Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Март 2025, 05:13

Хуш киләһең, Рамаҙан

Хәйбулла районы Федоровка ауылы мәҙәниәт усағы бер генә көн дә буш тормай.

Хуш киләһең, РамаҙанХуш киләһең, Рамаҙан
Хуш киләһең, Рамаҙан

Хәйбулла районы Федоровка ауылы мәҙәниәт усағы бер генә көн дә буш тормай. Изге Рамаҙан айы алдынан "Хуш киләһең, Рамаҙан" тип аталған сара ауылдаштарҙы ҡорбан ашына йыйҙы.

Хәйбулла районы имам-хатибы Муса хәҙрәт Юлай хәҙрәт менән бергә махсус хәрби операцияла яу яланында булған егеттәребеҙҙең именлегенә бағышлап доғалар ҡылды.

Ағинәйҙәр башҡарыуындағы мөнәжәттәр сараға йәм өҫтәне. Ҡорбан ашына тип инселләп һарыҡты Солтанов Динар салһа, байрам табынын ойоштороуға үҙе лә яу ҡырында йөрөгән Илмир Сынбулатов өлөш индерҙе.

Һәр ваҡыттағыса, ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары изге ниәтле табынды һә тигәнсе әҙерләп, баштан алып аҙағына тиклем ойошторыуҙа ҡатнашты. Сауаптары насип булһын, салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын, еребеҙгә тыныслыҡ килеп, ир-егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!


Автор:
Читайте нас