Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
25 Марта 2025, 13:25

Йәшлектәге хата Хикәйә Рәмил ҒИМРАНИ

– Ҡустым, миңә ҡалһа, һин Галинаға ҡарағанда Наиләне нығыраҡ яратаһың, шикелле?

Йәшлектәге  хата Хикәйә Рәмил ҒИМРАНИЙәшлектәге  хата Хикәйә Рәмил ҒИМРАНИ
Йәшлектәге хата Хикәйә Рәмил ҒИМРАНИ

Хәрби хеҙмәттән ҡайтып, кинәнеп ял итергә лә бирмәнеләр Камилға, колхоз идараһына саҡыртып алдылар. Ҡаршылағы өҫтәл артында мөһабәт кәүҙәле, шоморт ҡара сәсле, тирә-йүнгә үҙен ҡыйыу колхоз рәйесе итеп танытҡан Фәнил Кәримов ултыра ине.
– Сәләм, ҡустым, иҫән-имен ҡайттыңмы?
– Былай, һәйбәт, – тине яурынын һикертеп Камил.
Күренә, күренә, бик тә нығынып, мыҡтыланып ҡайтҡанһың... Ярай. Ҡыҫҡаһы, бына нимә, ҡустым, быйылғы йылдың ҡоро килеүе һиңә мәғлүмдер. Колхозда малдарҙың ашарҙарына бер нимә лә ҡалманы тиерлек, шуға күрә беҙ бер төркөм колхозниктарҙы, шул иҫәптән һине лә, Украинаға һалам әҙерләргә ебәрергә уйлайбыҙ... Ризаһыңдыр бит?..
– Кәрәкһә, барырға инде, – тип яуапланы Камил.
– Һай, афарин, Камил ҡустым, мин һинең башҡаса яуабыңды көтмәгәйнем дә, – тип уны ҡосаҡлап уҡ алды рәйес.
Әҙерәк юлға тип «подъемный» аҡсаһын да биргәс, күтәренке күңел менән сыҡты Камил председатель бүлмәһенән.
Ауылдан һигеҙ кешене йәһәт кенә Украинаға оҙаттылар. Тәүге ҡарамаҡта бешеккән ауыл егеттәренә поезда барыуы әллә ни ҡыйын булмаҫ кеүек тойолһа ла, өс-дүрт тәүлек буйына һелкенеп барыуҙан егеттәр юлда бер аҙ йонсоно. Бына, ниһайәт, проводник Винница ҡалаһына яҡынлашыуҙары тураһында хәбәр һалды.
Винница тигәне ҙур ғына ҡала булып сыҡты. Тимер юл вокзалы матур, стеналары иҫ киткес ғәжәп биҙәктәр менән биҙәлгән. Тирә-яғында төрлө ағастар. Ошо матур вокзалда егеттәр таң аттырғандан һуң, иртә менән йәнә автобусҡа ултырып Тульчин ҡалаһына юл алдылар. Был ҡаланан улар барасаҡ Михайловка ауылы алыҫ түгел икән, көндөҙгө 11-ҙәргә егеттәр унда барып инделәр.
Ауылдың уртаһында түшен киреп зәңгәр төҫтәге сиркәү ҡаршы алды. Унан алыҫ түгел «Алена» кафеһы урынлашҡайны. Егеттәр унда инеп йә һыра, йә ҡапҡылап сыға торған булдылар. Йәшәгән ерҙәре лә алыҫ түгел, мәктәп ихатаһындағы интернатта урын бирҙеләр. Ә иртәнге һәм киске ашты Александра Ивановна тигән апайҙың йортона барып ашап йөрөнөләр. Ул егеттәрҙе тәмле украин борщы менән һыйланы.
8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан киске сәғәт һигеҙҙәрҙә башына күн эшләпә кейгән 40–45 йәштәр самаһы ир кеше килеп инде:
– Здоровеньки булы, – тип барыһы менән дә иҫәнләшеп сыҡҡас, егеттәр ҙә:
– Здравствуйте, – тигән булдылар.
– Я директор дома культуры этого села, зовут меня Николай Иванович, собираемся на 8 Марта ставить концерт. Есть ли среди вас музыканты? Если есть, то приглашаю участвовать в нем.
– Есть, – тине Камил урынынан тороп. – Когда и куда прийти?
– Можете каждый день к 8 часам в Дом культуры приходить, там вы меня найдете, – тине лә сығып китте.
Камил ошо осрашыуҙан һуң көн дә тип әйтерлек мәҙәниәт йортона репетицияға йөрөнө. Концертҡа ике йыр әҙерләне ул. Тәүгеһе урыҫ телендә, йырсы композитор Юрий Антонов йырлап йөрөгән «Гуси лебеди» булһа, икенсеһе композитор Рим Хәсәновтың «Шиңгән сәскәләр» исемле йыры ине. Йырҙың икенсеһен концертты әҙерләгән Николай Иванович нығыраҡ оҡшатты.
– Знаешь, Камил, вторая песня, которая на башкирском, думаю понравится всем, – тип Камилды дәртләндереп үк ебәрҙе.
Ысынлап та, директор Николай Ивановичтың һиҙемләүе дөрөҫ булып сыҡты. Камилдың «Шиңгән сәскәләр» йырын башҡарып сыҡҡандан һуң, залдағы халыҡ уны ҡат-ҡат һорап, сәхнәгә саҡырып йырлатты.
Концерт һуңынан сәхнәгә өҫтәлдәр ултыртып, ҙур булмаған банкет ойошторғайнылар, унда ла ошо йырҙы һорап йырлаттылар. Уның сәхнәлә бындай уңышҡа ирешкәне тәүгеләрҙән булғандыр, мәгәр бала сағында һабантуйҙа йырлағанын иҫәпкә алмағанда.
Башы ярылырҙай булып ауыртҡанға уянып китте Камил. Уянды, әммә урынынан тороп китергә ашыҡманы. Кисә мәҙәниәт йортонда концерт менән башланып, һуңынан сәхнәлә уҙғарылған банкетты хәтерләргә тырышты. Эйе, уны ҡат-ҡат һорап башҡортса йырлатҡандары хәтерендә. Бер матур ғына һылыу менән вальс әйләнгәндәрен дә төҫмөрләне... Артабан нисегерәк булды һуң әле?
– Ну шо, Камил, проснулся? – тип һүҙ башланы ир кеше. – Минең исемем Андрей була, бына ошо заведениеның хужаһы булам инде, йәғни кочегар.
– Камил, Башҡортостандан, – тип ҡулын һуҙҙы Андрейға.
– Эйе, кисәге концерт бик һәйбәт булды, ҡайһылай матур йырлайһың, халыҡ бик оҡшатты бит.
– Рәхмәт, – тине эштең айышына төшөнә барған Камил.
– Йә, ярай, әйҙә башыңды төҙәт, – тип Камилға «горелка» һондо.
Бик ауырлыҡ менән эсте Камил украин «горелкаһын». Уны бер-ике тапҡыр ҡабатлағас, Камил йәнә иҫерҙе лә ҡуйҙы, шулай ҙа зиһенен юғалтманы.
– Андрей, беҙҙең ашнаҡсының йортон беләһеңме? Кем әле исеме, Александра Ивановна, шикелле?
– Беләм, ни эшләп белмәй ти, – тип Камилдың уң яғынан ҡосаҡлап алып сыҡты Андрей.
– Ана шунда оҙат әле мине.
– Булдырабыҙ уны.
– Әле сәғәт нисә икән?
– Ике тулып, өсөнсө китте, – тине Андрей, сәғәтенә ҡарап.
Александра Ивановналарҙың ишек алдына килеп еткәс, уның ҡапҡаһын ҡаты ғына шаҡыны ла Андрей, Камил менән хушлашып китеп тә барҙы. Андрей китеп, күп тә үтмәне Александра Ивановна ҡапҡанан килеп сыҡты.
– Кем бында?
– Мин, мин, Камил, – тип, аяғында саҡ-саҡ торған Камил сайҡалып ҡолап китә яҙҙы.
Александра Ивановна Камилдың иҫерек икәнен шәйләп ҡалды.
– Һин нимә, әллә иҫерекһең инде? Йә, Хоҙай, шул ҡәҙәре эсәләрме ни? – тип, Камилды ҡултыҡлап көс-хәл менән йортона алып инеп китте. Аяҡ кейемен систереп, иҙәндең ҡап уртаһында ултырған берҙән-бер ике урынлы карауатҡа илтеп һалды. Күп тә үтмәне Камил өй тултырып хырлап йоҡлап та китте.

