Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 07:00

"Радий улыбыҙға рәхмәт"

Мәғәмүрә Исхаҡова: - Радий улыбыҙға рәхмәт. Беҙгә – ололарға яҡты, йылы дауахана, һәйбәт табиптар булһа – үҙе шатлыҡ. Был йәһәттән беҙҙе яңы дауахана ҡыуандыра ғына. Әлбиттә, бар проблемаларҙы бер көндө хәл итеп булмайҙыр, шулай ҙа беҙҙең Урғаҙа ауылына иғтибар көсәйеүенә рәхмәтлебеҙ. Йорт-ил тыныс булһын, донъялар именләнеп китһен.

"Радий улыбыҙға рәхмәт""Радий улыбыҙға рәхмәт"
"Радий улыбыҙға рәхмәт"

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында  яңы дауахана эшләй башланы. Бинала ике терапия участкаһы һәм бер педиатрия участкаһы бар. Дауаханала процедура, прививка яһау, физиотерапия, акушерлыҡ кабинеттары эшләй. Шулай уҡ бында халыҡ алты урынлыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа һәм алты урынлыҡ терапия профилендәге көндөҙгө стационарҙа дауалана ала.

Республика Башлығы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауыл медицинаһын яңыртыу – республикала комплекслы хәл ителеп килгән төп бурыстарҙың береһе.

Мәғәмүрә Исхаҡова, хаҡлы ялда:

- Радий улыбыҙға рәхмәт. Беҙгә – ололарға яҡты, йылы дауахана, һәйбәт табиптар булһа – үҙе шатлыҡ. Был йәһәттән беҙҙе яңы дауахана ҡыуандыра ғына. Әлбиттә, бар проблемаларҙы бер көндө хәл итеп булмайҙыр, шулай ҙа беҙҙең Урғаҙа ауылына иғтибар көсәйеүенә рәхмәтлебеҙ. Йорт-ил тыныс булһын, донъялар именләнеп китһен.

Гүзәл СӘЛИХОВА

"Радий улыбыҙға рәхмәт"
"Радий улыбыҙға рәхмәт"
"Радий улыбыҙға рәхмәт"
"Радий улыбыҙға рәхмәт"
"Радий улыбыҙға рәхмәт"
"Радий улыбыҙға рәхмәт"
Автор:
Читайте нас