Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Февраль 2025, 06:11

"Китап-байрам"ға ла күп ҡалманы!

Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлаған.

"Китап-байрам"ға ла күп ҡалманы!"Китап-байрам"ға ла күп ҡалманы!
"Китап-байрам"ға ла күп ҡалманы!

"Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланды. Быйыл сара 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк. "Китап-байрам"да Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап һатыу фирмалары, магазиндары, китапханалар һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта форма тултырырға кәрәк. "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе 2023 йылдан алып уҙғарыла. Былтыр Өфөлә Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 7 илдән (Беларусь, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сәғүд Ғәрәбстаны) 233 нәшриәт үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Йәрминкәгә Өфөнән 170 меңдән ашыу кеше һәм ҡала ҡунаҡтары килде, 73 мең дананан ашыу китап һатылды. «Китап-байрам»ды ойошторған өсөн Башҡортостан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас