+24 °С
Ямғыр
14 февралдә, Ғашиҡтар көнөндә, Башҡортостан ЗАГС-тарында 164 пар никахтарын теркәгән. Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.
Ведомствола һөйләүҙәренсә, иң күп никахтар Өфөлә теркәлгән - 77 пар: 21-е - Октябрь районында, 13-ө - Киров, 11-е - Дим, 10-ар - Орджоникидзе һәм Совет райондарында, һигеҙе - Ленин һәм дүртәүһе Калинин райондарында өйләнешкән.
14 февралдә Башҡортостандың башҡа муниципалитеттары араһында никах теркәү һаны буйынса Нефтекама - унда ете туй булған.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo