Хәмзә йәне ҡорошоп, күңеле өшөп уянды. Ҡарағыһыҙ булып ҡайышланған ҡалын юрған аҫтынан йыбанып ҡына башын ҡалҡытып ҡараған ыңғайға, өйҙә тын йүгерҙе. Ул тағы йәһәт кенә юрған аҫтына башын тыҡты. Өшәнес. Бөтә нәмә дым тартҡан. Ошолайтып тағы оҙаҡ ятырға риза булыр ине лә – үлтереп тәмәке көйрәткеһе килде. “Берәй нимә ятмаймы икән?” – Ир йыбанып ҡына урынынан торҙо. Ул хәҙер сисенеп тә тормай, көндөҙ урамда нисек йөрөй, шул килеш карауатына тәгәрәй ҙә йоҡлап китә.
Бынан тиҫтә йыл элек кенә ауылда иң төҙөк, эсе матур йыһаздар менән тулған был өй, ихата бөгөн танымаҫлыҡ хәлдә ине. Ҡасандыр, йорт хужалары үҙҙәре әйтмешләй, был тупһа аша иң абруйлы, хәлле кешеләр генә үтһә, хәҙер ул этенә лә, бетенә лә шар асыҡ. Кемде бисәһе ҡыуып сығара, кемдеңдер барып төртөлөр мөйөшө юҡ – ошонда килеп йығыла. Берәйһе берәй ерҙән аҙмы-күпме аҡса тапһа, бөтәһе йыйылышып ошонда гөж киләләр…
Элекке замандарҙы һағынып иҫкә ала Хәмзә. Һай, шәп йәшәнеләр. Халыҡ әйтмешләй, етеш. Атаһы Ғәләметдин бәләкәйҙән тиҫтерҙәре араһында һәр уйынды башлап йөрөүе, ғарылдаҡ тауышы менән башҡаларға бойорорға яратыуы менән айырылып торҙо. Алтылағы алтмышта, тип белмәй әйтмәгәндәр. Үҫә барған һайын уның был холҡо оҙата килде. Ғәҙәттә, баш баҫып эшләгән түгел, ә шулайтайыҡ-былайтайыҡ тип күп ҡысҡырып, әйҙүкләп йөрөгәндәрҙе тиҙ күреп баралар. Көндәрҙең береһендә колхоз йыйылышында Ҡарауыл бригадаһына бригадир һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, колхоз етәкселәре бер ауыҙҙан Ғәләметдин кандидатураһына туҡталды.
– Мин унан да ҡулай кешене күрмәйем, – тине колхоз рәйесе. – Ғәләметдин Ғәлиевич, һеҙ үҙегеҙ нисек ҡарайһығыҙ? – тигән һорауға, ышаныслы итеп:
– Эшләйем, ҡулдан килә! – тип яуапланы.
Йөҙ өйлөк кенә ауылда иң ҙур кеше бригадир ине ул заман. Хөкүмәт халыҡҡа ат тоторға рөхсәт итмәй. Утын йә бесән, бура килтерәм тиһәң дә, әлеге лә баяғы, күҙ терәп уға бараһың. Һай, эре ҡыланды! Һай, тәкәббер йөрөнө! Ауыл тау-таш араһында ултырғас, делянка ла ун, ун биш саҡрым алыҫлыҡтан бирелә ине. Өй бураһын шунда бурайҙар ҙа һуңынан трактор менән ауылға ташыйҙар. Ул техникаһын һорағанда ла, Аллаға инәлгәндәй инәлеп, тәүҙә Ғәләметдиндең үҙен һыйлап майларға кәрәк. Уныһын да кеменә бирҙе, кеменә юҡ. Анау Фәхриҙе үтә йонсотто. Бахырың, аптырғас, тау артылып, үгеҙ менән ағас ташып, өй буратты. Барыбер һуңынан Белорет яғына сығып китте…
Шул йылдарҙа колхозға әрмәндәр ферма төҙөргә килде.
Шуларҙан яртылаш бушҡа тигәндәй төҙөттө үҙе таш йортто. Фермаға тигән цемент, кирбестәрҙең бер өлөшө уның ихатаһына барып ятты. Исем өсөн ҡаланан яҙҙырып алған ҡағыҙҙар булғас ни, күңеле тыныс. Түрә кешегә ни эшкә атлығып торҙолар. Кеме иҙәнен һалды, кеме тәҙрә яңаҡтарын эшләп бирҙе тигәндәй. Бер йәй эсендә ауылдың ҡап уртаһында ап-аҡ кирбес йорт, “бында иң ҙуры, иң матуры мин” тигәндәй, ҡуҡырайып ултыра ине. Ҡупырыҡ Ғәләметдин күргән-белгәнгә борсаҡты эре ярҙы:
– Кирбес өй кирбес инде, тиҙ генә төҫ ташлап бармай. Әйләнгән һайын буяп тороу ҙа кәрәкмәй, серей, ҡорт төшә тип ҡурҡаһы ла юҡ. Бер төҙөп ҡуйһаң, ултыра ла ултыра. Балаларыңдың балаларына ҡала. Ана, Германияла ниместәр йөҙәр йыл бер йортта йәшәй. Был йортта миңә рәхмәт уҡый-уҡый улдарымдың улдары йәшәр әле.
Шул мәл уларға ҡаршы йәшәгән Мирсат та өй күтәрә ине. Уныҡынан күпкә ҡайтышыраҡ өйгә ҡарашын ташлап, ауыҙы мыҫҡыллы бәлшәйҙе.
– Ә ағас өй бер ғүмергә лә етмәй. Ҡоро расхутланыуың инде, – тине ул, күршеһенең өйөнә төртөп күрһәтеп.
– Әллә иҙән-түбәләрен дә таштан һалаһың инде?..
– Бәй, шулай итмәй! – Мейестән күмер-фәлән төшһә, иҙәндән яна башлай. Ана, былтыр Әнүәрҙең өйөнөң көлө генә ҡалды, таш булһа, бер нимә лә булмаҫ ине.
– Уныһы шулай инде.
Бер аҙҙан йорт бейек ҡойма менән уратып алынды, урыҫ ҡапҡаһын да эшләтеп ҡуйҙы. Ҡайҙандыр көсөк алып ҡайтты, ул башмаҡ ҙурлыҡ эт булып үҫте. Был тирәнән үткән-һүткән уның ажғырып торған тауышынан уҡ йөрәге алына ине. Хәҙер күрше-тирә уларҙың ихатаһына инеү түгел, уны ситләтеп үтте, балаһына ла урабыраҡ йөрөргә ҡушты.
– Аллам һаҡлаһын, имен ереңде ҡалдырмаҫ, – тип иҫкәрттеләр.
Магазин уларҙың ҡаршыһында ғына. Кейемгә, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ заман. Һатыусы күрше ауылдағы базанан әйбер алып ҡайтыр өсөн ат һорап, әлеге лә баяғы, бригадирға бара. Ҡайтҡас, һатыусы магазинды эстән бикләп ҡуя ла Ғәләметдиндең сәрелдәк Ғәзимәһе кәрәкле нәмәне алмайынса тороп, уны асмай.
Ҡул аҫтындағылар менән үҙен ҡол биләүсе һымаҡ тотто Ғәләүетдин. Үҙенән оло ни, йәш ни! Хәйер, тора-бирә ул барлыҡ ауылға тигәндәй хужа булып алды. Екеренеү, ҡысҡырыу, кәмһетеү бер ни түгел ине ауыл түрәһенә. Уның ыңғайына ҡатыны ла ни эшләп улай, ни эшләп былай тип сәрелдәп йөрөй башланы. Ауылдағы бәләкәйерәк өйҙәрҙә йәшәгәндәр, мохтажыраҡтар улар өсөн тиң түгел. Уларҙы фәҡирҙән, хәйерсенән генә ҡырҡтылар.
Хужа булғас ни, мал-тыуары ишле булды. Йәй буйы кешеләр бесән эшләшә, уларына хаҡты бирһә – бирә, бирмәһә – юҡ. Феләкләп-феләкләп бал ҡоя ла бесәнлеккә үк алып барып ҡуя. Ауыҙы эске тип шапылдап торғандарға шул ғына кәрәк. Ата-әсәһенә бесән сапмаһа-сапмай, эске хаҡына иркенләп тау араһында сәхрәлә ята, бесән әҙерләшә. Ә ҡыш буйы йәнә шуны ташып мәж киләләр, йәнә эсергә форсаты сыға. Хатта ошо мәлде көтөп кенә йөрөгән сәрхүштәр ҙә юҡ түгел.
Ул саҡта ла күп йәштәр мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән ҡала тип зыҡ ҡупты. Завод-фабрикалар гөрләп тора, дөйөм ятаҡтан урын бирәләр. Хатта һөнәрселек училищеларына үҙҙәре килеп йыйып йөрөнөләр. Дүрт улы ла этә-төртә һигеҙҙе бөткәс, шул ГПТУ-ға уҡырға китеп, ҡалала төпләнде. Ә Хәмзәнең ауылда ҡалыуы үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Бәй, шулай булмайса! Анау хәтлем хан һарайындай өйҙә икеһе генә йәшәһенме ни?! Ҡоҙалары итеп гел ҙур, иркен йортта йәшәгән хәлле кешеләрҙе күҙ алдына килтерҙеләр. Алла бойорһа, үҙҙәре кеүек шәп кенә ғаиләнән килен төшөрһәләр, ейән-ейәнсәрҙәр тупылдап йөрөр әле.
***
Ваҡыт үтә торҙо. Хоҙай һәр бәндәһен парлы итеп яралта, тиһәләр ҙә, Хәмзәгә тигән иш табылманы ла табылманы. Тиңдәштәре бер-бер артлы кәләш әйттерҙе, гөрләтеп туй үткәрҙе, балалар үҫтерҙе. Улдарының һаман яңғыҙ йөрөүенә ата-әсәһенең йөрәге нисек янғанын берәү ҙә белмәгәндер. Инде Хәмзәләре ҡырҡын тултырып, иллене ваҡлай башланы. Килен төшөрөп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп йәшәр көндәр алыҫтағы бер хыял ғына булып ҡалды ла ҡалды. Улының тиңдәштәренең балалары бәпкә көтөп, быҙау ҡыуып йөрөгәнен күргәндә, бигерәк тә әсәһенең йөрәге һыҙҙы. Ә ул һаман улының керен йыуа, бөксәнләп өй йыйыштыра. Улы өйләнһә, исмаһам, ҡулынан эш төшөр ине. Бындай ваҡытта йыш ҡына иренә былай тип зарланды:
– Кит, ошо ла булдымы бәхет! Әле һаман бөксәнләп эштән бушамасы. Кеше һымаҡ килен алыр көн булырмы? Анау хәйерсенең-хәйерсеһе Мирсаттың улы ла бит әле кәләш алған булып, балалар үҫтереп ята. – Улар ошо күршеһен йыш иҫкә төшөрөр булды.
– Кәләше ишшеү духтыр бит әле. Әсәһе хәҙер түрҙә генә ултыра. Тауыҡ кетәгендәй генә өйҙә йәшәйем тимәй. Ауырып-фәлән китһә, уколын да йәһәт кенә һалып ҡуя. Теләһә, Уфалағы ҡыҙына барып ҡайта. Бер мин генә, күкәй баҫҡан тауыҡ кеүек, өйҙән сыға алмайым. Уға ире ҡушыла:
– Ғибрәт, кәләш алырға ла эшкинмәсе әле?! Ошо йәштә мин ухылдап утын ташып йөрөргә тейешме ни?! Әҙәмдән ғәрлек. Йыйын хәйерсе балаларына сыҡҡан кәләш беҙҙекенә юҡ.
– Ҡуй инде. Исмаһам, ҡыҙҙарым да булманы бит. – Ғәзимә йәнә уфтана. – Ана, кеше ҡыҙҙары ҡайта ла ҡутара эшләп китә. Бүләген дә алып ҡайталар. Ә уның малайҙары йылына ике-өс тапҡыр ҡайтһа ҡайта, ҡайтмаһа юҡ. Ҡыҙҙар түгел, ә уландар күрше тауығы икән.
Бер-бер артлы ул табып, маһайып йөрөгән Ғәләметдин дә элекке түгел хәҙер. Әлеге лә баяғы, Мирсаттың бер-бер артлы өс ҡыҙы тыуғас, бригада йортонда бөтә халыҡ алдында, малай табырға теләһәң, миңә кил өйрәтермен, тип ҡайһылай мыҫҡыл иткәйне.
Ғүмер әкренләп алға бара. Кәләш тигәс тә ошо хәтле донъяға теләһә кемде килен итеп алып ҡайтмаҫ инде Хәмзә. Бында теләһә кем өсөн ҡорған донъя юҡ. Үҙҙәренә тиң, хәлле кешеләр менән ҡатышып йәшәргә кәрәк.
Көндәрҙең береһендә ҡыҙмаса булып Ғәзимә түбән остағы Гәрәйҙәргә китте. Ҡалала эшләгән ҡыҙы Зилә ауылға ялға ҡайтҡан, тиҙәр. Үҙ-үҙенә саманан тыш ышанған ҡатын юл буйы, бына тигән ҡыҙ, үҙҙәренә оҡшап тумалаҡ ҡына, беҙҙең малайға самый, тигән ҡарарға килгәйне инде. Ни эшләп сыҡмаһын, ти, сығыр. Һоратып килгәнгә шатланырҙар ғына. Ҡалала кеше фатирында йәшәй, ти. Бындай йорт теләһә кемгә эләкмәй. Аралары ун ғына йәш.
Ғәзимәнең уй-ниәтен ишетеү менән Зилә:
– Көләһеңме әллә? Мин һуңғы ир тиһәләр ҙә, һинең үгеҙеңә сығаһы башым юҡ, – тимәһенме! Ғәзимәнең битенә сәпәнеләрме ни!
Ах, ҡаты әйтте! Был тиклемен көтмәгәйне Ғәзимә. Ҡайтҡас, үкһеп-үкһеп иланы. Бер көндө һеңлеһе күрше ауылда ире үлгән ҡатынды димләп ҡарағайны ла, тоҡанды ла китте:
– Ни эшләп көләһең ул?! Бында төшөп ҡалған кеше юҡ. Кеше балаһын ҡарап ултырырға ни?! Ошо хәтле донъяны кеше балаһын ҡарар өсөн ҡорған тиһеңме? Юҡ, юҡ, ике аяғының береһен дә баҫтырмайым. Миңә теләһә кемдең быҙаулы һыйыры кәрәкмәй!
***
Ауылда хәҙер әсе теллеләр был өйҙө морг тип йөрөтә. Ата-әсәһе һуңғы йылдарҙа самогон ҡыуырға әүәҫләнеп алды. Һатыуға ла, үҙҙәренә лә. Ул самогонды өс төрлө итеп ҡоя, тиҙәр. Иң яҡшы тип аталғанын үҙҙәре эсһә, унан ҡайтышын – һатыр өсөн. Ауыҙы бер шайтан һыуына тейгән әҙәм тиҙ генә туҡтала аламы һуң? Унан һуң ҡыҙмаса булып алғас, тағы киләләр. Был юлы уларға иң аламаһын сығарып тотторалар. Тик харам аҡсаның кемгә бәхет килтергәне бар? һуң? Ниндәйҙер өмәнән һуң был йортта ике кеше үлеп ятты. Унан егерме йәшлек кенә егеттең ошонда ғүмере өҙөлдө. Уны ерләп, икенсе көн үтеүгә, әле ҡайғынан айнып та бөтмәгән әсәнең йортона кешеләрҙең бурыстары яҙылған дәфтәрен тотоп Ғәләметдин килеп инде. Әллә иҫәнлек ҡушты, әллә юҡ, былай тип һүҙ башланы:
– Үҙең беләһең, туғаным, мәрхүмдәрҙең донъялыҡтан киткәндә кемгәлер бурысы булырға тейеш түгел. Йыназа уҡығанда муллаларҙың да ошо хаҡта һорағанын ишеткәнең барҙыр. Ярай, кисә бөтә ғәм алдында был хаҡта әйтеп торманым. Оят булыр тип. Бына Кәримдең фәлән һум бурысы бар. Шуны алырға килдем.
– Ниндәй бурысы? – Әсә шаңҡып ҡалды. – Ғәләметдин ағай, әйләнгән һайын үҙегеҙ, Кәрим шуны эшләйек, бында барайыҡ, тип йүгереп киләһегеҙ. Яҙын ҡорттарығыҙҙы сығарһағыҙ ҙа – шул Кәрим, көҙөн индерергә булһағыҙ ҙа, әлегә лә баяғы, минең улым. Һеҙгә бесән әҙерләшеп йәй буйына урмандан ҡайтып инмәй ине тиерлек. Ҡулына аҡса биргәнеңде лә хәтерләмәйем. Киреһенсә, үҙегеҙҙең бурысығыҙ бар тип йөрөй инем. Ғүмер буйы һеперел-һеперел дә бурыслы булып ҡал, имеш. Ғәләметдин ағай, һеҙ яңылышаһығыҙҙыр ул?
Был һүҙҙе ишетеүгә уның күҙе маңлайына менде.
– Нисек? Мин яңылышаммы? Бына, ышанмаһағыҙ, был дәфтәргә вис яҙылып барылған. – Ул дәфтәрен асып ҡатындың күҙенә үк терәне. – Күрәһегеҙме, фәлән көндә бесәнгә барышты. Юлға ҡуҙғалыр алдынан ашанылар-эстеләр. Ҡайтҡас, тағы һыйланым, ике ярты самогон эсерҙем. Бында бөтәһе лә дөрөҫ. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, ун мең һум бурысы йыйылған. Түләргә аҡсаң юҡ икән, ана, урамда һарығың тора. Шул етә. – Ғәләметдин ишеккә йүнәлде лә ихаталағы быуаҙ һарыҡты эләктереп елкәһенә һалып сығып та китте.
Бындай уҡ оятһыҙлыҡты көтмәгән ҡатын үкһеп диванға ауҙы, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә иланы:
– Оятһыҙ! Өйөң генә түгел, күңелең дә таш икән. Шул һарыҡ тамағыңа тығылһын! Әлегә харамдың берәүгә лә бәхет килтергәне юҡ. Балаларың бәхет остоғо күрмәһен… Таш йөрәк… Күҙ йәше ташҡа төшмәй…
***
Йылдар үтә торҙо. Ғәләметдин дә, әбейе лә өлкәнәйҙе. Хәҙер уның йортона инәлеп килеүселәр бөтөнләй туҡталды. Һәр кем үҙе ат аҫрай, техникаһы бар. Тормошоноң үткән дәүерен һағынып иҫкә ала Ғәләметдин. Бар ине бит уның ер һелкетеп йөрөгән ваҡыттары. Барыһы ла уны тыңланы. Хатта бәғзе берәүҙәргә сыбыртҡы менән киҙәнергә лә оялманы хужа кеше. Нисек теләне, шулай йәшәне. Их, тормошо гел шулай гөрләп барыр ине кеүек. Ней бынау Хәмзәһе йән көйҙөрөп йөрөй. Һис уйламағанда, үҙе лә, ҡатыны ла, улы ла эскегә әүәҫләнеп алдылар. Эске яҡшыға алып барамы ни?! Әжәл йорт хужаларын ҡапыл бер-бер артлы алып киткәс, ауыл халҡының теленән бер үк һүҙҙәр китмәне.
– Иҫергәс ни, бөтәһе лә аш. Алкаштарға һата торған өсөнсө сортлы самогондарын эскәндәр ти бит.
– Уларҙан да донъя ҡалды.
– Мәңге үлмәҫтәй булып, донъяға һыймай йөрөйҙәр ине.
– Донъяларына харам аҙ кермәне инде!..
Хәмзә яңғыҙы тороп ҡалды, элек гөрләп торған донъя күҙ менән ҡаш араһында тигәндәй юҡҡа сыҡты. Ихата тулы мал-тыуар ҙа тәләфләнде, атаһы үлгән йылда уҡ иллеләгән баш умартаһы бер юлы ҡырылды. Ҡапҡа бағанаһы ла бер яҡҡа ҡыйшайып, ана ауырға, бына ауырға тора. Ҡасандыр ауылда иң ҙур һаналған таш өй бөршәйеп ҡалғандай тойолдо – эргәһендә унан да матур, унан да мөһабәт өйҙәр ҡалҡып сыҡты. Хәҙер улар янында уның ҙурлығы ла, күркәмлеге лә күҙгә салынмай.
Ағайҙары был йортҡа күптән ҡайтҡаны юҡ. Кемдер мунсаһының ишектәрен алған, магазин хужаһы, бурысы күп йыйылған тип, һарайын бушлай тигәндәй һүтеп алып китте. Кәртә-ҡура тирәһе лә теше төшкән әбей-бабайҙың ауыҙына оҡшап бара, тегенән ҡойола, бынан ишелә. Төҙәтеп ҡуйырға көсө лә, теләге лә юҡ.
***
Йылылыҡ етмәүҙән таш стеналар күгәреп, обойҙары һәленеп төшөп, йортто тағы шөҡәтһеҙ итте. Мөйөштәрҙе үрмәкес ауы баҫҡан. Улары себен, күбәләк кеүек нәмәләр менән сыбарланған. Йәне көйгән Хәмзә бер ситтә һалынып торған обой киҫәген һыҙырып быраҡтырҙы. Ҡасандыр ошо йорт өсөн үҙен ауылда әллә кемдәй хис итеп йөрөгән Хәмзә бөгөн килеп мәрхүм булған ата-әсәһен әрләне.
– Асыуымды килтереп тора, ялбырап! Төкөрәйем! Таш өй өймө ни ул? Нимәһенә тип кирбестән һалғандарҙыр? Шәп булалар, йәнәһе. Ағас өйгә етәме ни! Йәйен – эҫе, саҡ ҡына һыуыҡ булдымы – өшөтә, йылытып алыр әмәл юҡ. Был арандай өйгә нисек утын еткермәк кәрәк?!
Хәмзә, магазиндан ҡасан һуңғы тапҡыр тәмәке һатып алғанын хәтерләмәһә лә, салбарының, пинжәгенең барлыҡ кеҫәләрен әйләндереп ҡараны.
– Атаң башы... – Сәсе-башы ойошоп бөткән ир сарт иттереп тағы иҙәнгә төкөрҙө лә мейес алдында төпсөк эҙләй башланы, сүп-сарҙы ҡулы менән төрткөләне. Тапмағас, урамға эскәймә эргәһенә сыҡты. Шунда ирҙәр менән гелән тәмәке көйрәтә улар… Бәлки, табылыр…
Ауыр уйҙар иҙә Хәмзәне. Кешегә ҡысҡырып йөрөмәһә лә, эсендә ут янғанын берәү ҙә белмәй. Күптән инде ҡара ер ҡуйынында ятҡан атай-әсәһен йыш әрләй хәҙер. Шулар ҡыҫылып, беҙгә теләһә кем кәрәкмәй, тип йөрөмәһә, ул да өйләнеп, бәхетле атай булып йәшәп ятҡан булыр ине. Берәй көндө үлеп-фәлән ятһа, уның үлгәнен дә белмәҫтәр. Ауылда бит шундай хәлдәр булып тора. Ана Ғәйәр һуң! Ул йылды буран ныҡ булды. Кемдә тамаҡ туйҙырып, кемдә эшләп, уның әжеренә иҫке кейемдәрен алған ир бер көн күренмәне. Ауыл халҡы үҙ-ара:
– Ошо арала Ғәйәр күренмәйсе, – тип бер-береһенән һорашыуҙан ары китмәне.
– Анау буран көндө ҡар аҫтында ҡалып үлгәндер ул.
Шулай ҙа бер кемдең дә уның өйөнә барып килергә башына ла килмәне. Хәйер, ундай кеше кемгә кәрәк инде? Өс һеңлеһенең ҡайтып хәл белгәне юҡ. Яҙын ғына кемдер Ғәйәрҙең өйөнә барып инеп, уның яртылаш эттәр кимергән кәүҙәһенә тап була. Бахырҙы хатта ерләшергә туғандары ла ҡайтмаған. Ауыл халҡы, нәҫел-нәсәбе йыйылып, арлы-бирле итеп, тәрбиәләп ҡуйҙылар. Хәҙер уның ҡәбере лә ер менән тигеҙләнеп бара. Хатта таш яҙып ҡуйыусы ла табылманы. Теге ваҡыт зыяратта ҡәберен дә таба алманылар…
***
Ваҡытында ҡыҙҙарҙың рәнйешен, ҡарғышын аҙ алманы таш йортта үҫкән Хәмзә. Бигерәк тә атайһыҙ, яҡларға ағайҙары булмаған ҡыҙҙарға көн юҡ ине. Клубҡа сығыр әмәле юҡ, төн ҡараңғыһында арттан килеп йәбешә лә бахыр ҡыҙ баланы һәрмәй унан һөйрәкләй башлай. Бер ваҡыт һуң!
Иртәгә һуңғы ҡыңғырау байрамы. Яҙҙың ғәжәп матур бер көнө. Бөтә тереклек, бөтә тәбиғәт ҡояш нурында ҡойона. Был миҙгелдә урман әйтеп аңлатҡыһыҙ матурлыҡҡа төрөнә. Ыуыҙ ғына япраҡтарҙан аңҡыған хуш еҫ танауҙы ҡытыҡлай, ағастарҙа ҡоштар сутылдаша. Ошо илаһи күренешкә һоҡланып туя алмаған ике ҡыҙ серләшә-серләшә аҡланда алтынбаш сәскәләрен йыйып йөрөй. Әлфиә менән Нәзифә улар. Һуңғы ҡыңғырау байрамында яратҡан уҡытыусыларына бүләк итәсәктәр был гөлләмәләрҙе. Ҡыҙҙар һигеҙенсе класты тамамлай. Быйыл икеһе лә ҡалаға сығып китергә, педагогия училищеһына барырға уйлай. Башланғыс класс уҡытыусыһы булыу хыялдары. Эргәлә генә уларҙың матурлығына, сафлығына ҡул һонорға теләгән яуыз йөрөүе хаҡында баштарына ла килтермәйҙәр һылыуҙар. Хыял диңгеҙҙәрендә йөҙгән ҡыҙҙар Хәмзәнең ауылдан уҡ уларҙы эҙәрлекләп килеп сыҡҡанын аңғармай ҙа ҡала. Ул йыртҡыс тиҙлегендә әсәһе менән генә үҫкән Әлфиәне эләктереп тә ала. Нәзифә иһә ҡурҡышынан ауыл яғына ҡарай саба.
– Ағай, ни эшләйһең ул? Зинһар, ебәр! –Ҡыҙҙың илап-ялбарыуын ишетә буламы йыртҡыс ҡиәфәтенә ингән әҙәм?! – Ебәр, теймә! – Ҡыҙ көсһөҙ генә йоҙроҡтары менән Хәмзәгә һуғырға маташты, тешләне, тыпырсынды, ҡысҡырҙы. – Ҡотҡарығы-ы-ы-ыҙ! Теймә! Әсә-ә-әй!
Әле генә матур хыялдар менән сәскә йыйып йөрөгән ҡыҙҙы мыҫҡыл итте йөрәкһеҙ Хәмзә. Өҙөлгән алтынбаш сәскәләре кеүек Әлфиәнең дә хыялға бай гүзәл үҫмер сағы ошо аҡланда ятып ҡалды. Һуңғы ҡыңғырау байрамына бара алманы ҡыҙ. Бер ай тирәһе дауаханала ятҡас, ғәрлегенән бөтөнләй сит яҡҡа сығып китте.
Хәмзәнең был эшен йәшереп ҡалдылар. Ҡыҙҙың әсәһе, әлеге лә баяғы, нимә кәрәк булһа ла шуға күҙ төбәп бараһың, тип уйлап, ауылдағы иң ҙур хужа менән дошманлашыуҙан ҡурҡты. Шулай ҙа, йөрәктәге рәнйеште үлсәрлек бизмән юҡ ине.
– Ҡәбәхәт! Баламды мәсхәрә иткән кеүек Хоҙай үҙеңде мәсхәрә итһен! Ҡатын төҫө күрмә! Алланың көнө бөгөнгө менән генә бөтмәгән. Күрәһеләрең алда булһын, ҡулың ҡороһон, – тип илай-илай ҡарғаны…
***
– Һин дә асыуымды килтереп ятма әле! – Эскәмйә янында ла төпсөк ишараты күренмәгәс, йәне көйгән Хәмзә кәртә буйында тыныс ҡына көйшәп ятҡан быҙауҙың ҡорһағына шапылдата типте. Ней урамда әҙәм ишараты күренмәй. Элекке һымаҡ ауыл гөрләп тормай шул. Мал көтөү тигән нәмә күптән бөттө, баҫыуҙар буш ятҡас, кеше яман рәхәткә сыҡты, теләгән ваҡытта тора ла һыйырын һауып ҡыуа ла сығара.
Хәмзә өйҙәре ҡаршыһындағы ғына магазинға күҙ һалды. Ишегендә ат башындай йоҙаҡ һалынып тора. Унан ҡарашы ҡаршылағы элек сирҡанып ҡараған Мирсаттың ихатаһына төштө. Бында ла хәҙер мөһабәт йорт ултыра. Ата-әсәһе иҫән саҡта был өйгә бер тапҡыр ҙа ингәне булманы. Юҡ, юҡ, унда инеү түбәнселек һаналды. Ҡунаҡ йыйһалар ҙа, Ҡөрьән уҡытһалар ҙа был күршеләрен саҡырманылар.
Атаһы менән әсәһе хатта уларҙы исеме менән дә әйтеп һөйләшмәне. Күршеләре берәй нимә эшләргә булһа ла, көлөп, мыҫҡыллы ғына ҡарарҙар ине:
– Теге хәйерсе нимә эшләгән була икән?
– Ҡуй инде!
– Анау фәҡир.
Йорттағы был мөнәсәбәт балаларына ла күсте. Балалары, бер класта уҡыһалар ҙа, аралашманы, бер-береһе менән һөйләшмәне тиерлек. Хәҙер Хәмзә бынан сыға белмәй тиерлек. Тәмәке бөтһә лә, шырпыға мохтажлыҡ тыуһа ла бында. Әсе телле ауыл халҡы хәҙер: "Хәмзә Мирсаттың улына пропискаға ингән", – тип кенә ебәрә.
***
Хәмзә ишек шаҡыны. Өйҙән:
– Әйҙүк, – тигән тауыш ишетелде.
Ир тупһанан үтеүенә тәмле аш еҫе танауына бәрелде. Өйҙә шул тиклем йылы, рәхәт, Хәмзәнең һөйәктәре иреп китте.
Ғаилә өҫтәл тирәләй йыйылып күмәкләшеп сәй эсеп ултыра ине.
– Әйҙә, сәй эсәйек! – хужа Хәмзәне өҫтәлгә әйҙүкләне.
Уға ҡатыны ҡушылды:
– Әйҙә, әйҙә! – Ул арала өҫтәлгә аш килтереп ултыртты.
Был өйҙән шул тиклем йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлөр тип һис уйлағаны юҡ ине уның бығаса. Тамағы туйып, тышҡа сығып тәмәке тартып, күңеле булып сыҡҡан Хәмзәнең үҙ ихатаһына ингәс, кәйефе һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо ул. Баҡса яғынан йорттоң нигеҙе бер иле булып ярылып киткәйне.
– Атаң башы! – Хәмзә йәнә әсе итеп һүгенде. – Бына һиңә таш өй!
Ир бөрсөк күҙ йәштәрен иңе менән һөртөп алды. Ошо мәлдә донъяла ул үҙен иң бәхетһеҙ кеше итеп тойҙо. Өйөнә инеп карауатына барып ауған ирҙең күҙенә тағы стена мөйөшөндәге үрмәкес ауы ташланды. Унда аяуһыҙ итеп себен безелдәй ине. Хәмзә үҙен ошо селтәр тотҡондағы себенгә оҡшатты.
Ә ҡышҡы көндәрҙең береһендә иҫереп урамда тәгәрәгән Хәмзәнең ике ҡулын да туңдырыуы ишетелде...
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo