Журналдың был һанында ла дуҫтарыбыҙ мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән.
Был юлы тышлығыбыҙҙың тәүге битен дестансты, Батырлыҡ ордены кавалеры Дамир Лоҡманов биҙәй. Яугир тураһында "Хәрби әҙерлек иманға тиң" тигән мәҡәләне уҡырһығыҙ. Танылған йырсы, Хәйбулла егете Азат Исҡужин тураһында "Үҙ-үҙеңде йәлләп йәшәргә ярамай..." тип исемләнгән мәҡәлә лә донъя күрҙе. Оҫта ҡуллы Артур Ниғәмәтов хаҡында ла "Тимер ҡабаланғанды яратмай" тигән мәҡәләбеҙ һеҙгә оҡшар тип ышанабыҙ.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә был юлы арҙаҡлы яҙыусы Яныбай Хамматовтың "Хәсрәтле баласаҡ" повесының беренсе өлөшөн, Әлиә Хәйретдинованың "Тәҡдир", Венер Исхаҡвтың "Таш өй", Салауат Кәримовтың "Ағайым һүҙе" хикәйәләрен тәҡдим итәбеҙ. Ә Ейәнсура районы ижадсыһы Гөлфиә Ишмөхәмәтованың менән Дағстан шағиры Алигаджи Магомедовтың шиғырҙары һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Йылдың беренсе һанында һеҙҙе иң шәп әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы яҙмалар көтә!