Кемел Тоҡаев
Билдәһеҙ эҙ (5) Аҙағы
Повесть
Имән артынан тағы күләгә күренде, электр фонарының яҡты нуры ялтырап ҡалды. Родионов аныҡ итеп ҡатын-ҡыҙ һынын күрҙе, хатта уның матур профилен төҫмөрләне. Ҡатын бер кемдән дә йәшенмәй, шикелле. Берәйһе осрашырға саҡырған, ахырыһы. Унда-бында фонарь уты ялпылдап ҡала, хихылдашҡан тауыштар тынмай. Күрәһең, имән эргәһендә ике ғашиҡ гөрөлдөгө сыға. Карта артынан килергә тейеш кешеләр ҡайҙа икән? Ниһайәт, ир тауышы тынды. Ҡатын үҙе генә ҡалды, шикелле. Ул имән төбөндә тора, бер ҙә тулҡынланғанға оҡшмаған.
Родионов ерҙән торҙо ла, лейтенантҡа иғтибар менән күҙәтергә ҡушып, имән яғына атланы. Ипле генә аҙымдар менән барҙы. Ҡатын бер нәмәгә лә иғтибар итмәй әүәлгесә торған урынында ҡалды. Майорға барып етергә ике аҙымдай ҡалғас, ул ҡапыл әйләнде. Шунан:
— Аһ! Кем бында? — тине, әммә тауышында ҡурҡыуҙың эҙе лә юҡ. — Һеҙме, иптәш майор? Ҡапыл таныманым, ҡурҡыттығыҙ бит. Һауа алыштырырға сыҡҡайным. Һеҙ ҙә йөрөп алырға булдығыҙмы?
Родионов бер мәлгә юғалып ҡалды. Ысынлап та, бында нимә ҡарайым тип әйтә ала? Ҡыҙыҡай, күрәһең, былай ғына сыҡҡан. Төндә йөрөүҙәр тыйылмаған. Бына ул хәҙер майор алдында ҡурҡмай ҙа, оялмай ҙа баҫып тора. Хатта ҡараңғыла ла уның йылмайғаны һиҙелә. Родионов үҙен ҡулға алды, ни тиһәң дә, ҡаршыһында Белова баҫҡан.
— Бында һеҙ эҙләгән нәмә юҡ, — тине Родионов. — Беҙҙең менән киттек.
— Әлбиттә, — тине ҡыҙ ғәмһеҙ генә итеп. — Күңеллерәк булыр...
Белованы штаб блиндажына индерҙеләр. Ул, ысынлап та, сибәр ҡатын-ҡыҙ, һәм, әлбиттә, үҙен тота белә. Белова тәҡдим ителгән ултырғысҡа ултырҙы ла тыныс ҡиәфәт менән блиндаждың юҡ-бар йыһазына вайымһыҙ ғына күҙ йүгертте. Хатта Родионовҡа ла ул бер әйбергә ҡараған һымаҡ ҡына ҡараш ташланы.
«Хәтәр төн, — тип уйланды Родионов. — Был тиклем бер ҙә тулҡынланғаным юҡ, шикелле».
Белова менән әңгәмә башлар алдынан, майор үҙ-үҙенән ҡаты һорау алды. Ни өсөн ул Беловала шикләнә? Уны имән эргәһендә ҡалдырылған билдәһеҙ эҙ менән төпсөк шундай фекергә килтерҙеме? Быны Белованан башҡа кеше лә эшләй ала. Етмәһә, уны Кондакованың үлемендә ғәйепле тип ышаныслы әйтеп булмай. Шаһиттар ҙа юҡ. Белованы Малярҙың ҡәбере эргәһендә ҡулға алдылар. Бәлки, ул сержантҡа ғашиҡ булғандыр ҙа хәҙер һағынып ҡәбергә килеп еткәндер? Бер уйлаһаң, бының өсөн ниңә төндө көтөргә? Ошо шиктәр һорау алғандан һуң юҡ булырға тейеш.
— Тыңлайым һеҙҙе, — тине тыныс тауыш менән майор. — Һөйләгеҙ.
— Нимә тураһында һөйләйем икән, ҡәҙерле майор? — Ҡыҙ мут йылмайҙы. — Мине ни өсөн ҡулға алғанығыҙҙы һеҙ аңлатырға тейешһегеҙ. Фронт командующийы мине, Белованы, нимә эшләткәнегеҙҙе белһә, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Һеҙ Сталинград һаҡсыһының намыҫына бысраҡ ташлайһығыҙ.
— Людмила Белованы беҙ яҡшы беләбеҙ. Ул, ысынлап та, герой, уны барыһы ла хөрмәт итә. Әммә һеҙ — Белова түгел. Бары тик уның ролен насар башҡарыусы. Үҙегеҙҙең ысын исемегеҙҙе ихлас оноторға тырышһағыҙ ҙа, дөрөҫө шул.
— Уйлап һөйләгеҙ. — Ҡыҙ ярһыны. — Миңә ундай ғәйеп тағырға нисек телегеҙ әйләнә?!
— Эйе, аңлайым, һеҙгә яңы ролгә күнегеп китеүе ауыр. — Родионов ҡыҙҙы ишетмәгәндәй дауам итте.
— Аптыратаһығыҙ. Барыһын да хәҙер үк аңлатығыҙ!
Родинов иғтибар менән ҡыҙҙың йөҙөн күҙәтте. Тыштан ул тыныс күренһә лә, тәжрибәле тәфтишсе бәләкәй генә ым-ишараларҙа уның ҡурҡыуын уҡыны.
— Холҡоғоҙҙо күрһәтмәгеҙ, — тине тыныс итеп майор. — Енәйәт ҡылғанһығыҙ икән, яуап бирергә әҙер булығыҙ.
— Минме ни?! — «Белова» ярһып тороп баҫты.
— Ултырығыҙ. — Родионов уны шунда уҡ ҡәтғи бүлдерҙе. — Ултырығыҙ һәм тыңлағыҙ. Кисә медикаменттар алам тигән һылтау менән һеҙ штабтан китеп радио аша үҙегеҙҙең шефығыҙ менән бәйләнешкә сыҡҡанһығыҙ. Һеҙгә картаны алып, фронт линияһын үтергә тигән әмер бирҙеләр. Ә инде үҙегеҙҙең «трофей» артынан килгәндә беҙ һеҙҙе ҡулға алдыҡ.
— Ниндәй карта, ти? Мин һөйөклө кешем менән хушлашырға килдем.
— Нимә? — Майор аптырауын йәшермәне. — Һөйөклө кеше?
— Эйе-эйе! Нимәһенә аптырайһығыҙ? Мин сержантты яраттым. Ҡайһы берәүҙәр майорҙарға ғашиҡ була, ә минең өсөн чиндар кәрәкмәй. Оҡшаһа, маймылды ла яратырға була.
— Бына хәҙер үҙегеҙҙең телдә һөйләшә башланығыҙ. Һеҙгә кеше ни, маймыл ни. Мөхәббәт тураһында бында һүҙ ҙә юҡ. Һеҙ нәфрәт кенә кисерә беләһегеҙ. — Майор урынынан торҙо ла уның эргәһенә барып, еңендә ятҡан сәс бөртөгөн алды.
Родионов таҙа ҡағыҙ битенә сәстәрҙе һалып, лупа аша ҡарарға кереште. «Белова», быға тиклем тыныс ултырһа ла, һиҙелерлек тулҡынлана башланы. Йөҙө ағарҙы, туҡтауһыҙ ирендәрен тешләне, урынында ыуаланды. Майор, сәс бөртөктәрен үҙе тикшереп бөткәс, ҡағыҙ битен шпион алдына һалды.
— Ошо сәстәрҙең ҡайһыһы һеҙҙеке?
— Мин ҡайҙан беләйем. Һеҙ белгес, үҙегеҙ әйтегеҙ.
— Ярай, ярҙам итәйем. Ошо сәс бөртөктәренең өсөһө лә һеҙҙеке. Эштең нимәлә икәненә төшөндөгөҙмө?
— Төшөнмәнем, — тип мыңғырланы «Белова». — Минән нимә кәрәк икәнен үҙегеҙ ҙә белмәйһегеҙ.
— Өс сәс бөртөгөнөң икәүһен һеҙ «һөйөклө» кешегеҙҙең ҡулында ҡалдырғанһығыҙ... Малярҙы нисек үлтергәнегеҙҙе һөйләгеҙ!
— Мин бер кемде лә үлтермәнем! — Ҡыҙ, баҫымға түҙмәй, ҡысҡырып ебәрҙе.
— Ҡыланмағыҙ, — тине лә майор, уйға батты. Шунан: — Төнө буйы йоҡламағанһығыҙ, барығыҙ, ял итеп алығыҙ, — тип өҫтәне.
Ҡыҙ шунда уҡ торҙо ла ишеккә табан атылды.
— Юҡ, көтөп тороғоҙ, — тип майор уны туҡтатып, усында ятҡан бысаҡты күрһәтте. — Был һеҙҙең бысаҡмы?
— Эйе, минеке.
— Ултырығыҙ. Ҡайҙан алдығыҙ?
— Дуҫым бүләк итте, — тине ҡыҙ, иңбаштарын һикертеп.
— Һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ. — Майор бысаҡтың ҡулында яҙылған датаға төртөп күрһәтте. — 4//2-43 нимәне аңлата?
— Фельдмаршал Паулюстың ғәскәре еңелгән дата.
— Сталинград эргәһендәме?
— Эйе!
— Хәтерегеҙгә үпкәләп алырға тейешһегеҙ, — тине майор. — Сталинград эргәһендәге фашист группировкаһын еңеү 1943 йылдың дүртенсе түгел, ә икенсе февралендә булды. Етмәһә, Белова, 28 ғинуар ауыр яра алып, ул көндә госпиталдә була. Һеҙгә бүләк биргән кеше календарҙы ҡарай белмәйме? Хәлегеҙҙән килмәһә, үҙем аңлатайым: 4//2-43 — һеҙҙең агентура номеры. Ул һеҙҙең пароль дә, пропускы ла. Бына шулай, госпожа Лей. Һеҙгә башҡа төрлө лә өндәшә алам — Ҡышҡы ҡарлуғас. Ә хәҙер барыһын баштан һөйләгеҙ.
Шпиондың ғорурлығынан, эрелегенән, һөмһөҙлөгөнән бер нәмә лә ҡалманы. Өҫтөнә һыуыҡ һыу һиптеләрме ни, бер йомғаҡ һымаҡ ул бөршәйеп ҡалды. Аҫҡа эйелгән башын ул ипләп кенә күтәрҙе лә ҡурҡыу тулы ҡарашын тәфтишсегә төбәне.
— Эйе, мин — Лей. Әммә был минең тәүге эшем, башҡаса ауыр енәйәтем юҡ.
— Алдашмағыҙ. — Родионов еңел тын алды. — Һеҙ һунар иткән кеше — Сөләймәнов ҡаты яраланған булған. Ә һеҙ уны үлтереп, картаһын урлағанһығыҙ. Тик бысраҡ эшегеҙҙе башҡарғанда һеҙҙе Маляр күргәнен белмәй ҡалғанһығыҙ. Артығыҙҙан ҡыуа төшкәс, күҙенә фонарь менән яҡтыртып, ошо ағыулы бысаҡты ҡаҙағанһығыҙ. Ҡолап барған сержант һеҙгә йәбешә — ике бөртөк сәсегеҙ уның ҡулында ҡала. Күрәһең, шунда уҡ картаны ҡуллана алмағанһығыҙ, сөнки уны мәрхүмдең ҡуйынына йәшергәнһегеҙ. Аҙаҡ һеҙгә ысын Белова менән осрашырға теләгән Кондакова ҡамасаулай. Унан да ҡотолоу юлы тапҡанһығыҙ. Күрәһегеҙме, ҡалай ҡанһыҙ итеп совет кешеләрен үлтергәнһегеҙ. Ауыр енәйәтем юҡ тигән булаһығыҙ.
— Мин быларҙы үҙемде яҡлар өсөн эшләнем, иптәш майор.
— Тотолоуҙан ҡурҡтығыҙмы? Шулаймы?
— Хәҙер барыбер түгелме? — Асыулы итеп яуап бирҙе Лей.
— Белованан да ҡурҡа инегеҙме? — тип һораны майор. — Ул һеҙҙең шундай мәкерле икәнегеҙҙе белмәгәндер инде.
— Уны күргәнем юҡ.
— Ә уның документтарын ҡайҙан алдығыҙ? — Майор, тартманы асып, Белованың документтарын сығарҙы.
— Миңә уны шеф бирҙе, фронт линияһының теге яғында уҡ.
— Ошомо? — Родионов шпионға фото күрһәтте. — Ул һеҙҙе парашют менән ташлап өлгөрә, әммә кире әйләнеп ҡайтмай. Зенитчиктарыбыҙ уны юҡ итте... Алдан уҡ әйтәм, енәйәттәрегеҙҙе йәшерергә тырышмағыҙ. Был һеҙҙең хәлде насарайтасаҡ.
Лей оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Еңелгәне әле генә башына барып етте. Хәҙер ул тырышып-тырмашып килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләй.
— Иптәш майор, — тине ул тыныс ҡына. — Минеңсә, барыһын асыҡтан-асыҡ итеп һөйләү ғүмеремде һаҡлап ҡалырға ярҙам итер. Үтенеп һорайым, гарантия бирегеҙ. Дөрөҫөн генә һөйләйәсәкмен.
— Һөйләгеҙ, — тине майор Лейҙың әйткәндәрен яҙып алырға әҙерләнеп. Ҡыҙ тотлоға-тотлоға һөйләй башаланы.
— Мин бәләкәйҙән Американың бер ҡалаһында йәшерен шпиондар мәктәбендә уҡыным. Мәктәптән һуң Европаға ебәрҙеләр. Унда Германия разведкаһына урынлашырға тейеш инем. Быны уңышлы башҡарҙым. Гауфман тигән немец менән таныштым, һөйәркәһе булып киттем. Ул минең шеф ине. Германия, Советтар Союзы, хәрби хәрәкәт тураһында мәғлүмәттәр йыйып «хужа»ға ебәрә инем. Әммә шулай уҡ немецтарға ла хеҙмәт итергә тейеш инем, юғиһә, мине тиҙ генә тоторҙар ине.
— Быны беҙ былай ҙа беләбеҙ, — тип бүлдерҙе майор. — Һуңғы операцияғыҙ тураһында һөйләгеҙ.
— Ярай, — тине Лей. — Шефтан линия фронты аша үтергә тигән бойороҡ алдым. Һеҙҙең яҡта тәүге осраған кеше Белова булды. Ул, госпиталдән сығып, ошо часҡа китеп бара ине. Уға, беҙҙең самолетты аттылар, экипаж үлде, мин, радистка ғына, тере ҡалдым, тинем. Әлбиттә, Белова миңә ышанып бөтмәне, һәр аҙымымды күҙәтте. Шулай ҙа ризығын йәлләмәне, ихлас бүлеште.
— Шунан? — тине майор шпиондың тынып ҡалырға уйлағанын тойоп.
— Һеҙҙеңсә, нимә эшләргә тейеш инем, иптәш майор? — Лей тулҡынланды. — Бында ҡурсаҡ уйнарға килмәгәнде үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ.
— Беләбеҙ, — тине ҡашы төйөлгән Родионов. — Бында һеҙ совет кешеләрен үлтерергә килгәнһегеҙ. Белова, Маляр, Кондакова — ҡорбандарығыҙ. Шулаймы?
— Мин үҙемде һаҡлар өсөн эш иттем, — тине шпион, тура яуаптан ҡасып. — Уларҙың һәр кеме мине тота ала ине.
— Шулай, — тине майор. — Белованы ошо бысаҡ менән үлтерҙегеҙме?
— Нимә менән үлтергәнем барыбер түгелме? — Лей танауын сирҙы. — Шулай, белгегеҙ килһә, эйе, шул бысаҡ менән. Белованың мәйете хәлемде генә алды. Ике көн буйы парашюттан төшкән урыныма һөйрәргә тура килде. Унда уға үҙемдең парашютты кейҙерҙем, йәнәһе, ул — үлгән агент. Маҡтаулы үлем тиергә лә була.
— Үҙегеҙгә ундай «маҡтау» теләмәйһегеҙме? — Родионов енләнә биреп һораны.
— Нисек бар, шулай һөйләйем. Мәрхәмәтле булыуығыҙға өмөт итәм.
— Нисек бар, шулай түгел шул. Беҙ әле һеҙҙең яралы Сөләймәновты нисек ыҙалатҡанығыҙҙы белмәйбеҙ.
— Ҡаршылыҡ күрһәтеп маташһа ла, мин уны тиҙ эшкәрттем, — тип дауам итте Лей. — Хәле юҡ ине, картаны алыу бер ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ул барыбер үлер ине. Снаряд ярсығынан булмаһа, икенсе нәмәнән.
— Һеҙ нимә әйтергә теләйһегеҙ? — Родионов һиҫкәнде.
— Ул минең арттан күптән күҙәтә ине, — тип аңлатты Лей. — Уны барыбер юҡ итер инем. Һалдаттар ғына ҡамасауланы.
— Маляр, Ефремов һәм башҡалармы? — тип һораны майор.
— Шулар. Шиксел кешеләр улар.
— Хәҙер барыһы ла аңлашыла, — тине Родионов. Ул шпионды оҙатырға һаҡсыларҙы саҡырҙы. Лей хәҙер борсолоуын йәшерерлек хәлдә түгел. Тупһаға еткәс, майорға һорауҙар яуҙырырға тотондо.
— Иптәш майор! Һеҙ гарантиялар тураһында бер нәмә лә әйтмәнегеҙ! Мәрхәмәтле булыуығыҙға өмөт итә аламмы? Мин бит бөтәһен дә һөйләнем. Үҙемдең төркөмдәге агенттар тураһында ла, Ҡышҡы ҡарлуғас шифры хаҡында ла һөйләп бирә алам. Тауышымды нисек үҙгәртеүемде лә әйтәм. Гарантия ғына бирегеҙ...
— Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, — тине Родионов. — Был һорауҙар буйынса беҙ һеҙҙе башҡа борсомабыҙ. Закон алдында яуап бирергә әҙерләнегеҙ.
***
Икенсе көндө бер төркөм һалдаттар имән урманында тыуған иленә тоғро ҡаһарман ирҙе — сержант Малярҙы оло хөрмәт менән ерләне. Тынлыҡҡа батҡан урманда өс тапҡыр салют яңғыраны.
Атайым хаҡында һүҙ
Бала саҡ
Кемел Тоҡаев 1923 йылдың 2 октябрендә ярлы ғаиләлә тыуған. Атаһы крәҫтиән эшендә бил бөкһә, әсәһе хужабикә була. Тыуған ере — Алматы (элекке Талды-Ҡорған) өлкәһе Ҡаратал районы Кальпе ауылы. Ағаһы Ҡасым, ҡаҙаҡ йолаһы буйынса, ҡартатаһында тәрбиәләнә, шуға ла икенсе фамилия йөрөткән. Уларҙың һеңлеһе лә була.
Атайымдың һөйләүҙәре буйынса, ул ауыр хеҙмәттең нимә икәнен бәләкәйҙән белеп үҫә. Атаһы Тоҡай тыйнаҡ, баҫалҡы кеше була. Ҡатынын ныҡ яратҡан, ғаиләһен ҡарауҙы төп бурысы тип иҫәпләгән. Әсәһе ауылдың беренсе һылыуы тип һаналған. Ҡунаҡсыл, ихлас ҡатындың өйөнән кеше өҙөлмәгән. Әммә был ябай ауыл ғаиләһенә иҫ китмәле аяныслы яҙмыш яҙылған булған.
1927 йылда Бөтә Союз коммунистар партияһының XV съезы ойошторола. Унда илдә ауыл хужалығын коллективлаштырыу кампанияһын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Был ҡарар ауыл халҡына оло фажиғә килтерә. Яңы тәртиптәр алып килгән бәлә атайымдың да ғаиләһен урап үтмәй.
Үҙенең хужалығын юғалтҡан ҡартатайым, астан үлмәҫ өсөн, тыуған ауылын ташлап китергә мәжбүр була. Ғаиләһе менән кәңәшләшкәндән һуң, Фрунзе (хәҙерге Бишкәк) ҡалаһында төпләнеп, ҡатмарлы ваҡыттарҙы шунда үткәрергә ҡарар итәләр.
Фрунзела ҡартатайым Яков исемле ирҙең ғаиләһенә эшкә ялланып, уларҙа йәшәргә килешә. Ҙур хужалыҡтың бер мөйөшөндә ултырған бәләкәй генә иҫке балсыҡ өйҙә бишәүләп көн күрә башлайҙар.
Ике йыл Бишкәктә йәшәгәндән һуң, ауыр хеҙмәт, ярлылыҡ, аслы-туҡлы тормош арҡаһында ҡартәсәйем ауырып китә, уны фалиж һуға. Яратҡан ҡатынының урынынан тора алмай ятыуын ҡартатайым ауыр кисерә, киләсәккә өмөтөн юғалта, үҙенә йомола. Кистәрен ул күҙ йәштәрен йәшереп, ҡатынын йыуатырға тырышып, хәбәр һөйләй, ә үҙе өс балаһына һағышлы ҡараш ташлап ҡуя. Күрәһең, бар һынауҙар әле алда икәнен тойомлаған...
Шулай уларҙың ғаиләһе өсөн фажиғәле 1933 йыл етә.
Бер көндө ҡартатайым, хужалыҡта эше бөткәс, хеҙмәт хаҡы урынына алған иҫке итекте икмәккә алмаштырырға баҙарға китә. Малайҙар ҙа, берәй ризыҡ табылмаҫмы тип, ҡала урамдары буйлап йөрөргә сыға. Юлда уларға милиция патруле осрай. Ябыҡ, иҫке-моҫҡоға кейенгән балаларҙы күреп ҡалғас, етем берәҙәктәр тип иҫәпләп, көс менән арбаға ултырталар. Балаларҙың атай-әсәйебеҙ бар тип илашыуҙарына иғтибар итеүсе булмай. Милиционерҙың береһе хатта, ауыҙҙарын япмаһалар, ҡоҙоҡҡа ташлайым тип янай. Бер сәғәттән ҡоттары осҡан малайҙарҙы балалар йортона урынлаштырып та ҡуялар. Шулай, ата-әсәһе булып та, ағалы-ҡустылы етемдәр рәтен тулыландыра.
Ә был ваҡытта өйҙәрендә фалиж һуҡҡан әсәләре менән бәләкәй ҡыҙы ғына була. Ҡыҙыҡай өшөп, мейес эргәһендә уйнай. Шул мәлдә ул, яңылыш ҡына абынып, утҡа ҡолай. Ҡыбырлай алмаған әсәгә балаһының янғанын ҡото осоп күҙәтергә генә ҡала... Йөрәге күтәрмәй, ул да бер нисә минуттан йән бирә. Бәлә килгәнен һиҙеп, ҡартатайым менән Яков өйгә йүгереп инә. Ҡартатайым барыһын күреп, ҡысҡырып иларға, ҡатыны алдына теҙләнеп, унан ғәфү үтенергә керешә. Яков һыу һибеп, утты һүндереп, күмергә әйләнгән ҡыҙҙың мәйетен мейестән ала.
Яков ҡартатайыма ҡатыны менән балаһын ерләргә ярҙам итә. Шунан улар икәүләп малайҙарҙы эҙләргә сыға. Билдәле, таба алмайҙар. Күршеләренең береһе уларҙы көсләп арбаға ултыртҡандарын күргән була. Аталары малайҙарын ҡоллоҡҡа алып киткәндәрҙер тип уйлай. Ул ваҡыттарҙа бындай хәлдәр киң таралған булған. Өйгә ҡайтҡас, ҡартатайым Яковҡа тормошоноң бер мәғәнәһе ҡалмағанын белдерә, ниндәйҙер мөғжизә менән улдары ҡайтып керһә, уларҙы ҡарауын һорай ҙа сығып китә. Шунан алып уны башҡа бер кем күрмәй.
Малайҙар яйлап балалар йортона күнегә. Һәр бер киҫәк икмәккә балаларса ҡыуаналар, хатта ҡайһы саҡ ашамай, йыйып та баралар. Йәнәһе, берәй ваҡыт өйҙәренә ҡайтһалар, туғандарына күстәнәс булыр...
Бер ай тирәһе балалар йортонда йәшәгәндән һуң, улар ҡасырға була. Әммә икәүләшеп сығып китеү ҡурҡыныс, сөнки милиция етемдәрҙе, берәҙәктәрҙе күҙәтеп кенә йөрөй. Шуға ла тәүҙә Ҡасым ҡасыр ҙа, ата-әсәһен тапҡас, ҡустыһы артынан килер, тип һөйләшәләр.
Бер аҙна үткәс, төндә ағаһы кире балалар йортона әйләнеп килә. Ҡасым, йоҡлап ятҡан балалар аша ипләп кенә атлап, урынына ята. Атайым, ағаһы насар яңылыҡтар алып килгәнен һиҙепме, йоҡлаған кеше булып ҡылана. Ҡасымдан дуҫы уның ҡайҙа булыуын һорай. Ул, күңелен бушатырға теләп, түкмәй-сәсмәй барыһын һөйләп бирә. Өс көн буйы ҡала буйлап йөрөгәс, өйҙәрен таба. Яков уға атаһы, әсәһе, бәләкәй һеңлеһе менән булғандарҙы бәйән итә.
Атайым барыһын ишетә. Әммә ул тетрәнеүен һиҙҙермәй, йәштәрен тыйырға тырышып, тәҙрә аша тулы айға ҡарап тын ғына ята. Ҡасым, ауыр көрһөнөп: «Кемел менән икебеҙ генә ҡалдыҡ был донъяла. Минең менән берәй нәмә булһа, ул бөтөнләй яңғыҙы ҡаласаҡ», — ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һүҙҙәре тормошҡа аша — туғыҙ йылдан Ҡасым Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Кемел Тоҡаев берҙән-бер туғанын, терәген юғалта.
Студент сағымда атайымдан тормошондағы иң ҡыйын мәле ниндәй булыуын һораным. Ул: «Иң ауыр минуттар ҡара ҡағыҙ — ағайымдың үлеме тураһында хат алыуым булды», — тине...
...Барыр ерҙәре, ҡайтыр өйҙәре булмағанына төшөнгәс, уларға балалар йортонда йәшәргә, шунда белем алырға тура килә. Бер йылдан тырыш, дисциплиналы Ҡасым старостаның ярҙамсыһы итеп һайланыла. Яңы мөмкинлектәрен ҡулланып, ул ҡустыһына бар яҡлап ярҙам итә, хатта өҫтәлмә киҫәк икмәк тә таба. Әммә унда хулиган балалар ҡамасаулағас, белем биреү тейешенсә алып барылмай. Шуға ла Ҡасым балалар йорто начальнигына, ҡустыһын яҡшы белем алырлыҡ ергә күсереүҙәрен һорап, хат яҙа.
Начальник был үтенесен кире ҡаҡмай, тиҙҙән икеһен дә Чимкент ҡурғаш заводының етем балалар өсөн интернатына күсерәләр. Тап шунда улар ҡулдарына тәүге документтарын — урта белем алыуҙары тураһында аттестат ала.
Уҡыу атайыма еңел бирелә. Ул тырышлығы, аҡылы менән башҡаларҙан айырылып тора. Айырыуса ҡаҙаҡ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҙур уңышҡа өлгәшә. Мәктәп йылдарында атайым Абай ижады менән таныша. Ҡаҙаҡ далаларының бөйөк шағиры ижадына ул ғашиҡ була. Киләсәктә был ҡыҙыҡһыныуы һөнәр һайлағанында роль уйнаясаҡ.
Атайым ғүмере буйы белемгә ынтылды. Эшһөйәр, түҙемле булды. Мәктәптә биргән характеристикала Кемел Тоҡаевтың уҡыуҙа тырыш булыуы, йәмәғәт тормошонда әүҙемлеге, тәртипте боҙмауы билдәләнгән. Ул юғары уҡыу йортона инергә хыяллана. Етем бала өсөн бик ҡыйыу маҡсат, сөнки уның таянырлыҡ, ярҙам итерлек яҡындары, ата-әсәһе юҡ.
Ә ул хыялланған! Йә журналист, йә тарихсы булам тип теләгән. Әммә шундай матур уйҙар уның өсөн хыял ғына булып ҡалыуы ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ була. Ауылдан сыҡҡан малайҙың, нисек кенә тырышһа ла, ата-әсәле ҡала балалары менән сағыштырғанда, мөмкинлектәре әҙерәк. Етмәһә, ул йылдарҙа рус телен белмәү юғары уҡыу йортоноң ишеген яба. Ә етемдәрҙең хатта заман әйберҙәрен тотоп ҡарау мөмкинлеге лә булмаған. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн хатта яп-ябай ҡул сәғәте — буй етмәҫлек хыял. Атайым да, уның класташтары ла шул әйбер тураһында хыялланған. Тик һигеҙенсе класта ғына уның ярҙамында нисек ваҡытты белергә икәнен өйрәткәндәр. Үкенескә күрә, атайым үҫкән мөхиттә иң юғары баҫҡыс ҡурғаш заводында эшләү була.
Шулай ҙа атайым интернатҡа эләгеүенә ҡыуана ине. Икенсе балалар йортонан төрмәгә тура юл һалынған, ә интернатта, исмаһам, астан үлмәнем, белем ала алдым, ти ине ул.
Тик ата-әсәһенең, һеңлеһенең үлеме уның күңелендә ҙур яра ҡалдырған була: ҡайһы саҡ ярҙам итә алмағаны өсөн үкенесле хистәргә бирелә, үҙенә йомола. Шундай ауыр мәлдәрҙә янында һәр ваҡыт Ҡасым ағаһы була. Кемелгә ул бар яҡлап ярҙам итә, йыуатырға тырыша. Ҡасым мәктәпте тамамлағандан һуң институтҡа инеп, ятаҡҡа урынлашып, ҡустыһын үҙенең янына алырға вәғәҙә итә.
Әммә был пландарҙы һуғыш боҙа. Ҡасым тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына. Ул политруктар курсына эләгә. Үкенескә күрә, 1942 йылдың февралендә ғәзиз ағаһы вафат була.
Һуғыш
Ағаһы һуғышҡа киткәндән һуң йыл ярым үткәс, атайымдың да сираты етә. Фрунзе пехота училищеһында сержант курстарын үткәс, уны Сталинград фронтына ҡараған хәрби часҡа ебәрәләр. Хәрби эш буйынса инструкторҙар ҡаҙаҡ егетен 226-сы уҡсы дивизияның бүлек командиры вазифаһына ҡуйырға кәңәш итә. Өс айҙан һуң ул йәрәхәтләнеп, госпиталгә эләгә. Йәш егет, яралары бөтәшә башлағас та, кире фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Шулай ул 1-се Украина, һуңынан 2-се Беларус фронтының составына ҡараған 7-се гвардия йырып сығыу танк полкына эләгә. Уның бурысы — баҫып алыу операцияһы барышында танкылар эргәһендә йөрөп, дошман һалдаттарын юҡ итеү.
Атайым, һуғыш тураһында һүҙ сыҡһа, хәрби эштәр ал да гөл итеп һүрәтләнгән әҫәрҙәргә ышанырға ярамай ти торғайны. Уның ҡан ҡойошло алышта ҡурҡыу белмәҫ һалдаттар, офицерҙар тураһындағы хикәйәләргә асыуы ҡабарҙы. Фронтовик булараҡ атайым бөтә һалдаттарҙың, айырыуса тәүге алышта, ҡурҡҡанын үҙ күҙе менән күргән. Тик ҡайһы берәүҙәр шул тойғоно еңә алып профессиональ һалдатҡа әүерелә, икенселәр ошо йәбешкәк хисте ғүмере буйы үҙе менән йөрөтә.
Үрҙә яҙып киткәнемсә, ауылдан сыҡҡан атайым рус телен бөтөнләй тиерлек белмәй. Һуғыш — уның тәүге тормош мәктәбе була. Күп йылдар үткәс, ниндәйҙер ғорурлыҡ менән: «Рус телен мәктәп партаһы артында түгел, һуғыш яланында өйрәндем», — тип әйткәйне. Ул телде өйрәнеүҙән бер ваҡытта ла туҡтаманы. Ғаилә архивында ҡағиҙәләр, миҫалдар яҙып алған блокноттары һаҡлана. Рус яҙыусыларының әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә күсергән, ҡайһы саҡ абзацлап ятлаған.
Атайым һөйләгән бер тарих иҫтә. Бер заман өс көнлөк алыштан һуң полк бөтөнләй аҙыҡ-түлекһеҙ ҡала. Баҫыу ашханаһына нимә булғандыр, билдәһеҙ, әммә ул һалдаттар янына килеп етмәй. Атайым алыштан һуң арып, хәлһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренә ризыҡ эҙләргә китә. Асыҡ яланға сыҡһа, үлтерелгән атты күреп ҡала. Шунда уҡ ул малды һуя. Итте рота позицияһына ташып, кемгәлер биҙрә менән һыу килтерергә ҡуша. Ат итен ауыҙ итеү бөтәһенә лә оҡшап етмәй, әммә аслыҡ үҙенекен итә. Ике сәғәттән ит бешеп сыға, һалдаттар тәмләп ашарға тотона. Аҙаҡ хеҙмәттәштәре атайыма рәхмәтен белдерә. Яуапҡа ул милли ризыҡ менән һыйланым тип шаярта.
Атайым танк полкы менән Беларус, Украина, Польша ерҙәрен үтә, Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнаша. 1944 йыл аҙағына ул Ватан ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.
Берлинға барып етергә яҙмай. 1944 йылда атайым яралана. Танкы башында ултырған һалдатҡа дошман снайперы ут аса. Шартлатҡыс пуля уның уң аяғына эләгә. Танкынан ҡолап төшөп, иҫен юғалта. Ун сәғәт тирәһе ерҙә ята. Санитарҙар уны носилкаға һалғанда ғына, аңына килә. Ҡаты яраланған булып сыға, итегенең эсенә ҡан тулған. Табиптар әйтеүенсә, пуля һөйәгенә эләгә. Белгестәр аяғын ампутацияларға ҡарар итә, әммә атайым аңына килеп, ҡырҡмауҙарын үтенә. Уны Гомель ҡалаһындағы хәрби госпиталгә ебәрәләр. Әммә унда ла оҙаҡ булырға тура килмәй, табиптар аяғына баҫа алмаған һалдатты «комиссовать» тигән ҡарар ҡабул итә. Шулай ул Омскиҙың хәрби госпиталенә эләгә.
Бында ла табиптар ампутациялау тураһында һүҙ ҡуҙғата. Атайым ауыртыу, һыҙланыуҙарға ҡарамаҫтан, уларға ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам итә. Бер аяҡлы булып ҡалһа, артабан йәш егет нисек көн итер? Нисек ғаиләһен ҡарар?
Күрәһең, ул ваҡытта уңыш атайым яғында булғандыр. Тиҙҙән уны йәш хирург күреп ҡала. Белгес һөйәктәрҙе урынына ултыртыу буйынса яңы ысул өҫтөндә эшләгән булып сыға. 30 йыл үткәс, был ысулды бар донъяла «Илизаров аппараты» тип беләсәктәр.
Шулай, Гавриил Илизаров менән осраҡлы осрашыу атайыма аяғын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Йәш хирург яраға махсус аппарат-шина һала. Егеттең йәш организмы тиҙ йүнәлер тип өмөт итәләр. Өс ай буйы дауахана карауатынан тормай ятҡас, ниһайәт, ҡултыҡ таяғы ярҙамында аяғына баҫа.
Һуғыштан атайым икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Йәшәрлек урыны ла, белеме лә, эше лә булмай. Ғүмерҙе яңынан башларға кәрәк. Таянырлыҡ кешеһе лә юҡ. Барлыҡ туғандары ауылда йәшәй, үҙҙәре осон осҡа саҡ ялғап көн күрә. Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә?
Атайым әллә нисә урынға эшкә урынлашып ҡарай. Әммә һәр ерҙә лә һау-сәләмәт кеше талап ителә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Алма-Атанан алыҫ булмаған ерҙә туғандарын таба. Улар уны йәшәргә индереүгә индерә, тик ҡунаҡсыллыҡҡа һаран булып сығалар. Бындай атмосферала ул оҙаҡ йәшәй алмай, ҡалаға барып, уҡырға инергә тигән маҡсат ҡуя. Туғандары уны нисек тә булһа үҙҙәрендә ҡалдырып, ҡара эшкә егергә теләй, һуғыштан ҡайтҡан инвалидтар бер кемгә лә кәрәкмәй, эш таба алмаясаҡһың, уҡырға кермәйәсәкһең тип, кире уйларға өгөтләйҙәр.
Уларҙың һүҙҙәренә иғтибар итмәй, атайым аяғын ныҡлап дауалағас, юғары уҡыу йортона инергә тигән ҡарар ҡабул итә.
Ауыр һуғыш йылдары атайымдың холҡонда тәрән эҙ ҡалдыра. Ун һигеҙ генә йәшендә фронтҡа эләгеп, сыныға, кеше яҙмышы, изгелек һәм яуызлыҡ, ғүмер һәм үлем тураһында белеп, һуғыш яланында тәрбиә ала. Ул ҡыйыу, ныҡлы, әммә йомшаҡ йөрәкле, маҡсатына ирешеүсән ир булып ҡайта.
Ғүмеренең ахырынаса атайым өсөн Еңеү көнө иң мөһим байрам булды. Был датаға ғаиләбеҙ менән бер нисә көн алдан әҙерләнә башлай торғайныҡ. Атайым һуғышта ҡатнашҡан таныштарын, дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырыр булды. Фронт туғанлығын ул иң ҡәҙерле, ә һуғышта ҡатнашыусылар ҙур хөрмәткә лайыҡ тип иҫәпләне.
Еңеүҙең 40 йыллығына атайым 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнде. Әммә ҡала военкоматы ни сәбәптәндер уны ветерандарға ойошторолған сараға саҡырырға онотто. Хөкүмәттең ҡарарына ҡарамаҫтан, Алма-Атала ул йылдарҙа фронтовиктарға тигән фатирҙар, машиналар, шифаханаға юлламалар менән бәйле аҫтыртын эштәр алып барылды. Ветерандарға тәғәйен льготалар бөтөнләй сит кешеләргә эләкте. Атайымды ла шулай иғтибарһыҙ ҡалдырҙылар. Әммә ул, ғорур кеше, һоранып йөрөмәне. Еңеү көнөндә ордендарын, миҙалдарын таҡты ла урамға башҡалар менән байрам итергә сыҡты. Уны таныштары ла, таныш булмағандар ҙа ҡотланы, ә ул йылмайып рәхмәтен әйтте. Һуғыш ветеранының күңелендә ниндәй үпкә ятыуын бер кем һиҙмәне...
Әҙәбиәткә ҡатмарлы юл
Һуғышта алған яралары арҡаһында атайыма кеше тупһаһын күп тапарға тура килә. Шулай ҙа өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы еңеп сығырға үҙендә көс таба. Бер нәмәгә ҡарамай уҡыу йортона инергә тигән маҡсат ҡуя. Ҡабул итеү комиссияһы ултырған залға, миҙал-ордендар таҡҡан, ҡултыҡ таяғы ярҙамында атлаған йәш һалдаттың килеп инеүе уҡытыусыларҙы вайымһыҙ ҡалдырмай. Комиссия ағзалары унан ниндәй факультетта уҡырға теләүен һорай. Рус телен насар белеүенән оялып, ҡаҙаҡ факультетында уҡығыһы килгәнен, бала саҡтан журналист булырға хыялланғанын әйтә. 1945 йылда уны С. М. Киров исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт университетына ҡабул итәләр.
Аҙаҡ атайым миңә уҡырға инеүе ҡатмарлы тормошоноң иң сағыу мәле булыуын әйтте. Был аңлашыла ла, сөнки 22 йыллыҡ ғүмерендә уның тәүге тапҡыр бәхетле киләсәккә өмөтө барлыҡҡа килә.
Әйткәндәй, ныҡлы шөғөлләнгәс, атайым рус телен бик һәйбәт өйрәнә. Фекерен был телдә яҡшы еткерә белде, ауыр текстарҙы ла төҙәтә ине, бик грамоталы яҙҙы. Тик һөйләшкәндә барыбер акцент ишетелде. Уның өсөн әсә һөтө менән һеңгән ҡаҙаҡ теле иң ҡәҙерлеһе булып ҡалды. Атайым туған телен ныҡ яратты, бик бай тип иҫәпләне. Йыш ҡына ҡаҙаҡ теленең төрлөлөгөнә донъяла тиңдәр юҡ, тип ҡабатланы.
Дәүләт архивында уның дипломы һаҡлана. Был документ атайымдың ни тиклем белемгә ынтылғанын күрһәтә. Балалар йортонда йәшәү, интернатта уҡыу, һуғышта ҡатнашыу кеүек күңелһеҙ тәжрибәгә ҡарамаҫтан ул юғары уҡыу йорто программаһын бик яҡшы үҙләштергән. Дипломында бер «өслө» билдәһе юҡ, бөтә фәндәрҙән дә тик «дүрт» тә «биш».
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1948 йылда атайҙы Джамбул ҡалаһына ебәрәләр. Өлкә гәзитендә бер йыл эшләгәс, Алма-Аталағы «Ҡаҙағстан пионеры» балалар гәзите редакцияһына күсерәләр. Бер нисә йылдан ул ошо гәзиттең баш мөхәрирре итеп тәғәйенләнә. Ҡаҙағстан журналистикаһы ветерандары әйтеүенсә, 50-се йылдарҙа гәзит бик үҙенсәлекле баҫмаға әүерелә. Ныҡ популяр була. Мәктәптәрҙә балалар гәзитте ярышып уҡый. Атайым тиҙҙән республика комсомолының Үҙәк Комитеты ағзаһы булып һайланыла.
Ошо гәзиттә эшләгәнендә уға нәфис әҙәби әҫәр яҙыу тураһында уй килә. Детектив жанрына тотонор алдынан ул ҡаҙаҡ пионерҙарына бағышланған «Йондоҙло поход» тип аталған тәүге китабын баҫтыра. Ҡәләмен һынау ғына була был. Уның яҙыусы юлы менән китергә теләгәнен ҡайһы бер коллегалары оҡшатып етмәй. Хатта бәғзе «тәнҡитселәр» теләген һүндерер өсөн тәүге китабын яманлап мәҡәлә яҙа. Әммә атайым ундайҙарға иғтибар итмәне, сөнки яҙышыуҙы ташламаҫҡа тигән ҡарар ҡабул иткән ине.
Атайымдың төндәрен йоҡламай яҙышып ултырыуы әле лә күҙ алдымда тора. 50-се йылдарҙа беҙ коммунал фатирҙың бер бүлмәһендә торҙоҡ. Күҙемде асһам, уты саҡ янған лампа яҡтыһында өҫтәл артында ултырған атайымды күрә инем. Һул ҡулына тәмәке тотҡан, ә уң ҡулы менән ниҙер яҙа. Шунан ул бер мәлгә генә уйға бата, һүнгән тәмәкеһен ҡабаттан тоҡандыра ла йәнә ҡағыҙға һүҙҙәр теҙергә керешә.
Беренсе китабы сыҡҡандан һуң өс йыл үткәс, милиция хеҙмәткәрҙәренең ауыр эшенә бағышланған бик ҡыҙыҡлы «Тулҡын» тигән әҫәрен яҙҙы. Повесты ҡаҙаҡ уҡыусыларынан тыш Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Монголияның әҙәбиәт һөйөүселәре бик йылы ҡабул итте. Ысынлап та, был китап баҫылғансы ҡаҙаҡ телендә ошо юҫыҡта яҙылған әҫәрҙәр булмай, атайым тәүгеләрҙән булып тотонған. Жанрҙы уңышлы табыу, ауыр темаға яуаплы ҡарау, ылыҡтырғыс фабула һайлау — китапҡа уңыш килтереүҙән тыш, ижад донъяһында атайҙың урынын да билдәләне. Кемел Тоҡаев — ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә детектив жанрына нигеҙ һалыусы.
Яҙыусы хеҙмәтенә атайым ныҡ яуаплы, ә иң мөһиме, намыҫлы ҡараны. Әҫәргә тотонор алдынан ул Эске эштәр министрлығы менән Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты архивынан алынған документтарҙы, башҡа төрлө материалдарҙы өйрәнде. Ентекле итеп әҙерләнгәс, уны бер кем дә пропагандала, факттарҙы бутауҙа ғәйепләй алманы. Уның әҫәрҙәрендә ҡаҙаҡ чекистары менән милиционерҙарының ауыр, ҡайһы саҡ хәүефле эштәре нисек бар шулай һүрәтләнгән. Шуға ла уның китаптарын күп һанлы уҡыусылар ихлас уҡыны. Ә бына партияның идеологтары, киреһенсә, яратып еткермәне.
Кемел Тоҡаевтың әҫәрҙәре меңәрләгән тираж менән баҫылды, магазин кәштәләрендә саңланып ятманы. Ә рәсми «классиктарҙың» китаптары тик бойороҡ менән генә китапханаларға, мәктәптәргә, институттарға таратылды. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе тракторсы менән һауынсы мөхәббәте, партиялағы кешенең эшем тип йән атыуы, совет власы урынлашыуы тураһындағы әҫәрҙәр аҙ ҡыҙыҡһындырҙы.
Бер тапҡыр атайым нәшриәттәр уның китаптары ярҙамында «өҫтән» төшкән бойороҡ менән баҫтырылған ҡайһы бер «классиктар» арҡаһында барлыҡҡа килгән финанс проблемаларҙы хәл итә тип шаяртҡайны. Күп йылдар үткәс, өлкән нәшриәтселәрҙән был турала һорағайным, хәлдәр тап шулай булыуын раҫланылар.
Атайым һис ҡасан маһайманы, үҙенең һәләтен, мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалай белде. Тәбиғи тыйнаҡлығы арҡаһында ул бер ваҡытта ла маҡтанманы, китаптарын популярлаштырыу өсөн тырышманы. Быны ул тәртипһеҙлек тип иҫәпләне, баһаны уҡыусылар ғына бирә ала тигән фекерҙә булды. Атайым детектив жанрындағы китаптары классик әҫәрҙәр реестрына инмәйәсәген яҡшы аңланы, шуға ла уҡыусылары өсөн генә яҙҙы. Халҡына ҡарата яратыуы уға өсләтә артып ҡайтты, ғүмеренең аҙағынаса ул республиканың бөтә төбәктәрендә лә хөрмәтле, яратҡан яҙыусы булды.
Атайым ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең аҡһаҡалдарына һәр саҡ ихтирам менән ҡараны. Шул уҡ ваҡытта яҙыусы булараҡ бер ваҡытта ла өлкән ҡәләмдәштәре алдында ла, чиновниктар алдында ла ярамһаҡланманы. Һәр ваҡыт ипле һөйләште, үҙен тыйнаҡ тотто, шул уҡ ваҡытта ҡараштарынан тайпылманы, ғәҙел булды. Кемгәлер оҡшап етмәһә лә, тик дөрөҫөн генә һөйләне. Бәлки, шуғалыр ҙа ҙур карьера яһай алмағандыр. Ул чиновник булараҡ үҫер өсөн илтифатлылығы, һығылмалылығы юҡ икәнен яҡшы аңланы, әммә үҙен үҙгәртергә теләмәне. Атайым: «Тура һүҙле булырға хоҡуғым бар», — тип әйтә ине. Сөнки ул ата-әсәһен юғалтҡан, балалар йортонда үҫкән, һуғыш ваҡытында үлем менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан. «Үҙгәрһә, минең кеүек юл үтмәгәндәр үҙгәрһен», — ти ине.
Яҙып киткәнемсә, Кемел Тоҡаевтың китаптары саңланып ятманы. Бындай уңышҡа көнләшеүселәр ҙә күп булды. Берәүҙәр — ундай жанрҙа яҙылған әҫәрҙәр «ҙур» гонорарға лайыҡ түгел, икенселәр детектив әҙәбиәт «классик» әҙәбиәтте ҡыҫырыҡлап, уҡыусыларҙың зауығын боҙа тип һөйләне. Шул уҡ ваҡытта бер кем дә уҡыусыларҙың фекерен һорарға ынтылманы, барыһын рәсми идеология хәл итте, йәнәһе, кешеләр тәү сиратта совет власын, партия хеҙмәткәрҙәрен маҡтаған әҫәрҙәрҙе уҡырға тейеш. Шуға ла атайыма китап баҫтырыр алдынан партия инстанцияларында әҫәренең көнүҙәклеген дәлилләргә, цензураны үтергә ҙур тырышлыҡ талап ителде. Был ауырлыҡтарҙы күреп, шаяртып, беҙ уға мөхәббәт йә партия тематикаһына күсергә тәҡдим итә инек — был өлкәлә цензура көсһөҙ. Ул: «Яратҡан жанрыма хыянат итмәйем», — тине.
Атайым ижади эшмәкәрлегенә фанатиктарса тоғро ине. 1980 йылға тиклем ул редакцияларҙа, Ҡаҙаҡ ССР Юғары Советы президиумында эшләне. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ул дисциплиналы булды. Эштән кискеһен генә ҡайта ла, тамаҡ ялғап алғас, яңылыҡтар ҡарай. Шунан йоҡларға ята, әммә төнгө өстә кире уяна. Йыуынап, сәй эскәс, эшкә тотона. Беҙҙең аптырауыбыҙға тормошто ижадһыҙ күҙ алдына ла килтермәгәне тураһында әйтә ине. Иртәнсәккә тиклем уҡый, ҡулдан йә машинкала яҙа. Ә сәғәт һигеҙҙә эшкә китә. Ул гел бөхтә кейенде, үтекләнмәгән костюмда, таҙа булмаған күлдәктә йөрөүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ә бар кейеме — өс костюм да биш күлдәк.
Тағы ла уның эшһөйәрлеген һәм тыйнаҡлығын күрһәткән бер ҡыҙығы — атайым бер ваҡытта ла Алма-Атанан ситтә ял итмәне. Исмаһам, Ҡырымда йә Иссыҡ-күлдә лә булманы. 70-се йылдар уртаһында ғына «Алма-Ата» шифаханаһына бара башланы, әммә унда ла яҙышыуынан туҡтаманы.
Атайым ижады менән ҡәнәғәт инеме? Был һорауға яуап биреүе ҡыйын. Үҙенә ҡарата үтә талапсан кеше булараҡ, ул, әлбиттә, тағы ла күләмлерәк, тағы ла яҡшыраҡ әҫәрҙәр яҙа алыр инем, тигән фекерҙә булды. Икенсе яҡтан үҙенсәлекле, үҙ ҡанундары хөкөм иткән жанрҙа яҙғанын яҡшы аңланы: уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта нәфис әҙәбиәттең төп һыҙаттарын да юғалтмау мотлаҡ. Миңә ҡалһа, ул был еңел булмаған мәсьәләне бик яҡшы хәл итә алды. Уның әҫәрҙәре детектив һымаҡ популяр жанрҙа юғары ижад өлгөһөнә әүерелде.
Атайым оҙон булмаған тормош юлында күп нәмә яҙып өлгөрҙө. Китаптарының тираждары ла зарланырлыҡ түгел. Әҙәбиәткә тоғролоғо арҡаһында бер көн дә, бер сәғәт тә эшһеҙ ултыра алманы. Башҡа яҙыусылар менән сағыштырғанда ул райондарға, өлкәләргә күп йөрөмәне. Шуға ҡарамаҫтан, китаптарында хатта уйлап яҙылған әйберҙәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килә. Әҫәрҙәрендә уй менән ысынбарлыҡ тығыҙ бәйленешкә инеп, гармонияла йәшәй. Нисек улай булдыра алғандыр, бәлки, инде бер ваҡытта ла төшөнөп булмаҫ. Ижадының үҙенсәлеге тап шунда. Үҙе лә бит ғәҙәти түгел, хатта серле кеше булды. Атайым башҡаларҙан айырылып торҙо, үҙен үҙенсәлекле тотто, был һыҙаттары китаптарының йөкмәткеһенә, стилистикаһына үтеп ингән. Әҙәпһеҙ яҙыусыларҙың береһе уның турала: «Тормошоноң төп эше — эш түгел, ә йәшәү», — тигәйне. Атайым был һүҙҙәрҙе инҡар итте. Эйе, ул тормошто яратты, шулай ҙа хеҙмәт уның өсөн беренсе урында торҙо. Был хеҙмәт — әҙәбиәт ине.
Юғары әҙәбиәттә Кемел Тоҡаев үҙ Һүҙен әйтте. Улы булараҡ, был Һүҙ ихлас, дөрөҫ, намыҫлы икәне менән ғорурланам. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки Кемел Тоҡаев тап шундай кеше ине: ихлас, дөрөҫлөк яҡлы, намыҫлы.
Ҡасым-Жомарт Тоҡаев