Яңы баҫманың төп геройҙары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар. Баҫмаға улар тураһында материалдар, файҙалы мәғлүмәт әҙерләнә. Мәҫәлән, беренсе һан республика башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе менән асыла, унда ул «Үҙебеҙҙекеләргә» гәзитенең яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә тағы ла бер ярҙам сараһы буласағын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уның биттәрендә Рәсәй геройы Максим Рыбаковтың иҫтәлегенә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының батырлыҡтарына арналған материалдар, 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән яугир Станислав Лимановтың шиғырҙары, шулай уҡ башҡа мәҡәләләр баҫылып сыға. - Материалдар рус һәм башҡорт телдәрендә баҫыла. Яңы баҫманың ойоштороусыһы булып "Мәғлүмәт үҙәге" сығыш яһай. Гәзитте айына ике тапҡыр сығарыу күҙаллана, — тип һөйләне гәзитенең баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.