Хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең, атайҙарҙың баланы тәрбиәләүҙәге роле, уларҙың бурыстары һәм хоҡуҡтары тураһында йышыраҡ һөйләй башланылар. Үкенескә күрә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа йәмғиәттә атайҙың һәм ир-егеттең статусы, абруйы юғала, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ир-егеттәрҙең хәстәрлеген үҙ иңенә ала, ләкин иң хәүефлеһе - балалар тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Ошо көндәрҙә Федоровка ауылында үткән "Яуаплы атайлыҡ" төбәк-ара стратегик сессияһы барышында йәмғиәттә ир-егеттәрҙең роленә ҡағылышлы ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы. Тап Федоровка ауылында осрашыу үткәреү осраҡлы түгел - улар районда беренселәрҙән булып был проблемаға иғтибар итте, ауылда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы сиктәрендә “Таяныс” атайҙар клубы ойошторолдо.
+24 °С
Ямғыр


