Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
12 Февраль 2025, 04:31

Был хәлде бик етди, тиҙәр

Япония ғалимдары глобаль йылыныуҙың бер сәбәбен атаны.

Был хәлде бик етди, тиҙәрБыл хәлде бик етди, тиҙәр
Был хәлде бик етди, тиҙәр

Япония ғалимдары әйтеүенсә, ерҙәге глобаль йылыныуҙың бер сәбәбе - углекислый газ концентрацияһының рекордлы кимәлгә етеүе. Ул 421,3 өлөшсә кимәленә тикелем күтәрелгән. Был 2010 йылда күҙәтеүҙәр башланғандан алып иң юғары күрһәткес.

Бының төп сәбәбе, япон ғалимдары фекеренсә, кеше эшмәкәрлегенән сыҡҡан ҡалдыҡтарҙың артыуы.

Японияның тирә-яҡ мөхит министры Асао Кэйитиро был хәлде бик етди тип һанай, СО2 концентрацияһының артыуы глобаль йылыныу менән туранан-тура бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ғалимдар иҫкәртә: әгәр ташландыҡтарҙы кәметмәһәк, планета өсөн эҙемтәләр бик һәләкәтле буласаҡ.

Автор:
Читайте нас