Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
28 Января 2025, 04:20

Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

Был хаҡта синоптиктар хәбәр итә.

Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәҺауа торошо ҡырҡа үҙгәрә
Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе сағыштырмаса йылы һауа торошо һәм ҡар көтә, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуасаҡ. Урал Аръяғында яуым-төшөм юҡ. Айырым райондарҙа боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ҡатламы, томан, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус.

Шаршамбы, 29 ғинуарҙа, йәнә бер аҙ ҡар, ямғыр яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3, +2 градус.

Кесе йома, 30 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡҡа табан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, аяҙытҡанда -12-гә тиклем, көндөҙ 0, -5 градус.

Автор:
Читайте нас