Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2025, 09:39

5 һанының ҙур сере

Мәктәптә уҡыған һәр бала “бишле” билдәһенә ҡыуана, ата-әсәһе лә уның уңыштарына һөйөнә. Барыбыҙ ҙа “бишле” билдәһен уҡыусының тырышыуы, уңыштары өсөн иң ҙур баһа тип ҡабул итәбеҙ. Ә ысынында иһә, 5 һаны менән Аллаһ беҙгә лә ҙур аҡыл, дәрес биргән!

5 һанының ҙур сере5 һанының ҙур сере
5 һанының ҙур сере

Мәктәптә уҡыған һәр бала “бишле” билдәһенә ҡыуана, ата-әсәһе лә уның уңыштарына һөйөнә. Барыбыҙ ҙа “бишле” билдәһен уҡыусының тырышыуы, уңыштары өсөн иң ҙур баһа тип ҡабул итәбеҙ. Ә ысынында иһә, 5 һаны менән Аллаһ беҙгә лә ҙур аҡыл, дәрес биргән!

Аҙнаның бишенсе көнө – йома, ул бар мосолман өммәтенең байрам көнө, Аллаһ ризалығы өсөн ғибәҙәттә булыу, мәсеттәргә барып йома намаҙҙарын уҡыу көнө. Һәр йома көн мәсеттә йәмәғәт менән намаҙҙар уҡыу иманды нығыта, тәҡеүәле булырға өйрәтә, күңелде сафландыра, таҙарта.
Ысынлап та шулай! Бер йыл буйы йәйәү, ямғырҙа ла, буранда ла, Аллаһ ризалығы өсөн уҡылған йома намаҙын ҡалдырмай мәсеткә йөрөнөм: изге доғалар уҡый-уҡый, аҙан һәм имамдың илаһи вәғәздәрен тыңлай-тыңлай, күҙҙән йәштәр тама-тама, Раббының биргәненә шөкөр итә-итә, рәхмәттәр әйтә-әйтә, күңелем тынысланды, күп һорауҙарға яуап таптым, һәм иң мөһиме – мин яңғыҙ түгел, Аллаһ ярҙамынан ташламай – шуны аңланым!
5 һанының сере бының менән генә бөтмәй әле. Ислам диненең биш терәген һәр мосолман яҡшы белә.
Беренсеһе – “Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылынырға заттар юҡ һәм Мөхәммәт саләллаһу ғаләйһи үә сәлләм – Уның илсеһе” тип шәһәҙәт килтереү. Әлеге нигеҙҙе ҡыҫҡаса шәһәҙәт тип йөрөтәләр.
Икенсеһе – көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыу.
Өсөнсөһө – Рамаҙан айында ураҙа тотоу.
Дүртенсеһе – ярлылар файҙаһына зәҡәт биреү.
Бишенсеһе – мөмкинлегең булһа, бер тапҡыр хаж ҡылыу.
Әлбиттә, тәүге өс шартты бар мосолман да мотлаҡ үтәргә тейеш. Мөлкәтең булһа һәм хәлеңдән килһә, дүртенсе һәм бишенсе шарттарҙы ла үтәргә кәрәк. Бына беҙ ҡулға китап алдыҡ, ти. Биш бармаҡ менән беҙ уны ныҡлап тотабыҙ, дүрт бармаҡ менән дә тотоп була. Ә бына өс, ике бармаҡ менән китапты тотоуы ҡыйыныраҡ. Бер бармаҡ менән бөтөнләй тотоп булмай. Тормош – китап, ул да биш терәктә ныҡ, ышаныслы, ҡаҡшамаҫ була. Ислам диненең биш терәге – Аллаһтың рәхмәтенә яҡынайыу юлы, һәр мосолмандың тормош нигеҙе ул. Уны үтәүҙе беҙҙең ҡулдағы биш бармаҡ көн дә иҫкә төшөрөп, төшөндөрөп, әйтеп тора бит!
5 һанының тағы бер сере һәр мосолман көн һайын уҡырға тейеш биш ваҡыт намаҙҙа ла әйтелгән. Аллаға шөкөр, быйыл август айында намаҙға баҫҡаныма туғыҙ йыл булды. Намаҙға баҫыу ғына, тип әйтмәҫ инем. Аллаһ биргән ғүмерҙең мәғәнәһен аңлау, һәр көнгә рәхмәтле булыу ул һәр намаҙ! Һәм һәр намаҙҙың мин аңлаған биш фазлиәтен әйтеп үтәһем килә.
1. Биш тапҡыр намаҙ – ул көнөнә биш тапҡыр Аллаһтың биргәненә рәхмәт әйтеү, шөкөр итеү. Һин барһың, ишетәһең, күрәһең, бай, мул тормошта йәшәйһең. Әлбиттә, был байлыҡты һиңә Аллаһ биргән, бүләк иткән. Байрамдарҙа беҙгә бүләк иткән гөлләмә өсөн әллә күпме рәхмәт әйтәбеҙ, ҡыуанабыҙ. Ә Раббыбыҙ биргән оло бүләк – тормош, ғүмер өсөн Уға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Әллә ғүмерҙең ҙур бүләк икәнлеген аңламайбыҙмы икән?
2. Һәр намаҙ уҡыр алдынан тулы тәһәрәт алаһың. Йыуынаһың, һөртөнәһең. Биш тапҡыр һәр ҡулдың, аяҡтарҙың бармаҡ араларын һыйпап, һыпырып үтәһең. Заман табиптары ла хәҙер беҙгә көн дә бармаҡ араларына массаж эшләргә тәҡдим итә, сөнки тап бармаҡ араларында бик күп нервы күҙәнәктәре үтә икән. Ә беҙ тулы тәһәрәт алған һайын массаж эшләйбеҙ түгелме? Көнөнә биш тапҡыр йыуынһаң, бар бысраҡтар йыуылып төшә, йөҙ-ҡул таҙа була. Тәһәрәт тәнде таҙартһа, намаҙ – күңелде, йөрәкте.
3. Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡығанда төрлө тормош мәшәҡәттәренән әҙ генә айырылып, бөтмәҫ ваҡ-төйәк эштәрҙе ситкә ҡуйып тораһың. Сөнки һине ғаләмдәрҙе барлыҡҡа килтереүсенең Үҙе – бөйөк Аллаһ менән «һөйләшеү» көтә. Хәҙер психологтар ҙа көнөнә бер нисә минут бар проблемаларҙы онотоп, төрлө медитация, ял минуттары ойоштороп алырға кәңәш итә. Намаҙ – ул беҙгә Аллаһ биргән, рөхсәт иткән тән һәм күңелдең «ял ваҡыты». Кем һиңә ҡамасаулай ошо файҙалы минуттар менән файҙаланырға?
4. Намаҙ ваҡытында беҙ өс төрлө: баҫып, тән менән алға эйелеп һәм сәждә ҡылып, Илаһҡа рәхмәттәр әйтәбеҙ. Уның һәр бере ҙур мәғәнәгә эйә. Сәждәгә киткәндә инде беҙ тән менән йомарланыбыраҡ төшөп, баш эйәбеҙ. Әйтерһең дә, әсәнең ҡарынында ятабыҙ. Әллә, киреһенсә, әсә ҡарынында уҡ бала сәждә ҡыламы икән? Табиптар әйтеүенсә, сәждәгә киткәндәге кеүек ятыуҙың да ҙур файҙаһы бар: өс секунд эсендә ҡан баштың бөтә күҙәнәктәренә үтеп инә, организмды һауа менән байыта, хатта бөйөр ҙә өс секунд «аҫылынып» тороп, ял итә икән. Шуға лә хәҙер медицина белгестәре көнөнә бер нисә минут шулай эйелеп, бөйөрҙө ял иттереп алырға кәңәш итә.
5. Һәр намаҙ эсендә Ҡөрьән аяттары уҡыла, салауаттар әйтелә. Аҙаҡ та доғалар уҡыйбыҙ, тәсбих тартабыҙ. Башта аяттарҙы уҡыһаҡ, аҙаҡ әкренләп ятлайбыҙ, һөйләйбеҙ. Белгестәр билдәләүенсә, хәтерҙе үҫтереү өсөн кеше көн дә шиғырҙар ятларға һәм яттан һөйләргә тейеш. Яңыраҡ ҡына япон белгестәренең фекерләүҙе, аҡыл ҡеүәһен үҫтереү буйынса кәңәштәре менән танышҡайным. Мин уларҙан ҙур аҡыллы кәңәштәр көткәйнем, әлбиттә. Тик унда иң ябай алым – көнөнә 10–15 минут китапты ҡысҡырып уҡыу – тәҡдим ителгәйне. Сөнки кеше ҡысҡырып уҡығанда, ул хәрефтәрҙе күрә, уҡый, ишетә, аңлай – бер юлы мейенең бер нисә рецепторы әүҙем эшләй. Шулай уҡып ул фекерләү процесын активлаштыра, үҫтерә икән.
Намаҙ ваҡытында уҡылған аяттар, аҙаҡтан уҡыған Ҡөрьән сүрәләре хәтерҙе, фекерләүҙе үҫтереү өсөн иң файҙалы алым түгелме ни?

Айһылыу СИРБАЕВА.

Автор:
Читайте нас