Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында һөйләне. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус.
Йома, 14 февралдә, үткән көндәге кеүек үк, урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -3, -8 градус.
Шәмбе, 15 февралдә, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, көньяҡта яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, көндөҙ -3, -8.