+1 °С
Болотло
Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында һөйләне.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ, урыны менән томан төшәсәк. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ-2, -7 градус, таулы райондарҙа +3 градусҡа тиклем.
Дүшәмбе, 10 февралдә, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, урыны менән -15-кә тиклем, көндөҙ +1, -4. Шишәмбе,
11 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ 0, -5 градус.