Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Февраль 2025, 07:03

ЭТТӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ ХАС

Йәй көндәре. Дүртенсе класты тамамлаған ваҡыт. Малайҙар менән үҙебеҙҙең яҡта уйнап йөрөйбөҙ.

ЭТТӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ ХАСЭТТӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ ХАС
ЭТТӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ ХАС

Эттәрҙең тоғро дуҫ икәне тураһында тау-тау хәбәрҙәр табырға була. Улар араһында ла, кешеләр йәмғиәтендәге кеүек, аҡыллыларын, аҡылһыҙҙарын, ҡурҡаҡтарын, батырҙарын төҫмөрләйһең, ҡылыҡтарына ғәжәп итәһең.
Балалар бигерәк тә эт, бесәйҙе ярата, улар менән ҡәҙимгесә һөйләшә-һөйләшә уйнайҙар, һәр саҡ уртаҡ тел табалар. Әйткәндәй, эттәр араһында иң аҡыллылары һәм тоғролары булып немец һәм шотланд овчаркалары, шунан колли, артабан лабрадор һәм ретриверҙар һанала, исемлекте тағы ла дауам итергә булыр ине.

Йәй көндәре. Дүртенсе класты тамамлаған ваҡыт. Малайҙар менән үҙебеҙҙең яҡта уйнап йөрөйбөҙ. Эргәбеҙҙән беҙҙең тиҫтер бер малай өҫкө яҡ урам яғына сабып китеп барҙы. Кемдер һораны:
– Ҡайҙа бештең, йомшаҡ морон?
– Овчарка ҡарарға бештем, ҡаты морон.
– Ниндәй овчарка?
– Немецкий овчарка.
– Кемдеке?
– Милицияныҡы.
– Алдамайһыңмы? Алдаһаң – туҡмалаң!
– Алдамайым, антым-шинтым, билләһи!
Бар уйынды ташлап, беҙ ҙә малай артынан үрге урам яғына ашыҡтыҡ. Магазин аръяғындағы бер өйҙөң һайғауҙан торған ҡоймаһына ысынлап та овчарка бәйләп ҡуйылған: ҡолаҡтары шеш, үҙе һомғол, аҡһыл һоро төҫтә.
Өй тирәләй, ҡайһы арала ишеткәндәрҙер, халыҡ йыйылып киткән. Эт эргәһендә торған милиционер уға яҡын берәүҙе лә ебәрмәй тора. Ҡалған ике милиция хеҙмәткәре – бер туҡтамай өйгә, аласыҡҡа инеп-сығып йөрөйҙәр. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланды: беҙҙең ауылдан ун ике саҡрым ерҙә ҡыҙыҡ ҡына исемле утар бар ине. Хәҙер ул бөткән ауыл һанала, сөнки унда бер генә ғаилә йәшәп ҡалған. Был ауылда урмансылар йәшәй ине, медпункты, башланғыс мәктәбе, бай ғына магазины булды. Төпкөл урман араһында урынлашҡан ауылдың магазины йыйылған аҡсаһын сельпоға онотҡанда бер тапшыра. Шуны нисектер белеп ҡалған беҙҙең ауыл кешеһе төндә, магазинды боҙоп инеп, булған аҡсаһын сәлдереп юҡҡа сыға. Ул ваҡытта аҡсаларҙың ҙур ваҡыты ине. Иртә менән эшкә барған һатыусы магазин ишегенең боҙолғанын күреп, район эске эштәр бүлегенә хәбәр итә. “Бур шул уҡ ауылдыҡы булырға тейеш, – тип фараз итәләр милиция хеҙмәткәрҙәре, – был тиклем төпкөлгә ҡыр яҡтан кем генә килеп йөрөһөн инде?”.
Шул ауылда йәшәгән ике туған ағайым һөйләүенсә, эткә йоҙаҡты ҡайырып ватҡыслаған ломды еҫкәтәләр һәм бурҙың эҙе буйлап барырға ҡушалар. Овчарка туп-тура ауылдан ҡырға, яңы ғына милиция килгән юлға тарта. Эт артабан алға ынтылһа ла, эт тотоусы ике тапҡыр уны көсләп кире бора, магазинға алып килеп яңынан бур тотҡан әйберҙәрҙе еҫкәтә, ләкин эт барыбер ауылдан ситкә тарта. Ҡыҙыл кәпәслеләр үҙ-ара кәңәшләшәләр ҙә овчарканы үҙ ыңғайына ҡуялар. Эт юл буйлап ҡына саба. Берәүһе оҙон дилбегә менән этте тотоп артынан йүгерә, икәүһе мотоцикл менән артынан төшә. Эт тотоп барып, эт булып арығанды алмаштырып баралар. Овчарка беҙҙең ауылға тиклем еҫкәнә-еҫкәнә йәнтәслимгә саба һәм баяғы өҫкө урамдағы өйгә барып инә.
Өй хужаһы өйҙә юҡ икән, эстә тик хужабикә генә. Уныһы иренең иртә менән сығып киткәнен генә әйтә, башҡа бер ни ҙә белмәй.
Артабан ни булырын ҡыҙыҡһынып ҡарап торабыҙ. Беҙ, малайҙар, күберәк һомғол һәм беҙгә матур булып күренгән эттән күҙебеҙҙе алмайбыҙ. Бер ваҡыт эт сыйылдап һарай яғына тартыла, илағандай тауыш сығара башланы. Эргәһендә торған бағыусы уны бәйҙән ысҡындырҙы ла, дилбегәһен оҙон итеп тағатып тотоп, һарай яғына ынтылған эт артынан төштө. Халыҡ та ҡыҙыҡһынып шул яҡҡараҡ күсте һәм ҡырҙан тороп күҙәтеүен дауам итте. Беҙҙең күҙ алдында овчарка аҙбар артында өйөлөп ятҡан тиреҫкә барып етте лә уны ҡаҙа башланы. Икенсе милиционер һәнәк табып алып, эт ҡаҙған урынды ике-өс сәнсеп ырғытыуы булды, баяғы урындан хужалыҡ сумкаһы килеп сыҡмаһынмы? Һәнәк тотҡан милиционер йоп-йомро сумканы ҡулына алып, замогын тартып асты һәм бик шатлыҡлы тауыш менән:
– Аҡса табылды! Тәки аҡсаны таптыҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм халыҡҡа ҡарап: – Иптәштәр! Хәҙер ҡайтһағыҙ ҙа була, һеҙ бушлай ҡараған спектакль бөттө. Шаршау! – тине лә сумканы өйгә алып инеп китте.
Ләкин таралыусы кеше булманы, киреһенсә, улар күбәйеү өҫтөндә ине. Шул арала овчарка тағы ситкәрәк, картуфлыҡтың теге яҡ осона тартыла башланы. Уны дилбегә менән тотоп торған милиционер ыңғайына ҡуйҙы һәм эт артынан үҙе лә йүгерҙе.
Был юлы дүрт аяҡлы дуҫ хужаһын картуф баҡсаһы аша һөйрәп алып китте, унан сығып артта ағып ятҡан йылғаға ынтылды, шунан һуң йылға аръяғындағы тауҙарға ҡарай йүрмәләне. Тиҙҙән эт менән уны тотоп барыусының һыны тауҙар артында юғалды. Халыҡ тағы бер сәғәткә яҡын ҡарап торҙо ла яйлап таралыша башланы. Тап шул ваҡыт яҡындағы тау башынан ике кеше һәм эт күренде. Пистолеты ла булмаған эт менән ҡуша йүгереп йөрөүсе хеҙмәткәр уғрыны әсиргә алып, уның өйөнә тиклем килеп етте. Кемдер милиционерҙан:
– Ҡустым! Уны ҡайҙан таптың? – тип һораны. Ул:
– Бынау ҡаршылағы тау артындағы яңғыҙ ҡайында ҡош кеүек ултыра ине, – тип яуап бирҙе.
Бурҙы, әлбиттә, мотоцикл сәңгелдәгенең артта нығытып ҡуйылған тәгәрмәсе өҫтөнә ултыртып, райүҙәккә алып киттеләр. Бындай аҡыллы эткә ни әйтәһең инде!
Эт тәүтормош-община ҡоролошо дәүеренән үк кешегә хеҙмәт иткән, уның менән бергә һунарға йөрөгән, ҡуяндан айыуға тиклем булған ҡыр хайуандарын, йыртҡыстарҙы тотоуҙа ярҙам иткән, ырыу-ара һуғыштарҙа дошман яҡынлағанын аңғартҡан.
Тағы шуны әйтеп китергә кәрәк: Беренсе бөтә донъя һуғышы осоронда уҡ эттәрҙе төрлө фронттарҙа ҡулланғандар, ләкин уларҙың эше күбеһенсә төнгө осорҙа хәрби патруль ролен һәм рота, батальон йәки дивизиялар араһында мәғлүмәттәр ташыу менән сикләнгән. Ул ваҡытта эттәрҙе өйрәтеү пункттары ла булмаған, кем эт менән күберәк уртаҡ тел тапҡан, шулар өйрәтеп маташҡан. Күп ваҡыт ҡайһы бер эттәр һалдат әмерен үтәүҙән баш тартҡан йәки китеп бөтөнләйгә юғалған, ҡаршы яҡҡа сығып киткән.
Эттәр тураһында иң тәүгеләрҙән Всеволод Языков бер нисә китап яҙған кеше. Ул үҙенең “Курс теории дрессировки собак. Военные собаки” тигән хеҙмәтендә (1928) эттәргә классификация эшләгән, иң аҡыллы һәм тыңлаусандары немец овчаркалары булыуын әйткән, эт өйрәтеүҙә быға тиклем билдәле булмаған ысулдарҙы асып һалған, кинолог (боронғо грек телендә кино – эт, лог – өйрәтеүсе) нисек һәм нимә белергә тейешлеген тәфсирләгән.
1919 йылда уҡ Ҡыҙыл Армия штабына эттәрҙе хәрби эштәрҙә ҡулланыу һәм уларҙы өйрәтеү питомнигы булдырыу тураһында ул тәҡдим итә, 1924 йылда тәҡдим ыңғай хәл ителә – СССР реввоенсовет бойороғо менән питомник булдырыу күҙаллана, аҡса бүленә. “Красная Звезда” исемле хәрби-спорт клубында эттәрҙе тәрбиәләү башлана. Был турала ишеткән немец хәрбиҙәре уларҙың эшенә хатта көнләшеү менән ҡарай. Ләкин Языков 1938 йылда үлеп ҡала, шулай ҙа эште дауам итәләр, ун бер йүнәлеш буйынса эттәрҙе өйрәтеү графиктан ситләшмәй бара. Ошондай уҡ эштәр ОСОАВИАХИМ (ДОСААФ, РОСТО) системаһында дауам итә. Һуғыш башланыу менән кешеләр ыңғайына эттәр ҙә мобилизацияға эләгә. Бигерәк тә санитар һәм “йөк ташыу” эттәре фронтта бик ныҡ кәрәге тейә. Санитар ҡыҙҙар менән бергә ҡыш еңел генә “чукотка” санаһында, йәй булһа, еңел генә арбаға егелгән эттәр яралы һалдаттарҙы фронт һыҙығынан тылға ташый. Бындай екке эттәрҙең һаны 15 меңдән ашыу була. Снарядтар, бомбалар шартлауына ҡарамай, эттәр үҙ эштәрен еренә еткереп башҡара. Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа эттәр 700 мең яугирҙы яу яланынан сығара, 3500 тонна ауыр снарядтарҙы ташый.
Санитарҙар төркөмө етәксеһе булып хеҙмәт иткән Сергей Соловьев эттәр тураһында былай тип иҫкә ала:
– Ут ямғыры арҡаһында беҙ яралыларға бара алмай этләндек. Шул арҡала күптәр һәләк булыры көн кеүек асыҡ, уларға кисектергеһеҙ медикамент кәрәк. Ошондай хәл иткес минуттарҙа эттәр медикамент тейәп, яралы һалдатҡа шыуышып барып етеп, сумкаларын тотторалар, һалдаттың яраһын бәйләп бөткәнен тыныс ҡына көтөп торалар, шунан һуң ғына икенсе яралыға шыуышалар. Улар үлгәндәр менән иҫһеҙ ятҡандарҙы аныҡ айыра белә ине. Иҫһеҙ ятҡанды тапһа, ул иҫенә килгәнсе битен ялай, еңел генә итеп мороно менән төрткөләй. Ышанмаһағыҙ-ышан­мағыҙ, ләкин һалдат үлһә – эттәр оҙаҡ итеп шыңып илай торғайны. Өс йыл эсендә, мәҫәлән, санитар Дмитрий Трохин Бобик ҡушаматлы эте булған төркөм менән 400 ҡаты яралыны һуғыш яланынан сығарырға өлгәште. Кинолог Трохин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды.
Тағы бер эт хужаһы (кинолог) ефрейтор Зорин үҙенең Мөхтәр исемле овчаркаһы менән 400 ҡаты яралыны һуғыш яланынан алып сыҡты. “Мөхтәр” үҙе контужен булып тәгәрәп ятҡан хужаһы Зоринды ла ҡотҡарҙы. Һуғыш осоронда 80 яралыны алып сыҡҡан кинологка Советтар Союзы геройы исеме бирелә торған булған, ә эттәргә похлебка менән маҡтап елкәһенән яратыу ғына эләккән. Хәҙер генә был тоғро хайуандарға миҙал һәм медальон биреүҙәр башланды. Уныһы ла эттәр ярышы барышында.
Эттәрҙең бер өлөшө мина табыу буйынса өйрәтелә. Күҙ алдына килтереүе ҡыйын: һуғыштағы 6 мең эт 4 миллион мина, фугас һәм башҡа төрлө шартлатҡыстарҙы табып, саперҙарға аңғарта, улары, әлбиттә, был шартлатҡыстарҙы ғәмәлдән сығаралар. Бигерәк тә Белгород, Киев, Одесса, Новгород, Витебск, Полоцк, Варшава, Прага, Вена, Будапешт, Берлин ҡалаларын шартлатҡыстарҙан азат итеүҙә эттәр хәл иткес роль уйнай, шул арҡала һәр бер ерҙә унар меңләгән һалдат тере ҡала. Миналарҙы таба-таба улар 15 153 саҡрым юл үтә. Ә күпмеһе дошман пуляһынан, фугас, мина, бомба шартлауынан һәләк була. Бына эттәр ҙә илде һаҡлауҙа шундай ҙур өлөш индерә.
Бер төркөм эттәр дошман танкыһы аҫтына инеп, шартлатҡыс эленгән эйәрен ташлап сығып ҡасыуға өйрәтелгән. Немецтар эттәргә ҡаршы сеткалар ҡуйып маташалар, атып ҡарайҙар, ләкин йылғыр эттәр барыбер танк аҫтына инә алғандар һәм уны шартлатҡандар. Ләкин был эштә күп кенә эттәр дошман танкыһы менән бергә һәләк булған, сөнки эйәрен ташлау процесында ниндәйҙер тотҡарлыҡтар ҡамасау яһаған. Бындай эттәр, яҡынса иҫәп буйынса, меңгә яҡын танкты юҡ иткән.
Элемтәсе эттәр тураһында ла яҙмау мөмкин түгел. Бик ауыр һуғыш шарттарында кеше үтә ала алмаған урындарҙа эттәр хәрби бойороҡтарҙы, мәғлүмәттәрҙе әйтелгән урынға алып барған, кире ҡайтҡан. Улар кеше йөрөй алмаған ерҙәрҙә элемтә тимерсыбыҡтарын һуҙған. Эт яралы булһа ла, үҙ бурысын үтәргә тырышҡан. Мәҫәлән, Альма исемле эт икенсе полкка пакет алып китеп барған ваҡытта, уны немец снайперы күреп ҡала, беренсе тапҡыр ҡолағын тишә ата, икенсе тапҡыр пуля моронона тейеп, селпәрәмә килтерә. Ҡаны ағып барған Альма барыбер пакетты урынына еткерә һәм шунда бер ни тиклем тере ятып йән бирә.
Икенсе Рекс исемле эт Днепрҙы күп тапҡыр ике яҡҡа йөҙөп сыға, пакет ташый, яралана, ләкин хәл йыйып алып, эшен дауам итә. Ул бөтәһе 1649 пакетты алып барып еткергән.
1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парады үткәнен барыһы ла хәтерләйҙер. Унда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Сибайҙа эшләп йөрөгән Ғилман Сафин ҡатнаша. Парадты маршал Жуков ҡабул итә. Танкылар, самоходкалар, һалдат­тар үткәндән һуң, кинологтарға сират етә. Һәр береһе эттәрен эргәгә алып атлайҙар. Ләкин илдең баш кинологы подполковник Мазовер ғына яралы эте Джульбарсты ҡулында тотоп уҙа. Уға шулай барырға рөхсәт бирәләр, сөнки Джульбарс “За боевые заслуги” миҙалы алған берҙән-бер эт була, һәм уны ошолай тотоп барырға рөхсәтте Сталин үҙе бирә, тиҙәр, ә этте урап тотор өсөн кинологка кителен сисеп тоттора, имеш.
Бер һүҙ менән әйткәндә, эттән дә тоғрораҡ дуҫ булмайҙыр.
Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көндә хужаһы тарафынан ташланған берәҙәк хайуандарҙың артыуы, уларҙың өйөр-өйөр теләһә ҡайҙа йөрөүе, ә ҡайһы саҡ кешеләргә ташланыуы, улар тарафынан малдарҙың зыян күреүе ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе булып торорға тейеш беҙҙең илдә. Был осраҡта тоғро дуҫтың дошманға әйләнеүе аяныс.

 

Борис Хәйертдинов.
Баймаҡ районы

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/dog-german-shepherd-lying-grass-park_2583707

Автор:
Читайте нас