Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Март 2025, 07:13

Эргәләге “йыртҡыстар”

Энергетик вампир — үҙ энергияһының алмашыныуы боҙолоу сәбәпле, эргә-тирәһендәгеләрҙең йәшәү көсө менән аңлы йәки аңһыҙ рәүештә “туҡланыусы” кеше.

Эргәләге “йыртҡыстар”Эргәләге “йыртҡыстар”
Эргәләге “йыртҡыстар”

Кеше энергияһын һурыусы вампирҙар тураһында, моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр. Улар хаҡында имеш-мимеш байтаҡ. Кем һуң ул башҡаларҙың көс-ҡеүәте иҫәбенә йәшәүселәр? Ошондай сифатҡа эйә булыусыларҙы нисек белергә һәм “ҡармаҡтарына” эләкмәҫкә?

Энергетик вампир — үҙ энергияһының алмашыныуы боҙолоу сәбәпле, эргә-тирәһендәгеләрҙең йәшәү көсө менән аңлы йәки аңһыҙ рәүештә “туҡланыусы” кеше. Ҡағиҙә булараҡ, энергетикаға бәйле хәл йәшәүҙән төңөлөү, үпкәләү, көнсөллөк, асыу һаҡлау, ҡурҡыу, ҡәнәғәтһеҙлек ерлегендә тыуа. Ошондай ауыр тойғо һәм кисерештәр даими күҙәтелә икән, энергетик каналдарҙа “тығын”дар барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә нервы системаһы һәр саҡ көсөргәнештә була. Бындай халәт йоҡонан һәм ялдан мәхрүм итә. Эске ағзалар эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр күҙәтелеүе лә шуға бәйле. Кеше ҡуҙғыусанға, мыжыҡҡа әйләнә, иламһырап бара йәки, киреһенсә, уҫаллаша, асыуы көсәйә. Шул уҡ ваҡытта ауыр сирле булһа йәки өлкәнәйә лә төшһә, бындай хәле тәрәнәйә. Һөҙөмтәлә вампирға көс талап ителә башлай һәм ул энергияны тирә-яҡтағыларҙан “һура”. Йәш, көслө һәм әүҙем тормош алып барыусылар менән аралашҡанда, уларҙы донорға әүерелдереп, һаулығын “эсә”. Энергетик вампирҙар “ҡулланған” алымдарҙы өс төргә бүлергә мөмкин.
1. Бер тулҡынға ғына көйләү

Вампирға энергияғыҙҙың тулҡынына көйләнеү кәрәк. Уны табыу радиоалғыс тотҡосон әйләндереүгә оҡшаш. Вампир яҙмышына зарланыр. Мәҫәлән, уның һәр ваҡыт бөтә нәмәһе лә насар, ә тормошо — мәңгелек драма. Шулай итеп, ул йәлләтергә, кисерештәрен тараттырырға тырыша. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешене үҙе менән бер төрлө итергә теләй. Быға өлгәшелә икән, биополеғыҙ күҙ асып йомғансы вампирҙыҡы менән ҡушыла, һәм энергия һурыу башлана. Һайлап алған ҡорбаны күҙ алдында “һүнә”.
Һаҡланыу алымы. Ундай кеше менән мөмкин тиклем һирәгерәк бәйләнешкә инергә тырышығыҙ. Әгәр алыҫлаша алмайһығыҙ икән, ситләшеү ысулын файҙаланығыҙ. Мәҫәлән, тормошона зарлана башлау менән, үҙ уйығыҙға сумығыҙ. Әңгәмәсегеҙҙең иламһырап, үҙен йәлләтеп һөйләгән хәл-ваҡиғаларҙы ҡолағығыҙға ла элмәгеҙ, һөйләшеүҙе дауам иттермәҫкә тырышығыҙ йәки уны бөтөнләй бүлдереп, ыңғай, күңелле темаларға күсегеҙ. Иң мөһиме — вампирға элекке хәбәренә ҡайтанан туҡталырға ирек бирмәгеҙ. Ул сағында үҙенә иғтибар талап иттерергә тырышыуҙың файҙаһыҙ булыуын аңлап, аралашыуҙы өҙөр.

2. Хис-тойғо энергияһы

Энергетик “һөлөктәрҙең” икенсе ысулы — ҡорбанында хис-тойғо урғылыуын тыуҙырыу. Шатлығыбыҙҙы күрһәтеп, һөйөнөү белдереп йәки, асыуыбыҙҙы сығарып, тирә-яҡҡа әллә күпме күләмдә энергия ташлайбыҙ. Ә вампир уны шунда уҡ йота. Шуға күрә хис-тойғоно мөмкин тиклем йышыраҡ урғылттырырға тырышасаҡ. Мәҫәлән, әрләш-талаш тыуҙыра, юҡ ҡына нәмәгә лә бәйләнә, күңелеңә тоҙ һала һәм хатта кәмһетә. Ҡапма-ҡаршылыҡлы осраҡтар ҙа осрай, әммә вампир уяулыҡты “йоҡлатырға” ынтыласаҡ. Ул асыҡтан-асыҡ алдай һәм ҡорбанын маҡтай, ышаныс тыуҙыра. Һеҙ “асылаһығыҙ” һәм биополены һаҡлау түбәнәйә. Ә уға шул ғына кәрәк тә инде.
Һаҡланыу алымы. Энергияғыҙҙы һурырға ирек бирмәйем тиһәгеҙ, бәхәскә инмәгеҙ һәм ғауғалашыуға юл ҡуймағыҙ. Вампир әйткеләшеүгә ылыҡтырырға теләү менән йылмайығыҙ һәм өндәшмәгеҙ. Әгәр күҙ алдығыҙҙа алдашалар йәки маҡтайҙар икән, быны ла тыныс һәм һис тә ҡарышмай ҡабул итегеҙ. Иң ябай һаҡланыу ысулы былай: ике ҡулдың бармаҡтарын ҡушып “йоҙаҡ” яһарға ла аяҡты аяҡҡа һалырға.

3. Физик бәйләнеш

Вампирҙың көсөгөҙҙө физик бәйләнеш ярҙамында ла алыуы ихтимал. Ундай кешеләр һәр ваҡыт саманан тыш иғтибар талап итә. Һыйпау-һылауҙы, ҡулдарынан тотоуҙы, массаж яһауҙы теләй. Һис тә булмаһа, карауаты эргәһендә мөмкин тиклем яҡыныраҡ ултырыуҙы хуп күрә. Хис-тойғоғоҙҙо һаҡлай белгән хәлдә лә, вампир менән тән тейешкәндә көсөгөҙҙө юғалтаһығыҙ.
Һаҡланыу алымы. Әгәр ул кеше һеҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм тәрбиә күрһәтеү кәрәк икән, беләгегеҙгә ҡыҙыл йөндән бау бәйләгеҙ. Бындай алым энергияғыҙҙың күсеүен тотҡарлаясаҡ. Ауырыу эргәһенә ҡуйылған гөлдәр ҙә ярҙам итер, сөнки улар уны йәшәүгә көс менән туҡландырып торасаҡ.
Тылсымлы шифаһы бар

Кеше үҙенең һыуһыҙ йәшәүен күҙ алдына ла килтерә алмай, ләкин уның дауалау сифаттары тураһында күбебеҙ белмәйҙер әле. Халыҡ тәжрибәһенән сығып, ҡайһы берҙәре хаҡында һеҙгә еткермәксебеҙ.
►Диңгеҙ һыуы бетте үлтерер, аяҡ-ҡул тартышыуын һәм нервы ауырыуҙарын бөтөрөр.
►Мунсала ҡайнар һыу сәсте ағартыр, әммә ул күкрәккә бик яҡшы тәьҫир итә.
►Һалҡында ярылған тирене диңгеҙ һыуы менән йыуһаң, дауа булыр, әгәр диңгеҙ һыуы менән эсәктәрҙе йыуҙырһаң, эс йылыныр һәм ауыртыу баҫылыр.
►Диңгеҙ һыуы экземанан, тән ҡысытыуҙан, температура күтәрелгәндән, күкрәктәге шеште дауалауҙа файҙалы.
► Диңгеҙ һыуының быуы тәнгә һыу йыйылғандан, ҡолаҡ ауыртҡандан файҙалы.
► Иң яҡшы һыу — шишмә һыуы. Һыу таллы ерҙән ҡиблаға табан ҡарап аҡһа, ул яҡшы тәьҫир итә, ти ололар.
► Шифалы һыу — ямғыр һыуы. Болот менән килеп, йәшнәп яуғаны бигерәк тә һәйбәт. Ә болотһоҙ, ел менән килеп яуғаны күкрәккә һәм тауышҡа зарарлы.
► Йыйылып торған һыу — эсергә яраҡһыҙ. Ул талаҡты шештерер, эскә һыу йыйҙырыр, аҡылды һаташтырыр, эсәктә йәрәхәттәр тыуҙырыр.
►Тимер руднигынан сыҡҡан һыу ашҡаҙанды, эсәкте нығытыр, дәртте көсәйтер.
► Боҙ һыуы нервы ауырыуҙарын тыуҙырыр.
► Ямғыр һыуы бик файҙалы. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыр, бәүелде күбәйтер, бауырға, талаҡҡа, үпкәгә, бөйөргә, нервы системаһына файҙалы, эсте ҡатырмаҫ.
► Баҡырлы һыу эсте ҡатырыр, шуға эсәккә зарарлы, әммә үпкәләге йәрәхәттәрҙе төҙәтеүгә килтерер. Шулай уҡ геморройҙан файҙалы. Тимерле һыу ашҡаҙанды нығытыр. Талаҡ шешкәнде бөтөрөр.
► Ҡурғашлы һыу төйөнләнеү тыуҙырыр, эсте ҡатырыр, бәүелде тотҡарлар.
► Алтын руднигынан сыҡҡан һыу йөрәк болғанғандан яҡшы.
► Алюминийлы һыу эс китеүҙе туҡтатыр.
► Баллы һыу ашҡаҙанды төҙәтер, ҡан төкөрөүҙән файҙалы.

Вил ӘХМӘТОВ.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/beautiful-young-couple-s-half-length-portrait

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас