Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Февраль 2025, 05:32

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (1)

– Сәй ҡайғыһымы, ҡоҙағый, бында бит йән ҡайғыһы, йән...

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (1)Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (1)
Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (1)

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Һин ҡалдырма беҙҙе

Повесть

1


Ашығыс саҡырыу

Кисә көнө буйы бер ҡар яуып, бер буранлап торған көн бөгөн бик аяҙ булып, ҡояш та күк йөҙөн яҡтыртҡан. Һәр кем урамға сыҡҡас, маңлайына ҡулын ҡуйып күк йөҙөнә ҡарай ҙа эстән генә, ҡыш барыбер билен бирҙе яҙға, тип марттың һуңғы көнө тураһында уйлай башлайҙыр. Вәхит тә тәҙрәнән төшкән ҡояш нурына ҡарап шуны уйлап алды. Өҫтәлгә, әсәһенең әҙерләгән сәй янына иптәш булып, берәй сынаяҡ сәй эсәйем әле, тип уйлап ҡына килгәйне, түш кеҫәһендәге телефоны көслө тауыш сығарып зыңғырлай башланы. Сәй яһап торған әсәһе маңлайындағы тирен һөртөп алды ла:
– Шул таң менән әптек-һәптектәр менән һөйҙәшеп торма әле. Маҙаһыҙҙамаһындар, әтүһә килендең йомошон да – һиңә, үҙеңдекен дә, иртә таңдан эштәй баштай. Бер һөйҙәнсек нәмә уйҙап сығарғандар инде. Уның нимәһе шәптер инде, анау балларыңа тиктем шул нәмәҫтәкәйгә тектәп ала. Эш ҡушырмын тимә, ишетмәйҙәр ҙә. Ҡабатлап әйтәм тиһәң, бәхәс ҡоралар, әйтмәнең тип. Анау Моратың хатта, шас дакажу, минең икенсеһе праслушта тора, тип ебәрә. Ярай, оҙон-оҙаҡ һөйҙәшмә инде, сәйең һыуына.
– Әсәй, тороп тор, ҡамасаулайһың. Был дауахананан бит.
– Атағ-атаҡ. Тағы уныһы ла һиңә көнө ҡалғанмы?
Гөлъямал әбейҙең улы әсәһенә, баш бармағын ирененә ҡуйып, тауышланмаҫҡа ҡушты.
Әсәһе өндәшмәй генә үҙенә яһаған сәйен эсә башланы.
Улы Вәхиттең һөйләшеүенә лә ҡолаҡ һалып тыңлауы күренеп тора, хатта сынаяҡ аҫтын ауыҙына тура алып бармай, ситкә сәйен дә сайпылдырып ала.
– Нисә тирәһендә булған?
– ...
– Нисә кеше? Миңә барырға кәрәкме? Ниндәй автобус? Нисә кешелек булған? – тигән һорауын туҡталып-туҡталып бирә ине.
Телефонын кеҫәһенә һалды.
– Әсәй, сәй эсеп тормайым. Ашығыс. Юлда авария булған. Йәрәхәтләнеүселәр байтаҡтыр, хирург иптәшкә ярҙам кәрәк. Бына киленең генә шылтыратманы. Автобусҡа ултырғас шылтыратырға тейеш ине. Ултырманымы икән? Ярай, әсәй, доғаларыңды уҡып ултыр, мин сыҡтым. Киленең дә юлдалыр әле, кем белә. Моратты уятһаң да була, мәктәбенә һуңлар. Консультацияһы бар. Мәҙинә йоҡлай бирһен. Һинең менән өйҙә ултырыр, каникул бит. Буран сығып тора, – тине лә сығып та китте.
Ишек асылыуға, тыштағы буран тауышы өйгә инергә ашыҡты. Гөлъямал әбей тәҙрәгә ынтылып ҡараны. Марттың һуңғы көндәре булһа ла, тәҙрә быялалары туңаҙыған икән, тип уйланы. Шулай аңҡы-тиңке уйҙар менән сәй эсеп, табынды йыйыштырып бөтөүгә, өйҙәге телефон тауыш бирҙе.
Гөлъямал әбей терт итеп ҡалды.
– Эй, Хоҙайым, ҡалайтып тертелдәтә инде, хәстерүш, – тип телефонын алды. – Әлеү, дә- дә. Тыңдап торам. Ней, балам, һин кем? Әәә, башта әйтергә ине. Һаумы тигән юҡ, Вәхит ағай ҡайҙа, имеш. Ана балнисҡа саҡырттылар. Ҡайҙалыр авария буған, ти. Ярҙамға инде.
Теге яҡта бер аҙ тын ҡалдылар ҙа яңынан һүҙ ҡаттылар.
– Вәхит ағайға бер нимә лә әйтмәнеләрме икән? Һеҙгә ул өндәшмәнеме?. Ни бит әле. Миңнур еңгә лә шул аварияла булған. Ярай, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, үҙе барғас күрер әле,– тине лә трубканы һалды.
– Атағ-атаҡ, нимә тинең? Уже “бииип” тип тә тораңмы? Телең ҡалыр ине асыҡтап әйтһәң. Ныу был йәштәр, рәт-мерәтен белмәй шул һөйҙәшеүҙең дә, ауыҙың көймәгер, – тип трубкаһын һалып, аптыранған ҡиәфәттә телефонға ҡарап тын ҡалды.
Шулай уйланып ултырғанда, ҡапыл ишек асылып китте лә, ҡоҙағыйы Маһитап килеп инде. Килеп инде тигәне дөрөҫ тә булмаҫ, ул дауыл булып инде. Башҡа ваҡытта рыялап ҡына баҫып килеп инһә, хәбәрен дә ниндәйҙер үҙе күпте белгән ҡиәфәт менән ҡоҙағыйын түбәнһетә биреп, әйтергәме-юҡмы, һөйләйемме-юҡмы тигән шикелле, дорфа ғына һүҙ ҡушыр ине, ә был юлы...
Был юлы ҡоҙағыйы ярһып килеп инде лә илай башланы, элекке дорфалығы, рыялығы һыпырып ташлағандай тойолдо. Ҡоҙағыйына аптырап, ни уйларға, ни әйтергә, ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, телдән ҡалған кешеләй, ултырырға урын да күрһәтмәй, күҙен ҙур асып, аптыранып ҡатып ҡалды. Уныһы ла ҡоҙағыйынан ниндәйҙер ишара ла, ым да көтмәй, өҫтәл янындағы ултырғысҡа етер-етмәҫтән хәбәрен башлап, сеңләп илап, күҙен һөртә-һөртә ултырғысҡа саҡ ултырып өлгөрҙө. Гөлъямал әбей, иҫенә килгән кеүек, өтәләнеп алып китте.
– Сәй эс, ҡоҙағый, самауырым шыжлап ултыра, – тигән булды.
– Сәй ҡайғыһымы, ҡоҙағый, бында бит йән ҡайғыһы, йән... Миңнур, – тине лә тағы сабырһыҙланыбыраҡ илауын дауам итте.
Гөлъямал әбей ни тиһә лә, ҡоҙағыйы уны кирегә борор тип, нимә тип тә әйтергә белмәй, албырғаны. Уйлап та бер нәмә лә башҡара алмаҫ ҡиәфәттә, күкрәгенә ике ҡулын ҡуйып аптырауға ҡалды.
– Ҡоҙағый, аңлат һуң, Вәхит тә ҡабаланып сығып китте. Бер нимә лә әйтмәне. Исмаһам, һин әйт, – тип ҡысҡырыбыраҡ өндәште.
Шул ваҡыт тауышҡа Морат уянып сыҡты, артынан Мәҙинә лә күҙҙәрен ышҡый-ышҡый килеп ишек яҡтауына һөйәлде.
– Өләсәй, ниңә илайһың ул, килеп тороп тауышланаһың. Нимә булды?
– Етем генә ҡалдың бит, балаҡайым, ана әсәйең аварияға эләккән. Әсәйең... – тип, тағы илай башланы.
– Килегеҙ, балаҡайҙарым, битегеҙҙе йыуығыҙ ҙа сәй эсегеҙ. Атайығыҙ ҡайтмайынса бер нәмә лә белә алмабыҙ.
– Нимәһен белә алмайбыҙ, мин белеп килеп ултырам бит. Ана ҡоҙаң да шунда, балниста. Ул званит итте.
– Ярай, ярай, ҡоҙағый, балаларҙың күңелен уйҙа.
– Мин шуларҙы уйлап килеп ултырам бит.
– Һуң, улай балаларҙы ҡурҡытаң бит. Вәхит ҡайтыр, белербеҙ. Уны ярҙамға хирург саҡыртты.
– Эй, һеҙгә һүҙ ҡушҡан мин алйот, улыңдың түшәге яңырыр тип уйлайһыңдыр әле. Не выйдет. Ул өйләнмәйәсәк, өйләндертмәйәсәкмен, пака балаларҙы үҫтереп, урынлаштырып бөтмәйенсә.
– Өләсәәәй! Әсәйееем, – тине лә Мәҙинәһе илай башланы.
– Өләсәй, әсәйҙе һин үҙең күрҙеңме, что үлеп ятҡанын?
– Юҡ.
– Шулай булғас, нимәгә ул тауыш. Бына барып күрербеҙ, патум иларбыҙ. Илама, Мәҙинә. Әсәй тере ул. Минең күңелемә шулай килә. Илама, – тип, Мораты өсөнсө класта уҡыған һеңлеһенең яуырынынан ҡосаҡлап алды ла кире төпкө бүлмәгә индереп алып китте.
– Ҡоҙағый, улай балалар янында илашмайыҡ әле, әйҙә тышҡа сығайыҡ, барыбер сәй эсмәнең. Балаларҙы борсомайыҡ. Минең дә күңелемә улай түгелдер тигән уй килә. Тыныслан әле, – тип тышҡа әйҙүкләне.
– Эээй, кеше ҡайғыһы кештәктә инде, үҙ балаң булһа, улай һөйләп тормаҫ инең, как будто күрәҙәсе, күңелемә килә, имеш, – тип, ҡайһылай килеп ингән булһа, шулай ярһып сығып китте.
Ҡоҙағыйы ингәндә нисек торған булһа, Гөлъямал әбей шулай баҫып тороп ҡалды. Бер килке торғас, ипләп кенә ейәндәре янына инеп китте.

Хәкимйән

Дауахана тупһаһында байтаҡ халыҡ өйкөлөшөп торғандар ҙа берен-бере үткәреп ҡысҡырышып тауышланалар. Кемеһелер:
– Водителен төрмәгә ултыртыр кәрәк, – ти.
– Уны ултыртып, уның биш балаһын кем көтә? Ҡатыны юҡ.
– Өйләнһен ине, кем тота? Ә беҙҙең балалар? Уларҙы кем ҡарай?
– Ашыҡмайыҡ әле, бәлки, водителдең ғәйебе юҡтыр. Аңлатырҙар әле, бында килтергәндәре һау ҡалһын инде.
– Табылды бер аҡыл эйәһе.
– Һуң, әле берәү ҙә белмәй бит әле, нисәү үлгән, алдағы көндәрҙә ни булыр. Беҙгә враштар әйтер әле. Уларға ла ваҡыт кәрәк бит әле.
– Ҡуй әле шул аҡыл һатыуыңды, йыбанһаң, бар өйөңә ҡайт.
– Ниңә мин ҡайтырға тейеш? Унда минең дә балам. Военкоматҡа комиссия үтергә ҡайтып килә. Минең йөрәк һыҙмаймы? Бөтәһенә хужа булырға тырышма. Һәр кем үҙе белә.
– Бына ҡарап бөткәс, сығырҙар ҙа әйтерҙәр.
Шул ваҡыт ишек асылды ла:
– Яналин есть?
– Я, – тине баяғы кеше менән әрепләшеп торған урта йәштәрҙәге ир.
– Зайдите, – тип, шәфҡәт туташы уны эскә алып инеп китте.
Тышта ҡапыл ғына тауыш тындымы, әллә был ир икенсе нимәләр тураһында уйланымы, тынлыҡ урынлашҡандай булды.
Шәфҡәт туташы ирҙән исемен һораны ла:
– Ҡанығыҙҙың төркөмөн беләһегеҙме? – тине.
– Эйе. Беренсе.
– Улығыҙға ҡан кәрәк. Операция тамамланыуға яҡынлай. Һеҙ ризамы ҡан бирергә?
– Әлбиттә. Күпме кәрәк, шулай алығыҙ. Ҡатындан да алығыҙ. Уның да шулай, – тине.
– Уныһын хирург хәл итер, мин әйтә алмайым, – тине шәфҡәт туташы.
– Терелһен генә инде. Медосмотр тип кенә ҡайтып килә ине шул, – тине лә ҡан бирергә әҙерләнеп, шәфҡәт туташының күрһәтмәләрен үтәй башланы.
Шул ваҡыт, ҡан биреү бүлмәһенә йәнәш булған бүлмәнең ишеге асыҡ булдымы икән, ике кешенең һөйләшкән тауышы ишетелә.
– Салауат Сафич, мин ҡатынымды ғына инеп күреп сығайым инде.
– Юҡ, булмай, һин әле стресс хәлендәһең, күрһәң – бөтөнләй беҙгә ярҙам итә алмайһың, Вәхит Вәдүтович. Булмай. Ике урында операцияны дауам итергә кәрәк. Әле беҙ үҙебеҙҙәге хирургтар менән өлгөрәбеҙ тип торабыҙ. Инеп күрһәң, тағы ҡабатлайым, һин беҙгә ярҙам итә алмайһың.
– Мин үҙемде ҡулға алырмын, Салауат Сафич, зинһар өсөн!
– Юҡ, тинем. Беренсенән, ҡатыныңды операцияға алдылар. Ҡайның тегендә барыһын аптырата. Бар хәлебеҙсә тырышабыҙ. Тик был эштә лә ашығыу ярамай. Хата китеүе бар.
– Өлгөрмәһәк, ярҙамға кеше саҡырабыҙмы?
Салауат Сафич, нимә тигәндер, һүҙҙәре ишетелмәне.
– Барыһы ла аҙаҡ, аҙаҡ. Анау йәш егетте ҡотҡарайыҡ, тағы бер бала. Бер оло ҡатын да бар. Бәлки, икенсе больницанан хирург та һорарға тура килер. Операцияларҙың оҙайлығын алдан белеп булмай бит әле.
Ошоларҙы барыһын тыңлап ятып, ул үҙенең йоҡоға ойоған кеүек ойой башлағанын тойҙо. Шәфҡәт туташының нашатыр еҫкәтеүенән айнығандай булып, башын хатта һелкеп алды. Шул ыңғайы уйы улына күсте. Ниҙәр генә булыр икән. Терелеп кенә ҡалһын инде. Ниндәй генә булһа ла, терелеп, беҙҙе шатлыҡ менән ҡойондорһон. Шәһиҙәм күтәрә алмаҫ, тип уйланы.
Хәтер ебе алыҫ үткәндәргә алып китте. Ҡатыны менән бик яратышып өйләнештеләр. Ике дуҫ егет бер Шәһиҙә исемле класташына ғашиҡ булдылар. Вәхит башлап Хәкимйәнгә серен систе.
– Беләһеңме, мин Шәһиҙәне садиктан алып яратам. Ҡарале, улай буламы икән? Хәкимйән, мин уны йоҡлап киткәнсе уйлайым, унан иртән торғас, садикка ҡасан барам инде тип атлығам. Ял көндәре етһә, хатта ҡайғыра инем.
Хәкимйән бер нимә лә өндәшмәне, тик ирендәрен генә ҡымтыны. Эстән генә, Вәхит алдан өлгөргән, тип уйланы, ә аҙаҡ:
– Шәһиҙә үҙе һайлар әле, бәлки, икебеҙҙе лә хушһынмаҫ,– тиеүҙән уҙманы.
Шул урында Вәхит Хәкимйәндең дә уны яратыуын белде. Был шул тиклем аңғармаҫтан килеп сыҡты, Хәкимйән уңайһыҙланыуҙан бары:
– Вәхит, мин һинең юлыңа төшмәйем. Һиңә ҡараһа ла, беҙ дуҫлыҡты һаҡларлыҡ көстә ҡалайыҡ, – тине, тик миңә тигән һүҙҙе әйтмәне, ә Вәхит аңлағайны инде.

***

Барыһы ла ҡапыл килеп сыҡты...
Эйе, уларҙың мөхәббәт тарихы, аңғармаҫтан шулай төйөндәрен сисә барып, барлыҡ серен асты, шикелле. Шул һөйләшеүҙән һуң уларға өсөһөнә туғыҙ класты тамамлау тураһында аттестат алып, төрлө яҡҡа айырылырға тура килде. Вәхит менән Шәһиҙә медицина юлын һайлап, икеһе бер-беренән бер йылға һуңлап медучилищеға уҡырға инделәр, йәнәһе, Вәхит хәрби врач буласаҡ, ә уның өсөн иң алда – “медбрат” булып, училище дипломы алыу, аҙаҡ армия, унан мединститут. Унан тағы хәрби юл менән китәсәк. Шәһиҙә медучилищенан башҡа уҡыуҙы уйламаны, сөнки уның нисек тә белем алып, әсәһенә ярҙам итеү ине. Үҙенән кесе ике туғанын көткән әсәһе, йәш булһа ла, атаһы үлгәндән һуң яңынан ир йылыһы менән йәшәргә ашыҡманы. Ашыҡманымы, әллә балаларын үгәй ҡулынан тилмертмәҫкә теләнеме, Шәһиҙә уны үҙе лә аңламай. Хәҙер ҙә ул әсәһенән һорарға баҙнат итмәй.
Әсәһе, атай-әсәйҙән иртә етем ҡалып, интернатта уҡыған, өләсәһендә йәшәгән. Әсәһе ашҡаҙан сире менән үлгән, ә атаһы һуғыш яраһынан мандымаған. Ҡатыны иренең үлемен бик ауырлыҡ менән күтәргән. Ирһеҙ ҙә йәшәп була тигән төшөнсәне аңларға теләмәгән. Әсәһе шулай ике кесе ҡустылары менән үҙен яңғыҙ тойоп, етемһерәп үҫкәнгәме, артабан уҡыуҙы уйламай. Бик иртә кейәүгә сыға, егерме алты йәшендә өс бала менән ултырып ҡалған. Иренең дә һуңғы һүҙе уның ҡолағында ишетелгән кеүек булғанмы, үҙенең һөйләүе буйынса, ире Шәһиттең рухын рәнйеткеһе килмәгән. Атаһы үлгәндә, Шәһиҙәгә ете йәш тулмаған ине әле, шул йылды ул уҡырға барҙы.
Әле лә әсәһе уны атаһының палатаһына индергәне күҙ алдында. Атаһы көслөк менән ҡулын ҡалҡытып, ҡыҙының бөҙрә сәстәрен һыйпаны, ҡулын ҡулдарына алып ирененә терәне:
– Бөҙрәкәйем, һин ҡалай ҙа ҙур булып үҫкәнһең. Ике ай эсендә бер йыллығыңды үтәгәнһең икән. Һиңә әйтергә, һинең менән һөйләшергә була. Һеңлең менән ҡустыңды ҡарап, әсәйеңә ярҙам ит инде, – тине, ҡулының көсө ҡайттымы, әллә арынымы, ҡулын көслөк менән күкрәгенә алып һалды, әсәһе уның өҫтөн йүнәтеп япты.
Шул ваҡыт шәфҡәт туташы инеп уларға сығырға ҡушты.
– Төштән һуң, йоҡоһонан уянғас, инерһегеҙ, – тине.
Атаһының бер ҡустыһы, көҙгө уңыш мәлендә, ҡапыл ғына ҡойма ямғыр яуа башлағас, комбайндарҙы ҡалдырмай, иптәштәре менән төнөн ҡайтырға сыға. Тик ямғыр Һаҡмар йылғаһына етәрәк шул тиклем көслө яуа. Уға туҡтап торорға кәрәк булған да бит, тик ашыҡҡандыр инде. Бер яғында тау менән ҡыҫырыҡланған йылға ярындағы юлда комбайндың бер яҡ тәгәрмәстәре ярҙан шыуа башлай. Рәфит ҡустыһы борорға тырышып ҡарай, ләкин ауыр комбайн ярҙан оса. Арттағы өс комбайн туҡтап ҡала. Иптәштәре Рәфитте сығарып алалар, тик уның тәненә комбайн тәҙрәһенең яҡтау тимерҙәре ике урындан бик төпкә үк ҡаҙалған була. Бик оҙайлы операция эшләйҙәр, тик барыбер ҡотҡара алмайҙар.
Уға ҡустыһының үлеменән шаңҡып йөрөгән бер көндә, әсәһенең дә йөрәгенә приступ булып, донъя менән хушлашҡанын күрергә насип була. Шулай Рәфиттең фажиғәһен ауыр кисергән әсәһе лә киткәс, Шәһиткә инсульт була. Дауаханала Шәһитте ҡотҡарырға тырышып, Өфө республика дауаханаһына һалалар, тик бер айҙан ҡайтаралар. Әсәһенә иренең хәлен асыҡтан-асыҡ әйтмәйҙәр. Бына шулай ана төҙәлә, бына төҙәлә, тип йөрөгәндә, икенсегә инсульт булып, Шәһит тә мәрхүм булып ҡуя. Әсәһе Нәсимә хәҙер нисә йыл инде тормошон балаларына арнаны. Шәһиҙә туғыҙҙы бөткән йылы һеңлеһе Рәмилә – етене, ҡустыһы биште тамамланы. Бына шул туғандарына ярҙам булһын тип, бик яҡшы уҡыһа ла, институтҡа бармаҫ өсөн туғыҙҙы бөттө лә медучилищеға уҡырға инде.
Шәһиҙә киткәс, Вәхит тә уның артынан икенсе йылына шул уҡ медучилищеға уҡырға инде. Хәкимйән, уҡыуын дауам итеп, ауылында ҡалды. Ул да бик китергә ынтылғайны, атаһынан үтә алманы.
– Ваҡытында миңә унды бөткән ыңғайы уҡырға мөмкинлек булманы. Етешһеҙ тормош ҡамасау булды. Ҡусты-һеңлеләрҙе ҡарар өсөн, атай менән әсәйгә ярҙам булһын тип, эшкә урынлашырға тура килде. Һиңә ундай ҡыйынлыҡ юҡ. Мин һуғыш осоро балаһымын, ә һин – биктыныс тормош кешеһе. Институтҡа инеү өсөн бар мөмкинлегең етә. Беҙ хәҙер ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, – тине.
Шуға күрә уға дуҫы артынан китергә тура килмәне, ә икенсе йылына ул ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп, биш йылдан дипломлы белгес булып ауылына ҡайтты. Бына хәҙер нисә йыл инде агроном булып эшләй.
Шәһиҙәгә лә бик уйламағанда өйләнергә тура килде. Институтты тамамлап, ауылда йәштәр менән диплом шатлығын бүлешер өсөн ҡырға сыҡтылар. Бер аҙ әсеһенән дә төшөрөп алғайнылар. Вәхит был ваҡытта мединституттың беренсе курсын тамамлаған, ә Шәһиҙә күрше генә ауылда эшләй. Был диплом байрамында ул юҡ ине. Үҙ теле менән әйткәндә, ул “вызовта”. Байтаҡ ҡына ултырып, тәбиғәт матурлығына һоҡландылармы, юҡмы, иптәштәре ипләп кенә парланышып таралып бөттө, табында Хәкимйән менән Вәхит кенә ҡалды. Эскән араҡылары баштарына бирҙеме, әллә нисәмә йылдар теге һөйләшеүҙән һуң был теманы ҡабат ҡалҡытмай һуҙып килеүҙәре асыҡлыҡ һоранымы – үҙҙәре лә аңламаны. Ипләп кенә бер-береһенең хәл әхүәлдәрен ентекләп белеп, үҙҙәре күңелдәрендә һаҡлап йөрөткән серле төйөнгә килеп еттеләр. Башлап Хәкимйән:
– Мин Шәһиҙәгә мотоцикл менән килеп алабыҙ тимәгәнмен, алыр инек. Һиндә лә мотоцикл, миндә лә, – тине.
– Ул минең мотоциклға ултырмаҫ ул, – тине Вәхит, ниҙелер әйтеп бөтөрмәй.
Шул ваҡыт Вәхиттең күңелендә район үҙәгенән Шәһиҙә менән ҡайтып килгәндә, боролошта машинаға бәрелә яҙып, юл ситенә мотоцикл менән ауғандары күҙ алдына килде. Эйе, ул ваҡытта ул мотоцикл менән икенсегә генә район үҙәгенә сыға ине шул.
– Ниңә?
– Беләңме, Хәкимйән, Шәһиҙә һине ярата бит, – тине, бер килке шымып тороп, бар ҡыйыулығын һалып, – эйе, шулай. Был турала ул миңә әйтмәне, тик тойғолары һиндә икәнен мин тел төбөнән аңланым.
Хәкимйән аптырап иптәшенә ҡараны.
– Бынан ике йыл элек, училищеның дүртенсе курсында практика үткәндә.
– Нисек аңланың?
– Һиңә шулай төпсөрҙәп һөйләргәме? Һин тигәс, һин инде. Мин теге уговорға тамсы ла күләгә төшөрмәнем, хыянат та итмәнем. Юл асыҡ.
Улар был һөйләшеүҙән һуң бер ни тиклем ваҡыт тын ҡалдылар. Шешә төбөндә ҡалған бер йөҙ грамдайҙы бүлешеп эстеләр ҙә икеһе ике яҡҡа, Хәкимйән – Шәһиҙә эшләгән ауылға, Вәхит үҙ ауылына ҡарай елдерҙе. Был минутта Хәкимйән шатлығынан көндөҙ күктә йондоҙ һанай тиһәң дә була ине. Вәхиткә был көн матәм моңо тыуған көн булып яғылды.
Береһе һөйгәне менән хушлашты, икенсеһе – һөйгәне менән ҡауышыуға елдерә ине. Бер аҙнанан Хәкимйәндең туйы гөрләп үтте. Тышҡы йөҙ менән шат күренгән Вәхит өсөн был көндәр күңел хисенең матәменә әйләнде. Вәхит йәшлек хыялдары, мөхәббәте менән сабыр ғына итеп, дуҫының бәхете хаҡына хушлашты. Шулай ҙа өсөнсө көнөнә дуҫына:
– Шәһиҙәне рәнйетһәң, мине лә рәнйеткән булырһың. Ишетһәм – не прощу, онотма! Мин һөйгәнемдең тик бәхетле булыуын ғына теләйем, – тине. Уларҙың юлдары шул көндән айырылды.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас