Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Февраль 2025, 07:12

Ашаған саҡта һыу эсергә яраймы?

Диетолог, гастроэнтеролог Индира Ғималетдинова бының ни тиклем зыянлы һәм ҡасан эсеүе яҡшыраҡ булыуы хаҡында һөйләне.

Ашаған саҡта һыу эсергә яраймы?Ашаған саҡта һыу эсергә яраймы?
Ашаған саҡта һыу эсергә яраймы?

Әгәр ашҡаҙан ауырыуҙары булмаһа, ашаған ваҡытта һыу эсеүҙең бер ниндәй ҙәҡурҡынысы юҡ. Әммә майлы ризыҡтан һуң һыу эсергә кәңәш ителмәй. Әйтәйек, былау ашағанда һалҡын һыу эсеү, әлбиттә, бик зыянлы. Был осраҡта аш һеңдереү әкренәйәсәк һәм хатта ашҡаҙан аҫты биҙенә лә тәьҫир итеүе ихтимал.

Һыу һеңеп өлгөрһөн өсөн кәм тигәндә ашарҙан 7-10 минут алда эсһәгеҙ яҡшыраҡ була. Был ябығыу өсөн дә файҙалы, ашҡаҙан күләменең бер өлөшөн тултырасаҡ.
Был ысулды әүҙем ябыҡҡан кешеләр ҙә ҡуллана ала. Ниндәйҙер татлы ризыҡтарҙы ашағыһы килһә - бер стакан һыу эсеп, организмды алдарға мөмкин.

Әгәр ашағандан һуң эсергә теләһәк - аштан һуң кәм тигәндә 40-60 минут көтөргә кәрәк.

Сығанаҡ: https://ufacitynews.ru/zdorovye/169670-dietolog-iz-ufy-objasnila-mozhno-li-zapivat-edu-vodoj.html

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас