Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Март 2025, 15:52

Аҙна башында һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса...

Аҙна башында һауа торошо ниндәй буласаҡ?Аҙна башында һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Аҙна башында һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йәкшәмбе, 16 мартта, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе; юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3,+8 градус тәшкил итәсәк.

Дүшәмбе һәм шишәмбе, 17 һәм 18 мартта, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +5,+10°.

Автор:
Читайте нас