Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Март 2025, 08:25

"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы

Еңеүселәргә "Ҡурай даны" көмөш миҙалы тапшырылды, ә зал заман геройҙарын алҡыштарға күмде. 

"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы

" ҠУРАЙ ДАНЫ" Ҡурай" телеканалының күркәм һәм әһәмиәтле проекттарының береһе. Хеҙмәт кешеһен, үҙ һөнәренең оҫталарын данлай, дәртләндерә торған проект! Быйыл премия алты номинацияла тапшырылды:

«Ер кешеһе», «Ҡул оҫтаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Ҡул оҫтаһы. Ир-егеттәр”, «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Миһырбанлы ғаилә», «Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы». Еңеүселәргә "Ҡурай даны" көмөш миҙалы тапшырылды, ә зал заман геройҙарын алҡыштарға күмде. 

Тантана мәлендә "Ҡурай" телевизион каналының мөхәррире  Варис Исҡужин менән Юлиә Фәхретдиноваға БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадрановтың Рәхмәт хаты тапшырылды. 

 

"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
"Ҡурай даны" маһирҙарҙы данланы
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас