Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Февраль 2025, 08:18

“Ҡарҙар иреп, йәмле яҙҙар килде, Ер йәшәрә тыуған яғымда..."

Донъяла талантлы кешеләр бала саҡтан уҡ үҙ һәләттәрен күрһәтә, тиҙәр. Йәмил Сәйҙәлиев тап шундайҙарҙың береһе булған.

“Ҡарҙар иреп, йәмле яҙҙар килде,  Ер йәшәрә тыуған яғымда..."“Ҡарҙар иреп, йәмле яҙҙар килде,  Ер йәшәрә тыуған яғымда..."
“Ҡарҙар иреп, йәмле яҙҙар килде, Ер йәшәрә тыуған яғымда..."

Донъяла талантлы кешеләр бала саҡтан уҡ үҙ һәләттәрен күрһәтә, тиҙәр. Йәмил Сәйҙәлиев тап шундайҙарҙың береһе булған. Булған тип әйтәм, сөнки ул беҙҙең араларҙан ни бары 17 йәшендә генә китте... Йәмилдең бала сағынан уҡ өлкәндәрсә уйлауы, ижадының өлгөргәнлеге, үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе менән күптәрҙе хайран ҡалдыра.

Йәмил — бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ Баймаҡ егете. Ул классик әҫәрҙәр уҡыу һәм һүҙ сәнғәтен өйрәнеү менән мауыға. Үҙенең алдына ҙур маҡсаттар ҡуя. Егет тирә-яҡ донъя, үҙенең кисерештәре менән илһамланып бала саҡтан уҡ яҙыша башлай. Йыш "Аманат" журналы биттәрендә баҫыла, Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында уҙғарылған әҙәби конкурста еңеүсе булып таныла. Таланты үҫешкәндән-үҫешә бара, юғары баһалана. Егет алдында әҙәбиәт өлкәһендә бөтә юлдар асыла кеүек...
Уның шиғырҙары һәм хикәйәләре тормош, мөхәббәт, тарих һәм именлек хаҡында тәрән уйланыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Мостай Кәрим әҫәрҙәренә бағышланған шиғырҙар һәм эсселар яҙған. Йәмил Сәйҙәлиевтең үҙенсәлекле стиле һәм таланты уны белгән һәм ҡәҙерләгән кешеләрҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Фажиғәле яҙмы­шы уның ижадының юғары бейеклеген күрергә насип иттермәне. Йәмил Сәйҙәлиев 17 йәшендә генә мәрхүм була. Ләкин үҙе үлгәндән һуң да, ижады тере ҡала һәм йәш яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы илһамлан­дырыуын дауам итә. Йәмил үҙенең әҫәрҙәренән йыйынтыҡ сығарырға хыяллана. Әммә “Баймағымда алһыу таң атты...” китабы Мостай Кәрим исемендәге фонд тарафынан үҙе үлгәндән һуң донъя күрә.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә Баймаҡ үҙәк биләмә-ара китапханаһы Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурс ойошторҙо.
– Беҙ Баймаҡ таланттарына ышанабыҙ, сөнки һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Мин Баймаҡҡа ҙур тулҡынланыу менән килдем, – тип һүҙ башланы үҙенең сығышында Фонд директоры Әлфиә Кәримова. — Был ергә атайым менән һуңғы тапҡыр килгән саҡта ғашиҡ булдым. Ул ваҡытта Мостай Кәримдең Башҡортостан, Урал аръяғы буйлап ҙур сәфәрендә йөрөй инек. Өфөгә ҡайтышлай атайым ныҡ арыған да, ауырый ҙа ине. Әммә Баймаҡты урап үтә алманы! Бында уны яҡын кешеһе кеүек йылы ҡаршы алдылар – зал тулы булды, хатта урамда ла торҙолар. Арығанын да онотоп, дәртләнеп, Баймаҡ халҡы менән оҙаҡ итеп һөйләште... Йәш шағир Йәмил Сәйҙәлиевтең Баймаҡта йәшәүен белһә, был икеләтә шатлыҡлы булыр ине! Ул уның рухи "ауылдашы" булыр ине (рухы буйынса яҡындарын, шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы, музыканттарҙы, рәссамдарҙы, һүҙ, сәнғәт матурлығын халыҡҡа еткергән һәм: "Беҙ бер рухи ауылдан" тип әйткән кешеләрҙе шулай атаны).
Был сарала Йәмилдең уҡытыусыһы Зәкиә Зәкир ҡыҙы бик яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты:
– Беҙ, класташтары, йыл һайын ул мәрхүм булған көндө, һуңғы ҡыңғырауҙа, уның ҡәберлегенә барып иҫкә алабыҙ. Шул тиклем алсаҡ булды! “Уйнап йөрөй инем шиғыр тыуҙы”, – тип, яҙғанын тотоп килә торғайны. Миңә лә бағышлап бер шиғыр яҙҙы. Ул тарих уҡытыусыһы булам, тип хыяллана ине. Мин уға, һин уҡытыусыларҙы уҡытҡан уҡытыусы булырһың, һинең башың шәп эшләй, тинем, ә ул, минең балаларҙы уҡытҡым килә, ти. Уҡыусылар менән яҡшы мөнәсәбәттә булды. Яҡшы уҡыны, бик тырыш ине ул.
Әсәһе Фәниҙә Солтанова улының әҙәбиәттә үҙ юлын нисек башлауын ғорурланып иҫкә алды. Ул Йәмилдең хәтерен мәңгеләштереүҙә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Айнур АҠЫЛОВ.

 

Таналыҡта таң ата

Ап-аҡ томан Таналыҡта,
Аҡ томанда оса аҡсарлаҡ;
Шыбыр-шыбыр һыу ҡойона
Ҡаҙ-өйрәктәр сыр-сыулап.

Парлы аҡҡош йөҙә өйөрөлөп,
Ҡарағыҙсы, тиеп көнләшеп.
Бөйөк аҡҡош мөхәббәте!
Йәшәйексе шуға тиңләшеп.

Ҡарт ишкәксе кәмә менән
Йөҙөп китте томан эсенә,
Тулҡындары килеп бәрелделәр
Һары талдың нескә биленә.

Ошо тал төбөндә алтын балыҡ
Сихри итеп ҡарай күҙемә.
Бөтәһе лә бар бит минең,
Ни һорарға икән үҙемә?!

Серле балыҡ юҡҡа сыҡты,
Өлгөрмәнем асып ауыҙымды.
Алтын нурын һибеп ҡояш ҡалҡты,
Баймағымда алһыу таң атты...
Баймағыма

Ирәндектең йылы ҡуйынына
Һыйынып ята Баймағым,
Ул, әсәләй, алған ҡосағына,
Баймағыма теймәй ел-дауыл.

Баймаҡ атлы был ҡаланы
Ярата һәр кем, йәше-ҡарты,
Тәбиғәте бик матур бит —
Йәйе йәмле, яҙы яғымлы.

Ҡала уртаһында мәсет тора,
Аҙан әйтеп нурлай күңелде.
Иман булған ерҙә
Бәхет булыр, иншалла!

Ҡурайым

Тын ҡалығыҙ, тыңлағыҙ,
Мин ҡурайҙа уйнайым.
Таңдарҙа һыҙҙырған
Һандуғастай булайым.

Эй, ҡурайым – моңло дуҫым,
Һандуғас та көнләшә.
Ҡурайыңды ташлама, тип
Күктән айым өндәшә.
Күңелдә яҙ

Ҡарҙар иреп, йәмле яҙҙар килде,
Ер йәшәрә тыуған яғымда,
Һандуғастар һайрар инде
Таналыҡтың һары талында.
Бәпкә үлән морон төртә
Минең йөрөгән юлымда,
Күңелдәрем һеҙҙе көтә,
Мин ҡайтырмын тағын да.
Ашҡынамын йәнем дуҫтарға
Эй һағындым тыуған төйәкте!
Күп йөрөмәм сит яҡтарҙа
Баймағымда – йөрәгем!

Әсәйем мине көтә

Мөрйәбеҙҙә төтөн бейей,
Әсәйем өйҙә икән,
Әсәкәйемде һағынып,
Йүгереп ҡайтып киләм.

“Һаумыһығыҙ!” – тиеп сәләм бирәм,
Һорлан эт килде ҡаршы,
Әсәкәйем йүгереп сығып,
Ҡыҫып ҡосаҡлап алды.

Әсәкәйем өйҙә булғас,
Самауыр йырлап көтә.
Хуш еҫтәрен бөркә-бөркә,
Тәмле бәлештәр бешә.

Әсәй менән сөкөрҙәшеп
Ултырып сәйҙәр эстек,
Һорлан менән Матурҡайға
Бәлештән өлөш бирҙек.

Барыбыҙ ҙа туҡ та, шат та,
Әсәйем өйҙә булһа.
Әсәкәйем беҙҙең өсөн
Ай ҙа, ҡояш та хатта.

Өйөбөҙ ҙә көлә төҫлө,
Тәҙрәләр сәләм бирә.
Ҡолас йәйеп ҡаршылаған
Әсәйем өйҙә булһа.

Әсәкәйем гелән шулай
Беҙҙе ҡаршылап торһон,
Өҫтәлендә ҡайнар ашы,
Самауыр борҡоп торһон.

Әсәкәйем, мин ҡайтырмын,
Һағынып, ҡоштай осоп,
Беләм инде, ҡайтыу менән,
Алырһың мине ҡосоп...

***
Мостай Кәримгә.

Тыуған ерең – Башҡортостан,
Дим буйҙары, Келәше...
Ошо йәмле ерҙә тыуған
Башҡортомдоң шағиры.

Күрсе, ана, яуа ергә
Матур һары тәңкәләр,
Ошо алтындай миҙгелдә
Торна биргән тәпәйҙәр.

Оло инәйҙе ололап,
Кесе инәйҙе яратып,
Үҫеп етә Мостафа,
Егет булып, оҫтарып.

Мин хайранмын шағирҙың
Тыуып-үҫкән яғына,
Күңеленә илһам биргән
Йәмле Дим буйына.

Яҙыусы баҫып тора
Фән тауының башында.
Юғалмай хазинаһы,
Быуаттар дауамында.

Һәр бер өйҙөң йәме булды
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”.
“Өс таған”дай дуҫтарымды
Күреүемә мин бик шат!

Ап-аҡ мәрйендәй теҙәһең
Аҡ ҡағыҙға һүҙҙәрҙе.
“Айгөл иле”нә сәйәхәт
Иттермәнең кемдәрҙе!

Башҡорт теле – халҡым теле,
Таң ҡалырлыҡ матур ҙа!
Шағирҙарың тыуып торһон
Мостай юлын ҡыуырға!

Йәмил Сәйҙәлиев.

Автор:
Читайте нас