Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Март 2025, 14:35

42 кеше янғында һәләк булған

Ут менән һаҡ булығыҙ, балаларға ла шырпы-ут менән шаярырға юл ҡуймағыҙ.

42 кеше янғында һәләк булған42 кеше янғында һәләк булған
42 кеше янғында һәләк булған

Башҡортостанда йыл башынан алып янғындарҙа 42 кеше һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

"Статистика буйынса, ял һәм байрам көндәрендә торлаҡ секторында янғындар һаны арта. Йыш ҡына уларҙың сәбәбе ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейестәрҙе һәм электр приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу була. 2025 йыл башынан алып бөтәһе 839 янғын сыҡҡан, уларҙа 42 кеше һәләк булған», — тип яҙҙы ғәҙәттән тыш ведомство башлығы үҙенең социаль селтәрендә.

Ут менән бәйле ваҡиғаларҙың төп сәбәбе итеп Кирилл Первов янғын хәүефһеҙлеге талабын һанға һуҡмауҙы атай. Уның һүҙҙәренсә, тәү сиратта торлаҡты янғын тураһында хәбәр итеүсе менән йыһазландырырға кәрәк. Был сенсор төтөн менән эшләй, ә тауыш хатта көслө йоҡоно ла өҙөргә һәләтле.

Автор:
Читайте нас