Тәүге көндәрҙән үк ауылдың, райондың активистары даими гуманитар ярҙам ойоштора башлай. Шул мәлдә мәғариф ветераны, 30 йыл ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә арнаған Лилиә Шәймәрҙәновала уларҙы берләштереү идеяһы барлыҡҡа килә.
— Балалар һаны кәмегәс, ауыл мәктәбе ябылғайны. Район һәм ауыл хакимиәте етәкселеге менән һөйләшеп, бында айырым цех асып ҡарарға булдыҡ. Тәүҙә нисек булыр, эш барырмы, ойоштороп булырмы тигән ҡурҡыу бар ине. Әммә тиҙ арала бар эште юлға һалдыҡ. Ике йылға яҡын ваҡыт арауығында төрлө күләмдәге ярҙам ебәрә алыуыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең эшкә хәҙер бөтә район халҡы ҡушылды, — ти Лилиә Мәҡсүм ҡыҙы.
Сәй, туҡмас — үҙебеҙҙең ризыҡ
«Бал ҡорттары» МХО-ға ярҙам цехы эштәрҙе бер нисә йүнәлеш буйынса алып бара. Беҙ барғанда тиҫтәнән ашыу кеше айырым бүлмәлә бер тапҡыр ҡуллана торған махсус пакеттарға үлән сәйе тултыра ине. Тәүҙә улар боланут, мәтрүшкәнән генә әҙерләһә, хәҙер 12 төрлөһө бар. Шифалы ла, тәмле лә үләндәргә өҫтөнлөк бирәләр. Бигерәк тә хәҙер — һыуыҡ миҙгелдәрҙә яугирҙәр вируслы ауырыуҙар, йүтәл менән йонсоғанда. Йәрмәкәйҙең оло инәйҙәре цех эше тураһында белеп ҡалыу менән махсус рәүештә дарыу үләндәрен йыйып, киптереп, таныштары аша Тарҡаҙы ауылына ебәрә башлаған. Бындағы эшселәр уларҙы ваҡлап, ҡайһы саҡта үҙенән генә, ҡайһы саҡта башҡа үләндәр йә ҡара сәй менән ҡатнашма әҙерләй. Пакетлы сәй һауыттарға тултырыла һәм ҡатындар тышына составын, күләмен яҙып, этикетка йәбештерә.
Элекке мәктәп ашханаһында ла тормош ҡайнай: бында һигеҙ ҡатын — Нәхирә Ғәниева, Әлфирә Ялаева, Зөбәржәт Шәрифуллина, Зәлирә Мөсифуллина, Раушания Ҡәйүмова, Хәлисә Ғәбиҙуллина, Руфина һәм Ирина Абдулловалар мәж килеп туҡмас әҙерләй ине. Улар аҙнаһына ике-өс көн килеп эшләй. Бер йыйылғанда 50 — 60 йомортҡанан ҡамыр баҫып (он менән йомортҡаны ла ауыл халҡы үҙенекен бирә), йәйеп, туҡмас ҡырҡып, киптерергә һала. Ике тәүлектән йыйылып, әҙер ризыҡты контейнерҙарға тултыралар.
Гуманитар ярҙам китер көн алдан билдәле булғанда, был ҡатындар тиҙ боҙолмаһын өсөн сөсө (сүпрәһеҙ һәм ҡабартҡысһыҙ) икмәк, ҡоро печенье, сәксәк тә бешереп ҡуя. Ризыҡ тигәндән, тарҡаҙылар һалдаттар өсөн үҙҙәренә тип әҙерләгән ҡайнатмаларынан, тоҙло йәшелсәләренән, ҡышҡылыҡҡа япҡан салаттарынан да өлөш сығара. Умартасылар шифалы балын да йәлләмәй.
Һәр ҡатын-ҡыҙ бында тегенсе
Бер бүлмәләге кәштәләрҙә тауарҙар ята. Бында ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттар өсөн эске кейем, яралыларға бәйләүес, хәрби госпиталь өсөн түшәк кәрәк-ярағы тегә. Иң нескә эш —яралы тәнгә ябыу өсөн махсус япма әҙерләү. Тауар йомшаҡ һәм тәбиғи булырға тейеш. Яраға тейеп ярһытмаһын өсөн уларҙы йөйһөҙ, тотош туҡыманан, ситтәрен генә бөгөп эшләйҙәр. Шуға ла тауар күп китә.
— Рәхмәт, оло йәштәге инәй-апайҙарға, барлыҡ запасын йыйып, беҙгә килтерҙеләр. Хатта бер инәй үҙенең кәфенлеккә тигән тауарын да бирҙе: «Еңеүҙе күреп үлергә булһын, тип теләйем, балаҡайҙар. Ул-был була ҡалһа, тауар ғына табылыр, тыныс ерҙә йәшәйбеҙ. Ә хәҙер көнө-төнө ут эсендә булғандарға ярҙам кәрәгерәк», — тине.
Теген машиналарына ҡытлыҡ юҡ: кемдәрҙер өйөнән килтергән, мәктәптекен дә ваҡытлыса алып торғандар. Боҙола ҡалһа, үҙ төҙәтеүселәре лә бар. Даими һигеҙ ҡатын эшләй. Заказдар күбәйгән, тауарҙар килтерелгән саҡта икешәр, хатта өсәр сменаға эшләрлек оҫталар бар. Белгәндәр эште яйға һалыу өсөн белмәгәндәргә тегенсе һөнәрен үҙләштерергә ярҙам иткән. Ике йыл эсендә уңған ҡыҙҙар 3988 таҫтамал, 2477 эске кейем, 65 шорты, 2951 косынка, ампутацияланған ағзаларға 530 чехол теккән.
Йәрмәкәйҙәр фронтҡа кәрәк әйберҙәрҙең яңы төрҙәрен һорашып, белешеп кенә тора. Мәҫәлән, күптәр өсөн ят булған дронға ҡаршы япма, пончолар бында тәүгеләрҙән булып етештерелә башлаған. Тарҡаҙы тегенселәре Зилиә Аллабирҙина, Фатима Собханғолова, Кәримә Шәйхетдиноваларға ярҙамға 8 Март ауылынан Людмила Кирина, Әлмира Латыпова, Рәмзиә Фәррәхова, Ирина Петровалар ҡушылған.
Цехтың фойеһында һәм тағы ла бер иркен бүлмәлә селтәр үреү ҡорамалы тора. Ваҡыты һәм мөмкинлеге булған һәр кем бында килеп ярҙам күрһәтә. Ике йылда төрлө үлсәмдәге 557 селтәр үрелгән.
Келәттә ярты метр ҙа буш урын юҡ. Етештереләсәк тауарҙарға кәрәкле материалдарҙан тыш, бында айырым кешеләр, ойошмалар килтергән кейем-һалым, салфеткалалар, гигиена кәрәк-яраҡтары, медикаменттар һаҡлана. Хәрби госпиталдәргә түшәк кәрәк-ярағы кәрәклеген хәбәр иткәс, күпләп юрған, түшәк, мендәр ҙә йыйылған.
Шәмдәр, мейестәр…
Цехтың айырым бүлмәһе окоп шәмдәре, шырпылары эшләү өсөн бүленгән. Беҙҙе Лилиә апай эш барышы менән таныштырып үтте. «Тәүҙә беҙ интернет селтәренән ҡарап, тимер банкалар эсенә ҡатырғаны төрөп йәки тәре формаһында ҡуя инек. Ялға ҡайтҡан яугир ундайҙарҙың һөрөмө күп икәнен әйткәс, хәҙер бер ҡат ҡына ҡатырға ҡуйып эшләйбеҙ. Оҙаҡ янһын өсөн уны тәүҙә мотлаҡ ҡатырғаға парафин эретмәһен һеңдерергә кәрәк. Балауыҙ яғынан умартасыларыбыҙ буш итмәй. Әгәр беҙгә балауыҙ ебәрергә теләүселәр булһа, бик рәхмәтле булыр инек», — ти ул.
Окоп шырпылары әҙерләү мәшәҡәтле эш икән: нәҙек кенә таяҡсаға еп урап, уны парафинға манып ултырыу күп ваҡытты ала. Был эштең дә алдынғылары бар икән: күрше Турай ауылынан Фәнүр Ғайнанов менән Хәлил Мөхтәруллин, Рузилә Фәррәхова менән Гөлсөм Хөснуллиналар өйҙәрендә аҙна һайын окоп шырпыһын эшләп бирә. Тарҡаҙыларға ҡалған өс этабы — парафинға маныу, киптереү һәм ҡаптарға тултырыу ғына ҡала. Был эштә Әлфирә Ялаева етәкселегендәге «Дуҫлыҡ» тәркөмө ҡатын-ҡыҙҙары — Хәлисә Ғәбиҙуллина, Раушания Ҡәйүмова, Зәлирә Мөсифуллина, Зөбәржәт Шәрәфетдинова, Нәғриә Ғәниева, Эльвира Минәзова, Әлфирә Ялаева, Руфина Абдуллова әүҙемлек күрһәтә. Улар шулай уҡ хәрби госпиталь өсөн марлянан яраға ябырға салфетка әҙерләйҙәр. «Уға ҡытлыҡ ҙур, көн һайын йыйылып эшләргә лә булыр ине, туҡыма гел булып тормай», — ти улар.
Тылдағы көслө заттарҙың да ярҙам ойоштороуға битараф булмауы ҡыуандыра. Һыуыҡтар башланыу менән бәләкәй мейестәргә, йәғни буржуйкаларға һорау арта. Был йәһәттән оҫта ҡуллы ир-егеттәрҙең ярҙамы ҙур. Уны етештереү өсөн Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Йәрмәкәй уҙаманы Сергей Павлов 62 фреон мискә һатып алып, цехҡа тапшыра. Уларҙан Линар Вәлиуллин ҡайныһы Николай Кондратьев менән — 57, Линар Ахунйәнов биш мейес эшләй. Уларҙың ғына етмәгәнен аңлап, Семен-Макар ауылынан Павел Коростелев (ул үҙе лә Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәр ветераны) үҙенә теләктәштәр табып, өҫтәлмә материалдар алып, тағы ла 19 мейес етештергән. Уның етәкселегендәге «Изгелек ҡыл» ирекмәндәре — Владимир Колесников, Николай Васильев, Алексей Мурзаков, Анатолий Исаев, Олег Михайлов, Евгений Коростелев, Владимир Яковлев, Николай Филлипов, Алексей Савельевтар был эште ҡыш дауамында башҡарырға уйлай.
Ағинәйҙәр штабы
Ауылдың оло йәштәге инәйҙәре лә ил яҙмышына битараф ҡала алмаған. Тик улар көн аша тигәндәй ҙур ауылдың урамдары буйлап мәктәпкә йөрөмәй: Резеда Шәрәфуллинаның өйөндә үҙҙәренә айырым штаб асҡандар. Миләүшә Мохсатарова, Әлиә Заһирова, Фәнүзә Насриева инәйҙәр даими йыйылып, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Улар сәй тултырыу, окоп шырпылары, яраға ябырға салфеткалар эшләү менән мәшғүл. Ойоҡбаш, бирсәткә бәйләргә лә өлгөрәләр.
— Файҙабыҙ тейгәнгә шатланып бөтә алмайбыҙ. Шөкөр, тыныс ерҙә йәшәйбеҙ: туптар шартламай, кешеләр үлмәй. Ә ут эсендә йөрөгән ир-егеттәребеҙгә күпкә ауыр. Уларға ярҙам кәрәк. Һәр осрашыу илгә тыныслыҡ, һалдаттарға именлек теләп доға ҡылыуҙан башлана. Беҙҙең ярҙам бер бәләкәй генә тамсы, әммә ошондай тамсыларҙан күл, хатта диңгеҙ йыйыла. Ауылыбыҙҙы туплап, берләштереп, ошондай тотош цех булдырған Лилиә Шәймәрҙәноваға рәхмәт. Тормош иптәше Мәғсүм менән һалдаттарға ярҙам, еңеү тип бар ваҡытын бүләләр. Кемдер ярҙам бирәбеҙ тиһә, йәки берәй магазинға кәрәкле тауар килһә, үҙҙәренең машиналарына ултырып район үҙәгенә лә, яҡын тирәләге ҡалаларға ла сығып китәләр. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Әлфирә Ялаева, Эльвира Минәзева, Лидия Мөхәмәтшина, Рәмил Мәзитовтар ойоштороу эшен матур итеп алып бара, — ти Тарҡаҙы ағинәйҙәре.
Изгелеккә һынау
Махсус хәрби операция илһөйәрлек, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек хистәренә генә түгел, ә изгелеккә лә һынау ул. Был сәфәрҙә тағы ла әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып торған Зәлирә Ғарифуллиналар, Гөлсәсәк Фаваризова, Зилиә Аллабирҙина, Фатима Собханғолова, Заһиҙә Ғәйфуллина, Зөлфиә Ғәниева, Резеда Шәрәфуллина, Кәримә Шәйхетдинова, Хәмдиә Бакирова, Ғәлиә Ғайнанова, Гөлнур Шафиҡова, Гөлсәсәк Шәймәрҙәнова, Зилүрә Хамматова, Лидия һәм Ирек Мөхәмәтшиндәр, Миләүшә һәм Рафаэль Тимербаевтар, Руфина Абдулова, Раушания Ғәниуллиналар менән таныштым. Ҡыҫҡаһы, ауыл халҡы оло бер ғаилә булып, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.
— Беҙҙең ауылдан махсус хәрби операцияла туғыҙ кеше ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике егетте ерләргә тура килде. Үҙемдең кейәүем бөгөнгө көндә ут эсендә йөрөй. Шуға ла ҡулымдан килгән тиклем һалдаттарға ярҙам иткем килә. Цех эшен тик Тарҡаҙы ауылының ғына ярҙамы тип күрһәтергә ярамай. Беҙгә бөтә Йәрмәкәй, Бәләбәй халҡы ярҙам итә, күрше-тирә ауылдар ҙа ҡушыла. Эшебеҙҙе Әбделкәрим (етәкселәре — Әлфиә Хазғәлиева), Түбәнге Ҡарамалы (Рита Шәйҙуллина), Яңы Шах (Рәмил Мәзитов) ауылдары халҡынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәрмәкәйҙең үҙенән гармунсылар ансамбле егеттәре, «Аҡ ҡалфаҡ» төркөмө ҡыҙҙары аҙнаһына бер нисә тапҡыр йыйылып, госпиталь өсөн марля-салфеткалар яһай. Хатта Ырымбур өлкәһенең Степановка ауылынан дүрт кеше — Әлмира Шакирова, Сәүиә Шәйхетдинова, Гөлфиә һәм Нуриман Сәйфуллиндар үҙҙәре транспорт хәстәрләп, даими рәүештә беҙҙең ауылға ярҙамға йөрөй. Был эштәр бит түләүле түгел, һәр кем йөрәге ҡушҡанға башҡара. Ҡул көстәре инмәһә лә, тауарлата, аҡсалата үҙ өлөшөн индереүселәр күп. Беҙ бит, дөйөм ярҙамдан тыш, яҡташ егеттәргә адреслы ярҙам да ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, декабрь айында туғыҙ егеткә ҙур ярҙам ойошторҙоҡ. Аҡса йыйыуҙа барса халыҡ ҡатнашты. Яугирҙар яңы йыл байрамдары алдынан уларҙы алып, рәхмәт һүҙҙәре менән сәләм күндерҙе. Шулай уҡ даими ҙур суммала аҡса күсергән йәки ҙур күләмдә материал алып биргән меценаттарыбыҙ ҙа бар. Тағы ла техник яҡтан бик белемле ирекмәнебеҙ Марат Сәлимовты телгә алып үткем килә. Ул ҡулланыу өсөн ниндәй маркалы электр тауарҙары, көнкүреш техникаһы алырға икәнлеген яҡшы белә, шул яҡтан ярҙам ойоштора. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең менән бергә булған, ярҙамға ҡушылған һәр кешегә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, — ти Лилиә апай Шәймәрҙәнова.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Йәрмәкәй районы.