Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2025, 07:58

«Таяныс» атайҙар клубын асылды

"Таяныс" атайҙар клубы ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн яңы майҙансыҡ аса. Алда беҙҙе күп мауыҡтырғыс саралар көтә, улар берҙәмлегебеҙҙе нығытасаҡ һәм аралашыу шатлығын бүләк итәсәк", - тип билдәләне Наталья Семеновна.

«Таяныс» атайҙар клубын асылды«Таяныс» атайҙар клубын асылды
«Таяныс» атайҙар клубын асылды

Кисә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә күптән көтөлгән «Таяныс» атайҙар клубын асыу тантанаһы үтте. Клубтың тәүге сараһы - ҡышҡы балыҡ тотоу ине. Атайҙар  улдары менән саф һауала ял итеү, аралашыуҙан тыш,  ярышта иң ҙур балыҡты тотоуға көс һынашты.

Сараға Яңы Ергән ауылынан, Яңы Троицк, Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ Аҡъяр, Әбүбәкер ауылдарынан ҡунаҡтар килгәйне. Шулай ҙа алыҫ Канкундан (Мексика) Карлос Кордованың килеүе көтөлмәгән күренеш булды. Был ғәҙәти булмаған ҡунаҡ  ҡышҡы балыҡ тотоуға хайран ҡалды.

 "Таяныс" атайҙар клубы ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн яңы майҙансыҡ аса. Алда беҙҙе күп мауыҡтырғыс саралар көтә, улар берҙәмлегебеҙҙе нығытасаҡ һәм аралашыу шатлығын бүләк итәсәк", - тип билдәләне Наталья Семеновна.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ХәйбуллаРайоны #ХайбуллинскийРайон #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ХәйбуллаРайоны #ХайбуллинскийРайон #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас