Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 06:19

Федоровкала - фермерҙар уҙышы!

«Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Хәйбулла районының Федоровка ауылында көн һайын тиерлек береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк төрлө саралар ойошторола.

Федоровкала - фермерҙар уҙышы!Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!

Федоровкала- фермерҙар уҙышы!

«Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Федоровка ауылында көн һайын тиерлек береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк төрлө саралар ойошторола. 19 февралдә ауыл фермерҙарының башланғысы менән район фермерҙары йыйылды унда. Осрашыу осраҡлы ғына түгел – урындағы Федоровка ауылының әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы булған, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән фермерҙары миҫалында башҡаларҙы ла берҙәмлеккә саҡырыу. Сараның форматы ла шуға тейешлесә һайланды – тәүге өлөшөндә ауыл тормошо, халыҡтың йәшәйеше менән танышып, сәләмәтлек, именлек хаҡында клубта үҙ-ара фекер алышһа, икенсе өлөшөндә спорт уҙышында ҡатнашты фермерҙар. Йыл әйләнәһенә эш менән булған ауыл хужалығы тармағы эшселәре өсөн көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырған, күп әһәмиәтле мәлдәрҙе үҙ эсенә алған күңелле сараға әүерелде был осрашыу. Аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалманы, кинәнеп саф һауала хәрәкәт итеп, төрлө спорт ярыштарында үҙен һынаны Хәйбулланың ер хужалары. Осрашыу барышында бындай сараларҙың мөһимлеге, ыңғай тәжрибә өлгөләренең бермә-бер башҡа ауылдарҙа ла тормошҡа ашырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Федоровкала - фермерҙар уҙышы!
Автор:
Читайте нас