+24 °С
Ямғыр
Өфөлә, Юғары Уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы биләмәһендә, Өфө дәүләт нефть тезник университетының «Технология һәм кейем конструкцияһы» кафедраһы ҡарамағында «Кибер-ателье» — аҡыллы кейем ғилми-тикшеренеү лабораторияһы асыла. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Был яңы дизайнерҙар, студенттар һәм үҙмәшғүл оҫталар өсөн майҙан һәм ҡорамалдар етешмәү проблемаһын хәл итеү маҡсатында тегеү коворкингы. Бында улар үҙ идеяларын тормошҡа ашыра, тәжрибәле белгестәр үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә һәм уҡытыу программаларында ҡатнаша ала