-3 °С
Ҡар
Башҡортостанда эш аҙнаһы башына һауа торошо фаразлана. Кесаҙна, 9 ғинуарҙа һауа торошоноң ныҡ боҙолоуы көтөлә. Синоптиктар буран сығыуын, епшек ҡар яуыуын, шулай уҡ боҙлауыҡ һәм һырынтылар арҡаһында юлдарҙағы көсөргәнешле хәлде көтә. Һауа температураһы бөгөн нулгә тиклем күтәреләсәк.
10 ғинуарҙа ла һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Термометр бағанаһы төндә -2,-7, көндөҙ +1,-4 градус күрһәтәсәк. Башгидрометүҙәктә өҫтәүҙәренсә, ял көндәрендә лә йылытыу дауам итәсәк: ҡайһы берҙә температура +2 градусҡа етәсәк.
Фото: "Башинформ".