә. Ә тағы ике көн үткәс, Юлия үҙе лә мәрхүмә булып ҡала.

Мәрхүмә булһа ла, тынғы тапмай

Теодор Лент йәшәп өлгөрмәгән сабыйы, бала табам тип үлеп ҡалған ҡатынын юғалтыу ҡайғыһын оҙаҡҡа һуҙмай. Ул Мәскәү университетына мөрәжәғәт итә: Юлия менән сабыйҙың мәйеттәренән мумия эшләүҙәрен һорай.
Мумиялар әҙер булғас, Лент Рәсәйҙән Англияға китә... Ҡатынының һәм балаһының мәйеттәрен күрһәтеп аҡса эшләй башлай... Ә аҙаҡ, Юлия кеүек үк ауырыу менән ыҙалаған ҡыҙға өйләнгәс, мумияларҙы музейға арендаға бирә.
Яңы ҡатынын афишаларҙа Теодор Лент “Юлияның һеңлеһе” тип иғлан итә. Әммә элекке кеүек уңышҡа ирешә алмай. Тиҙҙән ир менән ҡатын араһы боҙола, улар айырылыша. Теодор Лент Санкт-Петербургка күсә. 1880 йылда ул аҡылынан яҙа башлай. Ғүмеренең һуңғы көндәрен ул психиатр дауаханаһында үткәрә.
Ә шул арала икенсе ҡатыны мумиялар һаҡланған музейға килеп, дәғүә белдерә. “Экспонат”тарҙы ҡулына алғас, ул үҙенең тамашаһын үткәрә башлай. Ҡатын мумияларҙы артҡа ҡуйып, улар эргәһендә бейеп, аҡса эшләй...
Юлия менән сабыйының мәйеттәрен оҙаҡ йылдар донъя буйлап йөрөйҙәр. Коллекционер ҡулында ла, Норвегияла ла, Германияла булалар. Тик 1970 йылдарҙа ғына кире АҠШ-ҡа барып эләгәләр. Бында уларҙы урам буйлап алып йөрөргә тип ниәтләйҙәр. Әммә, халыҡ ҡаршы сыҡҡас, был идеянан баш тарталар. 1997 йылда сабыйҙың мумияһы юғалтыла, ә Юлияның мәйете нисектер кире Норвегияға, Осло университетының береһенә барып эләгә. 2012 йылда ғалимдар мумия өҫтөндә тикшеренеүҙәр үткәрергә йыйына, әммә Мексика хөкүмәте ҡатындың мәйетен тыуған иленә ҡайтарыуҙы һорай. 2013 йылдың февралендә Синала-де-Лейва ҡалаһында Юлия Пастрананы ерләйҙәр. Мәрхүмә булғандан һуң 153 йыл үткәс кенә был ҡатын ер ҡуйынына тапшырыла...

Әнисә ТОТМАНОВА әҙерләне.

Фото: Wikimedia

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас