Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Март 2025, 06:22

Яңы уҡыусыларыбыҙ ҙа бар

Дуҫтар, “Шоңҡар” журналының икенсе ярты йыллығына яҙылыу башланды! Журналда ниндәй рубрикаларҙы уҡырға яратаһығыҙ?

Яңы уҡыусыларыбыҙ ҙа барЯңы уҡыусыларыбыҙ ҙа бар
Яңы уҡыусыларыбыҙ ҙа бар

Журналдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында Ғафури районының Юлыҡ ауылынан ике уҡыусыбыҙ бүләк отоуы хаҡында хәбәр иткән инек. Егерме биш йыллап Юлыҡ мәктәбендә уҡытҡан, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булһа ла умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Рәис Абдрахманов үҙенә бүләк ителгән үтекте балалар баҡсаһына биргән ине. Иң тәүгеләрҙән булып “Шоңҡар” журналының икенсе ярты йыллығына яҙылып та ҡуйҙы!

Яңы уҡыусыбыҙ ҙа бар! Ул – етмеш һигеҙ йәшлек Роза әбей Әлибаева! “Шоңҡар”ҙың һәр һанын шатланып ҡулығыҙға алырға, уҡырға яҙһын!

Хөрмәтле дуҫтар, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!  

Яңы уҡыусыларыбыҙ ҙа бар
Яңы уҡыусыларыбыҙ ҙа бар
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас