+21 °С
Болотло
Кисә «ЛизаАлерт» ирекмәндәре 16 йәшлек Диана Хәсәнованың юғалыуы хаҡында хәбәр итте. Уның ҡайҙа булыу 11 ғинуарҙан бирле билдәһеҙ.
Билдәләре: буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, һоро сәсле, йәшел күҙле. Ҡара пальто, ҡара спорт костюмы, ҡара угги кейгән.
15 йәшлек Артем Фазлыевтың да ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Ул 13 ғинуарҙра юғалған.
Билдәләре: буйы 167 см, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Ҡара оҙонса куртка, аҡ футболка, ҡара трико, аҡ кроссовкалар кейгән.
Үҫмерҙәрҙең ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.