Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 15:11

“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”

Шулай сәхнәлә йөрөй-йөрөй буласаҡ һөнәр тураһында уйлана башланым. “Театрҙа уйнайҙар ҙа, йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, баянда ла уйнайҙар”, – тинеләр. Шуға ла сәнғәт институтында бәхетемде һынап ҡарарға булдым.

“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”
“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры матур спектаклдәре, талантлы шәхестәре менән бер рәттән йырсы актерҙары менән дә дан тота. Быуындар күсәгилешлеген иҫбатлап, һуңғы арала тағы ла яңы исемдәр асылды. Шуларҙың береһе – Алмаз ЙОСОПОВ. Ул тамашасылар күңелен йырлы ролдәре менән яуланы. Хәйретдин (“Йәш йөрәктәр”), Ғиззәт (“Еҙнәкәй”), Хәсән (“Йырланмаған йырым һин”) образдарының уңышы Алмаздың моңло тауышына ла бәйлелер, моғайын.

– Алмаз, артист яҙмышы бик ҡыҙыҡлы: кемдер театрға килеү менән төп роль ала ла йондоҙ булып балҡый. Ә кемгәлер үҙенең талантын йылдар буйы иҫбатларға тура килә. Белеүемсә, һинең дә театрҙа эш башлауыңа 11 йыл тулған һәм тамашасыға яңы-яңы асыла башланың, шикелле...
– Эйе, һәр кемдең үҙ яҙмышы. Шәхсән үҙем шулай яйлап асылыуымдан ҡәнәғәтмен. Әгәр театрға килеү менән төп ролдәр бирә башлаһалар, артабанғыларының тәме лә, ҡәҙере лә ҡалмаҫ ине. Дүрт йыл уҡып, диплом алғас, үҙеңде әҙер артист итеп тойоп, ниндәй ролде лә уйнай алам, тип театрға килеп инәһең. Әммә исемдәре билдәле мәшһүр артистарҙың эшләгәнен күргәс, үҙеңдең бер нимә лә белмәгәнеңде аңлайһың. Барыһы ла яңынан башлана: өйрәнәһең, әрләнәһең, эҙләнәһең. Тормош ағымынан ситкә тайпылып та алаһың. Тегеләй һуғылып, былай бәрелеп йөрөй торғас ҡына һөнәреңдең асылын аңлай башлайһың. Күмәк сәхнәләрҙә, бейеүҙәрҙә ҡатнаша-ҡатнаша торғас, бер бәләкәй генә эпизод роле эләгә. Шатлығыңдан уны ҙур итеп ҡабул итәһең, бар күңелеңде бирәһең. Шулай тәжрибә туплана-туплана өлгөрөп етһәң, режиссер төп роль тапшыра ла инде.
Театрҙағы тәүге төп ролем “Әсмә” спектаклендәге Янһары ине. Романтик образ ул, ә минең уға тиклем мөхәббәт геройҙарын уйнағаным булманы. Сығарыу бик ауыр бирелде: бөтөнләй сәхнәгә сыҡмаған кеше кеүек ҡатып ҡала инем. Бәлки, яуаплылыҡ тойғоһо ҡамасау­лағандыр. Тулҡынланыу ҙа булды. Был ҡылығым өсөн режиссер, яңы ғына эш башлаған артистар алдында оят ине. Эшләй-эшләй, олораҡ артистарҙың ярҙамы менән ролде атҡарып сыҡтым. Артабан “Еҙнәкәй” комедияһында уйнаным. “Йәш йөрәктәр” спектаклендә төп ролде уйнаған егет Милли йәштәр театрына эшкә киткәс, мине алдылар.
– Алдан әйтеүебеҙсә, кисәге студенттар театрҙа эште күмәк сәхнәнән йәки әкиәттә ҡар бөртөгө, өнһөҙ ағас булып башлай. Һинең сәхнә юлың нимәнән башланғайны?
– Ул яҡтан бәхетем булды: әкиәттә төп роль бирҙеләр. “Диңгеҙ. Утрау. Хазина” тамашаһы ине ул, рус телендә уйнаныҡ. Сюжет буйынса ҡатын һәм ир пираттар бер-береһенә ҡаршы яу аса. Ике яҡтың Бүре һәм Бесәй ҡушаматлы йәштәре һуғыш ваҡытында бер-береһенә ғашиҡ була. Гөлнара Ҡаҙаҡбаева менән бергә уйнаныҡ. Шул ролем үҙемә ныҡ оҡшаны, балалар ҙа әкиәтте яратты.
– Академтеатр репертуарындағы бик популяр Айгиз Баймөхәмәтовтың “Хыялға ҡаршы” спектаклендә лә уйнайһың. Ауыр яҙмышҡа дусар булған етем балаларҙы уйнау күңелеңдә ниндәйҙер ауыр тойғолар ҡалдырмаймы?
– Спектаклдә уйнау актерҙа түгел, ә тамашасыла ниндәйҙер тойғолар уятырға тейеш. Әйтәләр бит: ысын спектакль театрҙан һуң башлана. Тамашасы беҙгә уйланырға, нимәнәндер фәһем алырға, һорауҙарына яуап табырға килә. Был спектакль 100 минут бара. Ошо арауыҡта мин һәр образымды (актерҙар унда бер нисә ролде бер юлы уйнай) күңел биреп, һәр репликаны күңелем аша үткәреп башҡарам. Ләкин тамаша тамамланыу менән был тойғоларҙы оноторға, уйҙарҙы икенсе йүнәлешкә ҡыуырға тырышам. Сөнки спектакль бик фәһемле лә, шул уҡ ваҡытта йән әрнеткес ауыр ҙа.
Таныштарым араһында балалар йортонда тәрбиәләнгәндәр бар. Ғаиләлә үҫкән сабый балалар йортонда тәрбиәләнгән кешенең кисерештәрен бер ваҡытта ла тулыһынса аңлай алмаясаҡ. Спектаклде сығарғанда беҙ, актерҙар, мөмкин тиклем уларҙы аңларға, балалар йортондағы мөхитте тойорға тейеш инек. Видеояҙмалар ҡараныҡ, мәҡәләләр уҡыныҡ, етем үҫкәндәр менән аралаштыҡ. Повесть авторы Айгиз Баймөхәмәтов китапҡа инмәгән тарихтарҙы ла һөйләне. Шуларҙан сығып, беҙ балалар йортондағы яҙмыштарҙы тамашасыларға күрһәтергә, аңлатырға тырыштыҡ та инде.
– Ә үҙең ниндәй спектаклдәр ҡарарға яратаһың?
– Ауыр (театралдар уны режиссер йәки фестиваль спектакле тип йөрөтә) тамашаларҙы бер генә тапҡыр ҡарайым. Күңелемә тормошсан, ябайыраҡ драмалар яҡын. Актерҙарҙың классик уйынын ҡарарға яратам – был осраҡта тамашасы ысын хис-тойғоларҙы, мөнәсәбәт­тәрҙе, ваҡиғалар ағышын улар менән бергә кисерә.
– Театр донъяһында йырсы-актерҙар күп. Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин” драмаһындағы Хәсән роле менән һин үҙеңдең улар рәтендә булыуыңды иҫбатланың. Йырсы булыу, эстрада жанрында эшләү теләге юҡмы?
– Был турала йыш уйланам. Театр артистары йырсы булыуҙы ла, йырҙы ла башҡасараҡ ҡабул итә бит ул. Улар репертуар һайлағанда йырҙы ноталар буйынса ғына йырлай алмай. Мәғәнәһенә, фәлсәфәһенә иғтибар биреп, һәр һүҙен күңелең аша үткәрмәй тороп, ҡабул итмәйәсәк. Актерлыҡ, бер яҡтан, беҙгә йырсы булыуға ҡамасаулаһа, икенсе яҡтан арзан йырҙарҙан һаҡлай ҙа. Йыр йә бәхеттән шашып йә тамағыңа төйөр тығылырлыҡ булып башҡарылырға тейеш. “Мин һине яратам”, “Тыуған яғыма ҡайтам” тигән һүҙҙәр генә театр мәктәбен үткән кешене тетрәндерә алмай. Консерватив кеше беҙ, йыш ҡына ретро йырҙарға әйләнеп ҡайтабыҙ. Ә, бәлки, башты ошо театр тигән ҡаҙандан бер аҙға ғына айырып, икенсе йүнәлештә лә тәжрибә үткәреп алырға кәрәктер? Беҙҙе бит бер кем дә яңылышыуҙан тыймай. Әлеге мәлдә шул турала уйлана-уйлана репертуар туплау менән мәшғүлмен. Шуға, бәлки, киләсәктә эстрада йырҙарын сығарырға ла насип булыр, тигән өмөт бар. Тик был театрҙағы төп эшемә ҡамасауларға тейеш түгел.
– Ә бала саҡта йырсы булыу теләге булманымы?
– Йырларға яраттым, музыка мәктәбенең баян класында ла шөғөлләндем. Унда уҡығанда бер аҙ хор дәрестәренә йөрөргә тура килде. Был үҙенә күрә ҙур тәжрибә булды: коллектив менән эшләргә өйрәндем. Унда һин яҡшыраҡ та, насарыраҡ та йырларға тейеш түгелһең: башҡаларҙы ишетеп, улар менән бергә эшләйһең. Ә уҡытыусым Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова айырым йырҙар өйрәтте. Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты өйрәнеп, “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашҡайным, махсус приз менән бүләкләндем. Был минең өсөн ҙур ваҡиға булып иҫтә ҡалды. Ә эстрада менән үҙебеҙҙең Күгәрсен районында, күрше Күмертау ҡалаларында ойошторолған конкурстарҙа, фестивалдәрҙә йыш ҡатнаштым. Шулай сәхнәлә йөрөй-йөрөй буласаҡ һөнәр тураһында уйлана башланым. “Театрҙа уйнайҙар ҙа, йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, баянда ла уйнайҙар”, – тинеләр. Шуға ла сәнғәт институтында бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Унда академтеатрға махсус курс йыялар ине. Уҡытыусыларым Хөрмәт Үтәшев, Айрат Абушахманов, Рима Харисоваларға рәхмәтлемен: дүрт йыл уҡыу дәүерендә театрҙың нимә икәнен, һөнәр үҙенсәлектәрен ныҡлы аңлап, ысын күңелдән театр сәнғәтенә ғашиҡ булып өлгөрҙөм.
– Һәм ошо йырлы ролдәргә тиклем йырҙы бөтөнләй онотоп торҙоңмо?
– Юҡ, үҙем өсөн генә һирәкләп булһа ла йырланым. Гитарала уйнап йырлағанымды социаль селтәргә һалғаным булды. Ә бына эстраданы яулау тураһында уйламаным. Уның үҙенә күрә сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән, сәхнә ҙур сығымдар талап итә. Хит булырҙай йыр алыу, яҙҙырыу, клип төшөрөү, номерҙы әҙерләү, реклама һәм башҡа әллә күпме эштәргә аҡса түгергә кәрәк. Йыр – ҡиммәтле шөғөл ул.
– Баян класында шөғөлләндем, тигәйнең. Тимәк, һинең музыкаға ла һәләтең бар?
– Музыка мәктәбенә барғас, баян класын тәҡдим иттеләр. Үҙемдең гитарала уйнағым килә ине, әммә ул класта урын ҡалмаған ине. Баянға ризалашып, уҡый башланым. Тик ялҡаулығым арҡаһында әллә ни алға китеш булманы. Сөнки нота өйрәнеп ултырырға ирендем. Уҡытыусым уйнап күрһәткәнен иҫтә ҡалдырып, ҡабатлап ҡына уйнай инем. Дәрестәргә лә теүәл йөрөмәнем. Шулай ялҡауланып йөрөгән арала, минән күпкә ҡайтыш булған уҡыусылар тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ менән таланттарын арттырҙы, уңыштар яуланы. Бала саҡтағы был ҡылығым миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе: үҙеңде талантлымын, тиергә ярамай. Талант менән генә алға барып булмай. Бөтә эшкә тырышлыҡ һалырға кәрәк.
– Һәр актер Гамлет ролен уйнарға хыяллана, тиҙәр.
– Тотоп ҡына Гамлетты уйнап булмай – уға әҙерлек, тәжрибә кәрәк. Ә хыялдарыма килгәндә, улар артыҡ ҙур түгел. Ошо ижад юлым нисек бара, шулай ғына дауам итеүен теләйем. Артист һығылмалы булырға тейеш: күмәк сәхнәгә сығырға тиһәләр – сығам, әкиәт менән балалар баҡсаһында сығыш яһарға тура килһә, бар күңелемде биреп унда ла уйнайым. Мин төп ролде башҡарҙым йәки минең йырға ла һәләтем бар, тип маһайып йөрөһәң, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ. Театрға, һөнәреңә тоғро булырға кәрәк.
Икенсенән, минең күп һынағаным бар: нимәлер тураһында хыялланып йөрөйһөң дә, килеп сыҡмаһа – көйөнәһең. Ә алда миңә тәғәйен тағы ла ҙурыраҡ, әһәмиәтлерәк һөҙөмтә көткән була.
– Һиндәге сәнғәткә һөйөү, талант ҡайҙан килә?
– Әсәйем театр ярата, районға гастролдәр менән килгән бер генә спектаклде лә ҡалдырмай ҡарап бара. Ул һөнәре буйынса тегенсе. Атайым ғүмер буйы ветврач булып эшләй. Мин уның гитарала уйнап йырлағанын күреп үҫтем. Туғандар араһында ла йырлағандар, гармунда, баянда уйнағандар күп. Бала саҡтың иң матур хәтирәһе: туғандарҙың йырлы-моңло табын ҡороуы. Ҡунаҡҡа балалар ҙа эйәреп килә, бергәләп уйнайбыҙ, тәмлекәстәр ашайбыҙ һәм йәшенеп кенә ололарҙың йырҙарын тыңлайбыҙ, бейегәнен ҡарайбыҙ. Ҡайһы бер табындарҙа мине саҡырып индереп, йырларға ҡушалар ине. Бер шулай мине йырларға саҡырҙылар, мин ҡаршылашам. “Аҡса бирәбеҙ ”, – тинеләр. Ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды. Индем дә ҡунаҡтар алдында тырышып-тырышып йырланым. Маҡтайҙар, ҡул сабалар, әммә аҡса биреүсе юҡ. Түҙмәнем: “Ә аҡса кем бирә?” – тим. Барыһы ла көлөп ебәрҙе, шунан янсыҡтарын сығара башланылар. Шулай итеп тәүге “эш хаҡы” алдым мин. Бәлки, шул саҡта артист булыу теләге барлыҡҡа килгәндер ҙә. Шулай уҡ сәнғәт мәктәбендә уҡыуым да, бәләкәйҙән концерттарҙа ҡатнашып йөрөүем дә ошо юлдан китеүемә йоғонто яһағандыр.
– Мин әрме хеҙмәтенән һуң сәнғәттән киткән бер нисә артисты беләм. Был ҡылыҡтарын улар тормошҡа ҡараштары үҙгәреү менән аңлата...
– Тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе, тип әйтмәҫ инем. Шулай ҙа ҡайһы бер әйберҙәргә икенсерәк мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Уҡыған саҡта театр фанаты инем, хатта нисектер башҡаларҙан да шуны талап иттем, шикелле. Хеҙмәттәштәремдең күпселеге театрҙың нимә икәнен дә белмәүен күреп тәүҙә аптыраным, аҙаҡ инде был битарафлыҡты аңлай башланым. Тағы ла йәшәйеште еңелерәк, ябайыраҡ ҡабул итергә өйрәндем. Тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы пьесаны анализлаған кеүек, тәрән итеп өйрәнеп, ниңә ул миңә шулай тип яуап бирҙе, ниңә был эш килеп сыҡманы, тип уйланыуҙы ташланым. Ғөмүмән, театр тормошон үҙеңдең ғәҙәти тормошоң менән бутарға ярамай икән...
– Тимәк, сәнғәт өлкәһендә эшләгән ир-егеттәр өсөн дә әрме хеҙмәте кәрәк? Минең өсөн әрме һәм сәнғәт бөтөнләй бер-береһенә тап килмәгән, киҫешмәгән нөктәләр кеүек...
– Эйе, улар икеһе ике донъя. Әммә һәр ир-егет әрме мәктәбен үтергә тейеш. Әйтеп үтеүемсә, минең эшемә, тормошома ҡарашым үҙгәреүенә ул йоғонто яһаны. Улар бит насар яҡҡа үҙгәрмәне. Ә бит әрмене башҡа кейгән кәпәстең тиҫкәре яғы менән сағыштыралар. Минең өсөн тиҫкәре булманы ул. Киреһенсә, быға тиклем һаман да өй – ауыл – театр – күңелле саралар маршруты буйынса әкиәт тормошонда ғына йәшәп ятһам, йәшәйештең асылын, матурлығын, ҡәҙерен аңлап етмәгән булыр инем. Үҙ проблемаларымды хәл итә алмаҫ инем, ә кешенекен бөтөнләй аңламаҫ та инем, моғайын.
Ысын һағыныу тойғоһоноң нисек булыуын татып ҡайттым. Бындағыһы бөтөнләй һағыныу булмаған икән ул – сит тарафтарҙағыһы бөтөнләй күңелде әрнеткес булғанлығын белдем. Ҡайҙалыр башҡорт телен ишетеү ҙә оло байрам кеүек ине. Хатта бамбук ағасынан ҡурай эшләп, уйнап йөрөнөм. Әсәйем посылка ебәрәм тигәс: “Зинһар, мәтрүшкә менән кейәү үләне генә һалығыҙ әле”, – тип үтендем. Рәхәтләнеп сәй эсеп ултырам – күҙ алдына ауыл янындағы яландар, көтөүлектәр килә, үҙеңде шунда йөрөгәндәй хис итәһең, күңел тула. Был тойғоларҙы әрмелә булмаһам, кисерә алыр инемме – билдәһеҙ.
– Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәң ине...
– Ҡатынымдың исеме – Ынйы. Ул да сәнғәт кешеһе, “Нур” татар дәүләт театрында эшләп йөрөй. Беҙ уның менән сәнғәт институтында таныштыҡ. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡанда буласаҡ кәләшем 2-се курста белем ала ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң никах уҡыттыҡ. Эмилия исемле ҡыҙыбыҙ, Арыҫлан исемле улыбыҙ үҫә.
– Һәр кемдең яҙмышында ниндәйҙер ҡырҡа боролош яһарлыҡ йәки нимәнелер аңларлыҡ хәл-ваҡиға, осраҡлылыҡ була. Һинең тормошта шундай хәлдәр булдымы?
– Булғандыр ул... Аҡса етмәгән ваҡыттар ине. Башҡалар кеүек тамада булып, туйҙар, ҡунаҡтар алып бара белмәйем, күңелем дә ятмай. Ҡулым эш белә әле тип, өҫтәлмә килем эҙләп, иғлан буйынса төҙөлөшкә барҙым. Бер нисә көн ситтән килгән кешеләр менән эшләргә тура килде. Үҙ-ара һөйләшәләр, уларҙы аңламайым. Шулай ҙа ҡолаҡҡа ҡаты һүгенеүҙәре бәрелеп ала. Өҫтөм бысраҡ, тирә-яҡта цемент еҫе. Булмышым ҡабул итә алмаған сит мөхиттә йөрөүемде аңлап, күңелем тулды. Өфөнән бер аҙ ситтә булыуым ғына күңелемде йыуатты, ә сит төбәккә йәки илгә киткән булһам, бөтөнләй аҡылдан яҙыр инем. Эште тамамлап, театрға килеүгә үҙемдең һөнәремде, хеҙмәттәштәремде, театр бинаһын, грим бүлмәмдәге һәр әйберҙе яратыуымды аңлаған инем. Ошонан һуң тағы ла сәхнәгә күңел биреп, һәр ролемде яратып эшләй башланым.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Алмаз. Һиңә ижади уңыштар теләйбеҙ һәм яңы ролдәр менән бер рәттән яңы йырҙар ҙа көтөп ҡалабыҙ.

 

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: