Был һорау күңелегеҙҙә йыш тыуамы? Юҡ һымаҡ булһа ла, ярты ғүмеребеҙ — кешегә ярарға тырышыу. Бер уйлаһаң, был сифат насар ҙа түгел һымаҡ. Кеше фекере, кеше һүҙе һәр кемде ниндәйҙер сиктәрҙә тота, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары буйынса йәшәтә. Әммә зыянлы яғы ла күп. Башҡаларҙы уйлап, һүҙҙән ҡурҡып, үҙ-үҙеңде юғалтырға мөмкин. Кеше нимә әйтер тип йәшәү дөрөҫмө, түгелме?
Үҙебеҙ һиҙмәһәк тә, кеше фекере тормошобоҙға ныҡ йоғонто яһай. Мәҫәлән, бөгөн һеҙҙе туғыҙ тапҡыр маҡтанылар ҙа бер тәнҡит һүҙе әйттеләр, ти. Йоҡлар алдынан ҡайһыһын иҫләйәсәкһегеҙ? Күптәрҙең насар һүҙҙе иҫләп бөтөрөнөүе билдәле...
Туғаным тормош иптәшенә зарлана: “Үҙе ҡарар ҡабул итә белмәй. Берәй нимә эшләр алдынан йә минән, йә әсәһенән, йә күршеһенән һорай...” Әллә яуаплылыҡтан ҡурҡа, әллә дөрөҫ түгел юлдан китермен тип уйлай?..
Өләсәйем күлдәк һайлай: “Матур ҙа ул, тик йәштәрсә бит әле. Быны кейеп алһам, әбей аҡылдан яҙған тиерҙәр”, — тип күңеленә ятҡаны урынына башҡа төрлөһөн алды.
Таныш ҡыҙҙарҙың күбеһе фотошоп аша үткәрмәйенсә фотоларын социаль селтәргә һалмай. Кемде алдайҙарҙыр? Кем алдында матурыраҡ булырға ынтылаларҙыр?
Бындай миҫалдар күп. Әлбиттә, бөтөнләй бер кемде лә тыңламай йәшәмәйенсә мөмкин түгел. Кәңәш, фекерҙәр кәрәк булған саҡтар күп. Әммә уның өсөн һеҙ кешегә үҙегеҙ мөрәжәғәт итергә тейешһегеҙ. Кәрәкмәгән саҡта ниңә һуң башҡаларҙы тыңлап, үҙеңде сикләргә? Ниңә улар өсөн “шулай тип әйтер инде”, “ошолайтып ҡарар инде” тип әллә нимәләр уйлап ҡуйырға?
Кеше фекеренә иғтибар итмәгәндәр үҙ ҡағиҙәләре менән йәшәй, ярарға тырышыу урынына улар ҡәнәғәтлек килтергән әйберҙәр менән шөғөлләнә. Ҡыйыулыҡтары ла арта: сөнки кеше фекерен иҫәпкә алмағанда һайлау, эшләү күпкә еңелерәк. Кемгәлер нимәлер иҫбатларға кәрәкмәгәс, башҡалар алдында хаҡлы һәм дөрөҫ булып күренеүгә мохтаж түгелдәр. Кәйеф тә күпкә шәберәк, сөнки тәнҡитте, ҡырын ҡарашты күңелдәренә яҡын алмайҙар.
Ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Күп осраҡтағы һымаҡ, кешегә ярарға тырышыу, башҡалар ни әйтер тип ҡалтырап тороу бала саҡтан мейегә һалына. Ҡайһы бер өлкәндәр баланы тик берәй хеҙмәттән һуң ғына маҡтай. Бушҡа ғына иркәләтмәгәс, бәләкәскә ата-әсәһенең, яҡындарының һөйөүен, иғтибарын яулар өсөн ниндәйҙер эш башҡарырға, мәҫәлән, мәктәптә яҡшы баһа алыу, өйҙә ярҙамлашыу мотлаҡ һымаҡ күренә. “Әһә мине яратһындар өсөн шуны шулай эшләргә кәрәк” тигән схема яйлап-яйлап башына һалына. Үҫкәс тә бындай кеше башҡаларҙың ыңғай баһаһын эҙләүен дауам итә. Ул икенселәргә оҡшар өсөн идеал булырға, нимә әйтәләр, шуны эшләргә ынтыла.
Кеше һүҙенән ҡурҡыу “Тыңламаһаң, бабай алып китә”, — тигән һүҙҙән дә башлана. Бәләкәй бала бындай янау ишеткәс, ата-әсәнең әйткәндәрен ҡолаҡҡа элмәһәң, насар бер нәмә була тип көтә башлай. Кешеләр алдында ошолай тип тә әйтәләр: “Ана, инәй һиңә оят тип ҡарап тора”, “ҡалай тәртипһеҙ малай тип уйлайҙарҙыр әле...” Тәүҙә яттар күҙе алдында шәп булырға тырышҡан бала артабан тәрбиәсеһенә, уҡытыусыһына, иптәштәренә, үҫкәс, етәксеһенә ярарға тырыша.
Мәктәптә йәштәштәре көлгән уҡыусы ла киләсәктә кеше һүҙенән ҡурҡып йәшәүен дауам итеүе бик ихтимал. Ул һаман да башҡаларҙың матурлыҡ стандарттарына ярарға тырыша, үҙен һәр саҡ башҡалар менән сағыштыра, һәр һүҙенә, хәрәкәтенә ыңғай баһа көтә.
Түбән үҙбаһа ла кеше һүҙенең ҡоло итә. Ундайҙарға, ғөмүмән, башҡаларҙың әйткәне ныҡ ҙур йоғонто яһай.
Үтә йомшаҡ күңеллеләр ҙә “Кеше ни әйтер?” тип йәшәй. Башҡалар күңелен рәнйетмәйем тип тырыша торғас, үҙенекен онота, хатта үҙе тураһында уйлау енәйәткә тиң тип ҡарай башлай.
“Отличник синдром”лы кеше лә башҡаларҙың фекеренә йыш ҡолаҡ һала. Ул һәр ерҙә идеал булып, тик ыңғай баһаға өйрәнгән. Уның өсөн еңеүҙәре, уңыштары икенсе урында, беренселә — кеше күҙе алдында түбән ҡоламау.
Нисек кеше фекеренә иғтибар итмәҫкә?
Кәңәш һорамаҫ кешенән тәнҡит тә тыңлама, тип әйтәләр. Кемдең фекере һеҙҙең өсөн ысынлап та мөһим, шуларҙың исемлеген төҙөгөҙ. Күп осраҡта унда күршеләрегеҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ булмаясаҡ. Тимәк, уларҙың фекере тураһында борсолоу ҙа урынһыҙ.
Кеше минең турала ниндәй фекерҙә икән, тип уйлаған ваҡытта үҙегеҙгә ниндәй сифаттар оҡшамай, шуларҙы ҡағыҙға яҙып алырға кәңәш итә психологтар. Аҙаҡ күңелегеҙгә ятмаған һыҙаттарҙы юҡ итеү өҫтөндә эшләгеҙ.
Ауырлыҡтарҙы кешенән ярҙам һорамай ғына үҙаллы хәл итегеҙ. Был осраҡта үҙ-үҙегеҙгә ышаныс артыр.
Кеше һүҙенә ҡолаҡ һалырға була, әммә ул йәшәү өсөн ҡулланма (инструкция) түгел икәнен онотмағыҙ.
Күнекмә эшләгеҙ. Мәҫәлән, кеше нимә тип әйтер тип ҡурҡып йөрөгән эште эшләгеҙ, һеҙҙеңсә, нимә тип әйтерҙәрен яҙып алығыҙ. Аҙаҡ ысынбарлыҡ менән сағыштырығыҙ. Күп осраҡта кеше башында ғына насарлыҡ көтә.
Аҙаҡҡы тапҡыр күргән ике кешене иҫләгеҙ: кемеһе ниндәй кейемдә ине? Хәтерләмәйһегеҙме? Үәт! Улар ҙа һеҙҙе иҫләп ҡаламаған.
Һеҙ кеше һүҙенә бәйлеме?
Түбәндәге тест был һорауға яуап бирер. Бының өсөн бирелгән хәлде уҡығыҙ һәм нисек ҡабул итерегеҙҙе, нимә эшләрегеҙҙе варианттар араһынан һайлағыҙ. Ниндәй яуаптар күберәк булыр?
Танышығыҙ боронғо тәңкәләр йыйғанын белдегеҙ, ти. Был турала нимә уйлайһығыҙ?
А. Был етди шөғөл түгел.
Б. Һоҡланам.
В. Был тәңкәләр нимәгә кәрәк икән тип уйлап ҡуям, әммә ҡысҡырып әйтмәйем.
2. Эштә көҙгөгә ҡарап күҙ ҡыҫтығыҙ, һеҙҙе хеҙмәттәштәрегеҙ күреп торған. Нимә эшләйһегеҙ?
А. Күҙемә сүп эләккән тип ҡыланасаҡмын.
Б. Үсекләшеп тел күрһәтәм.
В. Миндә көҙгө алдында маймылланыу ғәҙәте юҡ.
3. Һеҙгә бөтөнләй башҡа өлкәлә эш тәҡдим итәләр. Ризалашаһығыҙмы?
А. Ҡыҙыҡ, тик ризалашырға ашыҡмайым.
Б. Ризалашам.
В. Булдыра алмайым тип баш тартам.
4. Эшегеҙ күп, ә дуҫығыҙ ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бараһығыҙмы?
А. Барғым килһә лә, баш тартам.
Б. Барам, әлбиттә.
В. Бармайым.
5. Ҡышын эскәмйәлә туңып ултырған танышығыҙҙы күрҙегеҙ. Нимә эшләйһегеҙ?
А. Ҡыҙыҡһынһам да, бер нәмә лә һорашмайым.
Б. Туҡтап, хәлен беләм.
В. Үтеп китәм, сәйер кеше менән һөйләшергә ваҡыт юҡ!
6. Ҡыҙыҡ идеяң күпселектең фекеренә ҡаршы килә. Үҙеңдекен үткәрергә тырышасаҡһыңмы, юҡмы?
А. Юҡ, барыбер тыңламаясаҡтар.
Б. Тырышам, күңелдә ҡалмаһын.
В. Дөрөҫлөгөнә 100 процент ышанһам ғына әйтәм.
7. Урамда тайып йығылдығыҙ ҙа, үтеп барыусы ир-ат көлөп ебәрҙе. Нимә эшләйһегеҙ?
А. Ғорур ғына тороп, өҫтөмдө ҡағам да китәм.
Б. Көлә-көлә торорға ярҙам итеүен һорайым.
В. Был әҙәпһеҙ кешене эт итеп әрләйем.
“А” яуабы күберәк. Башҡаларҙан айырылмаҫҡа тырышаһығыҙ. Күңелегеҙҙә һеҙ бала кеүек. Әммә әҙәплелек нормалары, кеше фекере һеҙҙең өсөн мөһимерәк. Тимәк, шул сиктәрҙән сығырға ашыҡмайһығыҙ.
“Б” яуабы күберәк. Һәр ваҡыт үҙегеҙ булып ҡалаһығыҙ, кеше фекеренә артыҡ иғтибар бирмәйһегеҙ. Кемдер, бәлки, ҡылансыҡ тиер. Әммә берәү ҙә күңелһеҙ кеше тип әйтә алмай. Кәрәк саҡта теләһе кемде, теләһә нәмәне һатып ебәрә алаһығыҙ.
“В” яуабы күберәк. Бөтә кеше тап һеҙҙең кеүек булырға тейеш. Һеҙ – тәртип һаҡсыһы. Эштә башҡаларға үрнәкһегеҙ, кешеләр менән мөнәсәбәтте лә бына тигән итеп төҙөйһөгөҙ. Тик үҙегеҙ менән килешә алмайһығыҙ. Һеҙҙә ирек төшөнсәһе юҡ. Эш-ғәмәлдәрегеҙҙе гел контролдә тотаһығыҙ, бер минутҡа туҡталып, ял итеүҙе гонаһ һымаҡ ҡабул итәһегеҙ.
Айгөл СӘЛӘХОВА әҙерләне.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/blonde-girl-green-blouse