Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Март 2025, 06:24

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Алдағы өс көндә Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы фаразлана.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йома, 21 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6°.

Шәмбе, 22 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ, төньяҡтан уртасаға тиклем, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятасаҡ. Көнбайыш сирек ел уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ 0, +5°.

Йәкшәмбе, 23 мартта, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Көнбайыш сирек ел уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13° тиклем, көндөҙ +1, +6°.

Автор:
Читайте нас