Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Февраля 2025, 11:47

Уртаҡ маҡсат Еңеүҙе яҡынайта

Ауыл халҡы бер аҙна эсендә 170 антидронлы юрған теккән!

Уртаҡ маҡсат  Еңеүҙе яҡынайтаУртаҡ маҡсат  Еңеүҙе яҡынайта
Уртаҡ маҡсат Еңеүҙе яҡынайта

Федоровка ауылы халҡы Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ауыл халҡы бер аҙна эсендә 170 антидронлы юрған теккән! Туҡыманың һәр өлөшө ҡулдарҙың йылыһы һәм доғалар менән тегелгән.

Үткән аҙнала ауыл халҡы ныҡ әүҙем булды. Кешеләр уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индереү, илен һаҡлаусыларға ярҙам итеү өсөн күп көс һалды.

15 юрғандан торған исемле посылка Рәсәй Геройы Никита Петровҡа ебәрелде. Был уның ҡаһарманлығын таныу билдәһе генә түгел, ә һәр яугирҙың артында ярҙам итергә әҙер булған бөтә ил тороуын белдерә.

"Был юрғандар ышаныслы һаҡсы булып хеҙмәт итһен һәм тыуған еренең йылыһы менән йылытһын!" - ти Федоровка ауылы халҡы.
 

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ХәйбуллаРайоны #ХайбуллинскийРайон #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас