

Артур Хәйбулла районы Первомайский ауылында тыуа. Аҙаҡ ғаиләһе менән Баймаҡҡа күсәләр. Әсәһе операция бүлегендә хеҙмәт итһә, атаһы электр-газ менән иретеп йәбештереүсе булып вахтала эшләй. “Ярты ғүмер уны күрмәнек”, — ти Артур ҡәҙерле кешеһе тураһында. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы ялда булғанында улына бар иғтибарын, ваҡытын бүлергә ынтыла. Тап атаһынан ул иретеп-йәбештерергә өйрәнә. Бала саҡта, бәлки, был һөнәр уға киләсәктә кәрәк буласағын аңлап та етмәгәндер, әммә барыһын хәтерендә ҡалдырып, ихлас өйрәнә, атаһы әйткәндәрҙе аңына һеңдереп бара.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Артур Сибайҙағы 24-се һөнәри лицейға дөйөм төҙөлөш эше йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Аҙаҡ Магнитогорск дәүләт техник университетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә бара. Бында ла егет төҙөлөш менән бәйле йүнәлеш һайлай. Был уҡыу йортон Артур тамамламай. Иретеп йәбештереү эшен бәләкәйҙән белгәс, ихлас ҡыҙыҡһынғас, ошо һөнәр буйынса эшкә сығып китә. Себерҙә лә, Санкт-Петербургта ла, Мәскәүҙә лә эшләй. Шулай йәш егеттең вахталап йөрөүҙәре башлана.
Ялға ҡайтҡанында ағаһы менән еңгәһе бер ҡыҙҙың телефон номерын бирә. Яҡындары уны еңгәһенең һеңлеһе менән таныштыра. Альбина исемле ҡыҙ Учалы районынан булып сыға. Атаһы мәрхүм булып ҡалғас, улар әсәһенең тыуған яғы Сибайға килеп төпләнә. Альбина һөнәре буйынса — тәрбиәсе. Шулай Артур буласаҡ кәләшен осрата. Йәштәр 2016 йылда сәсен-сәскә бәйләй.
Буйҙаҡ кеше вахтала күпме йөрөһә лә, артыҡ ауыр тойолмайҙыр, бәлки. Әммә өйҙә көтөп ултырған кәләшең, тупылдашып йүгерешеп йөрөгән балаларың булһа, йорттан берәр айға айырылып сығып китеү күпкә ҡыйыныраҡ шул. Артурҙы ла был хистәр урап үтмәй. Бигерәк тә сабыйҙарының иң тәмле, ҡулда тотоп һөйөрлөк кенә мәлдәрен, тәүге аҙымдарын, тәүге тапҡыр “атай”, “әсәй” тип әйтеүен күрмәү, ишетмәү күңелен өйкәй. Шуға ла бер ҡайтҡанында, башҡаса вахтаға бармайым, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә.
Әйтеүе рәхәт тә ул, әммә вахта килеме менән тиң аҡса табыу ысулын эҙләү бер аҙ ҡатмарлы. Аҙыраҡ уйланып йөрөгәндән һуң, кәләше менән кәңәшләшкәс, Артур дуҫ егете менән “ГАЗель” һатып алып алыҫ юлдарға йөк ташыу менән шөғөлләнә башлай. Әммә эш егеттәр теләгәнсә генә бармай. Йыраҡ юлдарҙа күп йөрөгән тимер ат йышыраҡ боҙола, килем күберәк ремонтҡа китә. Артур йәнә һөнәр алмаштырыу тураһында уйлай. Үҙенә “Артабан былай итеп эшләргәме, юҡмы?” тип һорау биреп, уйға батып көндәр-төндәр үткәргәнендә ул бер төш күрә.
Артурҙың төшөнә атаһы мәрхүм инә лә: “Улым, алыҫ юлдарҙа йөрөү — шул уҡ вахта инде ул. Бөтә нәмәгә өйрәткәнмен, ҡулың бар, башың бар, өйҙә генә эшлә”, — ти. Ышанғанға — ишара, тигәндәй, атаһының төштә әйткән был һүҙҙәре Артурҙың барлыҡ шиктәрен ҡул менән һыпырып ала. Ғаилә башлығы ҡабат эҙләнеүгә тотона. Был юлы осраҡлыҡ ярҙам итә, тиһәң дә була. Бер көн Артурға ҡатыны Альбина интернеттан бәүелгес фотоһын күрһәтә лә:
— Ҡалай матур, әйҙә һатып алайыҡ, — ти. Һүрәткә күҙ һалғас, Артур:
— Уны мин үҙем дә эшләй алам, — тип яуап ҡайтара.
Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Бер аҙҙан бынамын тигән бәүелгес тә әҙер була. Альбина һөйгәненең ҡул эшенә һоҡланып, интернет селтәренә фотоһын ҡуя. Күптәр оҡшатып, шунда уҡ заказ бирәләр.
Артур үҙ эшен шулай башлай. Тәүге ваҡытта станок, башҡа-кәрәк яраҡтар ҙа булмай, ҡул аҫтында бар нәмәләрҙән яһай, ҡайһы бер әйберҙәрҙе һатып ала. Тәүге заказдарҙы Ниғәмәтовтар икәүләп яһай: Артур иретеп йәбештерһә, Альбина буяй. Аҙаҡтаныраҡ, кәләше ауырға ҡалғас, буяуҙар менән эшләүҙән тыйылырға тура килә. Артур ярҙамға егәрле, эшсән Зөфәр Ҡәйепҡоловты ала.
Шулай әкренләп, бәләкәй-бәләкәй аҙымдар менән Ниғәмәтовтарҙың эше яйға һалына. Артур хатта үҙенә кәрәкле станоктар ҙа яһап ала. Оҫта нимә генә эшләмәй! Семәрләп ҡапҡалар ҙа, рәшәткәләр ҙә, бәүелсәк эскәмйәләр ҙә, баҫҡыстар ҙа, мангал да, беседкалар ҙа, хатта гөл һауыттары ла булдыра. Заказдар Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килә. Артур әйтеүенсә, бөтә эштәре лә үҙенсә ауыр, үҙенсә ҡатмарлы. Һәр кешенең зауығына тап килтерергә тырышып, күңелен һалып эшләй алтын ҡуллы егет. Иретеп йәбештереү, тимер ҡабаланғанды яратмай, тип билдәләй оҫта.
— Үҙемдең эшемде эш тип тә әйтмәйем, ул — яратҡан шөғөлөм. Бер ябай ғына, әллә ниндәй тимерҙән семәрле, матур әйбер килеп сыҡһа, инде шатланам. Заказ биреүселәр риза булып, ҡыуанһа, тағы ла дәртләнәм, ҡанатланып яңы эшкә тотонам, — ти Артур.
Бөгөн үҙ эше менән мәшғүлдәргә иң ҙур ярҙамсы — интернет. Артур ҙа социаль селтәрҙе әүҙем алып бара, эштәре менән уртаҡлаша. Яҙылыусылары араһында төрлө тимер әйберҙәр ҙә уйнатып тора. “Отоусыларҙың көтөлмәгән бүләккә ихлас шатланыуын күреү — үҙе бәхет”, — ти егет.
Һөнәрҙә уңышҡа ирешеү, әлбиттә, тылың ныҡлы булыуҙан да тора. Артур был йәһәттән бәхетле. Ҡатыны Альбина — уның төп ярҙамсыһы ла, дәртләндереүсеһе лә, илһам сығанағы ла. Һылыу үҙе лә ҡул эшенә маһир. Альбина декретҡа сыҡҡанға тиклем балалар баҡсаһында эшләгән. Бәпес менән өйҙә ултырғанында заказға кейем тегә башлаған. Ире эшләгән беүелсәктәргә матрас, япмалар ҙа яһай хужабикә.
— Кәрәкһә, курткаға тиклем тегеп кейҙерә, — тип йылмая Артур ҡатынының оҫталығы тураһында.
Ниғәмәтовтар береһенән-береһе матур өс ҡыҙға ғүмер биргән. Эмилия 5-се класта уҡый, Лилиә — 1-се класта. Ә Юлиә әле бөтөнләй кес кенә.
— Күптәр “Өс ҡыҙығыҙ бар, әйҙәгеҙ инде малай алығыҙ”, — тип әйтәләр, ә мин уларға: “Минең өс кейәүем буласаҡ”, — тип яуап ҡайтарам, — тип йылмая ғаилә башлығы. — Мин бер ваҡытта ла Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (с.ғ.в.) “Ҡыҙҙарҙы яҡлап, матур итеп тәрбиәләгән, иманлы итеп үҫтергән, матур итеп кейәүгә биргән һәм дә ҡыҙҙарына яҡшылыҡ ҡына теләгән атайға ожмах юлы асыла” тигән хәҙисен хәтеремдән сығармайым.
Эмилия менән Лилиә Балалар ижады үҙәгенә, йөҙөү секцияһына ихлас йөрөйҙәр. Ҡала ҡырындағы яңы районда йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, балаларын улар сиратлап аҙнаһына бер нисә тапҡыр машинала ҡала үҙәгенә йөрөтәләр.
Артур ҙа, Альбина ла бик иртә атайһыҙ тороп ҡалғас, балаларын дүрт күҙ араһында, һөйөүгә, хәстәргә сорнап үҫтерергә ынтыла. Кескәйҙәр хатта ата-әсәһенең һүҙ көрәштергәнен күрмәҫкә тейеш, тигән фекерҙә йәштәр.
— Тормош иптәшең дә, атай-әсәй һымаҡ, берәү һәм мәңгелек булырға тейеш. Барлыҡ парҙарға оҙаҡ йылдар, ғүмер ахырынаса бергә булыуҙарын теләйем. Бер-береңде ишетә, аңлай белеү — бына бәхетле ғаилә сере, — ти Альбина.
Киләсәктә оҫта эшен тағы ла ҙурайтырға, матур-матур, ҡулайлы әйберҙәре менән кешеләрҙе ҡыуандырып торорға теләй. Ә иң ҙур хыялдарының береһе — ғаиләһе менән хаж ҡылыу.
— Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәһәң, донъя мәшәҡәттәрен һиҙмәйһең дә ул, — тип гөрләтеп ғүмер итәләр булдыҡлы Ниғәмәтовтар.
Заһиҙә МУСИНА.