***
Виталий Галинаны таң алдынан өйҙәре тапҡырында төшөрөп ҡалдырҙы. Уның менән артыҡ «кәнфитләнмәй», ҡоро ғына хушлашты ла:
– Мин хәҙер бик тиҙ генә ҡайта алмам, һин, ҡыҙыҡай, ҡара уны, ҡайҙа баҫҡаныңды белеп баҫ, – тине, уйынлы-ысынлы бармаҡ янап.
– Кит инде, Виталик, нимә һөйләп торған булаһың, барыһы ла элеккесә һәйбәт булыр, юҡҡа борсолма, – тип, Галина бәләкәй ҡапҡаны һаҡ ҡына асып, ихатаға инеп йорт ишеген шаҡыны. Йорт эсенән йүткерә-йүткерә әсәһе Александра Ивановнаның тауышы ишетелде.
– Кем бар унда?
– Ас, әсәй, был мин – Галина.
– Бәй, ҡыҙым, ни эшләп улай һуңға ҡалып йөрөйһөң? – тип ишек келәһен ысҡындырҙы.
– Виталик килтерҙе.
– Ә ул ҡайҙа һуң?
– Ул ҡалаға ҡайтып китте, уға иртәгә эшкә, – тип, Галина буҫаға аша атланы.
– Йә, ярай, балаҡайым, иҫән-һау ғына ҡайтып еткәс һәйбәт булған, өҫтөңдө һалып, аш бүлмәһенә үт, сәй эсербеҙ, – тине Александра Ивановна. Ул аш бүлмәһенә инеп сәйнүккә сәй ҡуйырға ла өлгөрмәне, Галинаның һөрәнләгәне ишетелде.
– Әсәй, был кем? Ни эшләп минең койкала аунап ята?
– Ҡыҙым, ул башҡорт...
– Башҡорт... ниндәй башҡорт ул?
– Ниндәй тип ни, Башҡортостандан...
– Булһа һуң, ә ни эшләп минең койкала ята?
– Ул бик ныҡ эскән ине... яңғыҙы... төндә, мин уны һинең урынға индереп һалдым...
– Бер ни ҙә аңламайым, әсәй, аңлатыбыраҡ һөйлә әле?
– Улар беҙгә Башҡортостандан килгәндәр, һалам пресларға, уларҙа ҡоролоҡ икән...
– Шунан?!
– Шунан тип ней, ул бик матур йырлай, кисә ауылда концерт булғайны, ул да ҡатнашты. Төндә килеп ингән, иҫерек.
– Эй, әсәй, бигерәк ябайһың да инде.
Барыһын да ишетеп ятҡан Камил урынынан тороп ултырҙы ла:
– Һеҙ кем булаһығыҙ әле?
– Ха, ха, мин кем булам? Мин ошо өйҙөң хужабикәһе Александра Ивановнаның кесе ҡыҙы булам, ә бына һин кем? Ни эшләп минең койкала аунап ятаһың? Хәҙер үк тороғоҙ ҙа ысҡынығыҙ бынан, юғиһә, мин нимә эшләргә белермен!
– Кешегә шулай ҡаҙалма әле, ҡыҙым! Ул хәҙер мәктәп интернатына ҡайтып китер, – тип ҡыҙын тынысландырҙы Александра Ивановна.
– Эйе, эйе, Александра апай, мин хәҙер ҡайтып китермен, – тип йыйына башланы Камил.
Төҫкә-башҡа арыу ғына кейенгән, тәү ҡарамаҡҡа итәғәтле генә булып күренде Камил Галинаға.
– Бер ҡайҙа ла бармайһың, ят урыныңа, – тине бер аҙ йомшарып Галина.
– Мин үҙ йортомда үҙемә үҙем урын табырмын, – тип, өй мөйөшөндә торған креслоға барып ултырҙы.
Александра Ивановна, эштең былай ыңғай ғына килеп сығыуына һөйөнөп, бүлмәнән сығып китте.
Галина тәҙрә ҡырында – креслола, ә Камил ҡәҙимгесә Галинаның карауатында таң аттырҙы. Әммә уларҙың береһе лә ошо минутта уларҙы киләсәктә оло донъяуи мажаралар көткәнен белмәй ине.
Сираттағы эш көнө тамамланғас, байтаҡ ваҡыт уйланып ятты Камил. Теге ваҡытта Украинаға эшкә киткәндә, Өфөлә тимер юл вокзалында оҙатып ҡалған Балтас ҡыҙы Наилә тураһында уйланды ул. Хатта уның «Ҡара уны, һин ул яҡтан үҙеңә кәләш алып ҡайта күрмә» тип уйынлы-ысынлы әйткән һүҙҙәрен хәтерләне Камил. Юҡ... юҡ, ул яратҡан Наиләһенә хыянат итә буламы? Юҡ, әлбиттә, ярата ул уны.
Ана, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанында нисек ҡаршы алды ул уны, хәс кинолағыса, иптәш ҡыҙҙары менән тимер юл вокзалына килеп ҡаршыланылар. Иртәгеһенә Наилә Камилды Өфө вокзалынан ауылға оҙатып та ҡалғайны бит... Бына яҙмыш хәҙер уны әллә ҡайҙарға, алыҫ Украина яҡтарына, илтеп ташланы. Төрлө уй-хистәргә бирелеп ятҡан Камилды Галина:
– Камил, әсәйем тәмле итеп украин борщы бешергән, әйҙә, ашап алайыҡ, – тип аш бүлмәһенә саҡырҙы.
Бергәләп ашап-эсеп алғас, эсендәге уй-хистәре таралған кеүек булды Камилдың.
Көн артынан көн уҙып, Галина менән Камил бер-береһенә эҫенеп киттеләр һымаҡ. Галинаһы уны оло түҙемһеҙлек менән эштән ҡайтҡанын көндә көтөп алыр булды. Тәмле-тәмле аштары менән Камилдың күңелен күрергә тырышты. Хатта Камил һуңғы ваҡыт иптәштәре янына интернатҡа ла йөрөмәҫ булды, эштән тура Александра Ивановналарға үҙ йортона ҡайтҡан кеүек ҡайтты. Ауыл халҡы араһында Камил менән Галинаның мөнәсәбәте тураһында имеш-мимештәр тарала башланы. Хәйер, улар үҙҙәре лә һис тартынмайынса бергәләп халыҡ араһына сығыр булды. Ауыл клубында уҙғарылған барлыҡ сараларға ла бергәләп йөрөнөләр.
Бер көн шулай сираттағы фильмдан һуң, урамда теге кочегар Андрей менән осраштылар. Камилды ситкәрәк алып китеп, тегеһе:
– Камил, һиңә сер итеп кенә әйтәм, Галинаның элекке һөйәре Виталий минең ике туған ҡустым була. Мин һеҙгә насарлыҡ теләмәйем, тик яҡшы ниәт менән үҙеңде иҫкәртәм, сөнки ул ҡайтһа, һиңә яҡшы булмаясаҡ, шуға күрә ул ҡайтып еткеләгәнсе һиңә бынан ысҡынырға кәрәк...
Бер яҡ ситтәрәк Камилды көтөп торған Галина эштең нимәгә барғанын һиҙенде булһа кәрәк. Шуға ла ул Камилды тиҙерәк ҡултыҡлап алып китеү яғын ҡараны. Был һөйләшеүҙән һуң Камил кинәт кенә Галинаға ошо арала тыуған яғына ҡайтып китәсәген белдерҙе.
– Ә мин ни эшләйем?
– Мин һине һуңынан килеп алам, – тип ысҡындырҙы ни әйтергә лә белмәгән Камил.
– Һуңынан ул ҡасан? – тип төпсөндө Галина.
– Иртәгә Журавлевка станцияһына барып, иптәштәремде күреп һөйләшәм дә, поезға билет алып, һинең янға ҡайтып етермен, – тип ышандырҙы Камил Галинаны.

***
– Тс-с-с, тауышланмағыҙ, түрҙә «кейәү егете» йоҡлай, – тип ысҡындырғас бригадир Фәррәх, барыһы ла көлөргә тотондо.
– Улай ғына түгел, уның бөгөн «баллы» айы башланып тора түгелме? Ха, ха, ха, – тип элеп алды икенсеһе.
– Булһа ла булыр, бында ғәжәпләнерлек урын юҡ, әрмегә барып ҡайтты, өйләнмәгән, яңғыҙаҡ, – тип барыһын да тынысландырҙы бригадир.
Иртәнге ашты ашарға килгән егеттәр нисек килеп инһәләр, шулай йәһәт кенә ашап алдылар ҙа һалам пресларға юлландылар. Йорттан сығып барғанда бригадир Фәррәх:
– Ярар, Камил ҡустым, бөгөнгә ял ит, – тине. – Иртәгә эшкә сығырға онотма, – тип киҫәтте.
Иптәштәре сығып киткәс, оҙаҡ ҡына ваҡыт уйланып ятты Камил. Нимә эшләргә? Кемдән кәңәш һорарға? Ниңә бәйләнде һуң әле Галина менән? Бында ла ҡалырға ярамай, өҫтәүенә, Башҡортостанда Наиләһе көтә. Килеп тыуған һорауҙарына яуап таба алмай ыҙаланды Камил.
– Мөмкинме?
Ишек асылып китеп, унда ҡулына көршәк тотҡан Александра Ивановна күренде.
– Әйҙәгеҙ, Александра Ивановна, үтегеҙ, – тине Камил.
– Бәлки, сарсап киткәнһеңдер, кеүәҫ алып индем, – тип һүҙен дауам итте ул, Камилға көршәк һоноп.
– Рәхмәт, Александра апай, бик ҙур рәхмәт.
– Камил, һеҙҙә, башҡорттарҙа, ниндәй эсемлектәр бар һыуһынды ҡандыра торған?
– О, беҙҙә улар бик күп, мәҫәлән, ҡымыҙ, айран, буҙа, әсегән бал.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Камил, һанап киткән эсемлектәрегеҙҙең береһе тураһында ла ишеткәнем юҡ, хәйер, мине улар әллә ни ҡыҙыҡһындырмай ҙа, мине башҡа мәсьәлә борсой әле.
– Ниндәй мәсьәлә ул, Александра апай? – тип һораны Камил, һиҫкәнеп.
– Мин һеҙҙең турала борсолам, Галина менән һинең турала.
– Нимә булған, Александра апай?
– Нимә булһын, ауыл тултырып һеҙҙең турала һөйләйҙәр, имеш-мимештәр йөрөй. Ә бына һин, Камил, беләһеңме Галинаның яратып йөрөгән кешеһе барын? Хәҙерге ваҡытта ул Одессала йәшәй, оҙаҡламай ҡайтып етергә тейеш, тиҙәр, һиңә Башҡортостаныңа ҡайтып китеү хәйерлерәк булмаҫ инеме икән?
– Бәлки, шулай дөрөҫөрәк булыр, вәғәҙә итмәйем, уйлармын!
– Уйла, уйла, Камил, моғайын, һине лә тыуған яғыңда көтәләрҙер... Атай-әсәйең барҙыр бит?
– Бар, бар!
– Камил, мин уйлайым, һинең менән беҙ аңлаштыҡ, шикелле?
– Эйе, мин аңланым, Александра апай, һеҙҙе. Алла бойорһа, тиҙҙән барыһы ла асыҡланыр, борсолмағыҙ.
Камилдың иптәштәре, ысынлап та, 15 көн буйына әҙерләгән төклө һаламды иртәгә Журавлевка станцияһынан вагондарға тейәп Башҡортостанға оҙатырға тейеш ине. Камил иртә менән станцияға килеп еткәндә, иптәштәре һаламды бер нисә вагонға тейәп тә ҡуйғандар. Араларынан берәүһе:
– Әгәр ҙә үҙеңә ошо көнгәсә эш көнө ҡуйылһын тиһәң, бар, Камил, мәгәрис алып кил, юғиһә, үҙеңә прогул ҡуясаҡбыҙ, – тине.
Камил ҡат-ҡат әйттермәйсә, йәһәт кенә кибеттән өс шешә араҡы алып та килде. Башҡортостанға ҡайтыуының сәбәбен иптәштәренә һөйләп биргәс, тегеләре:
– Һин нимә, Камил, башҡорт түгелме әллә? Беҙҙә бит атай-олатайҙарҙан ҡалған матур йола бар.
– Урлап алып ҡайт та кит, ҡустым, – тине бригадир Фәррәх Камилға, мут ҡына йылмайып.
– Урлайым, башҡаса сара юҡ, – тип сәмләнеп китте Камил.
– Беләһеңме, Саша, беҙҙә, башҡортта, кәләш урлау йолаһы һаман да һаҡланған, – тине эре генә Камил
– Урлайҙармы?
– Ни эшләп урламаһын, урлайҙар...
– Кит әле, Камил, юҡты һөйләмә, үткән ул замандар, хәҙер һөйләшеп, килешеп алып ҡайталар кәләште.
– Ышанмайһыңмы?
– Юҡ, әлбиттә!!!
– Ышанмаһаң, ултыр машинаңа, киттек Михайловкаға, – тип һаман һүҙ ҡуйыртты Камил.
– Һин нимә, унда Галя һине көтөп ултыра тип уйлайһыңмы әллә?
– Көтә...
Шулай бәхәсләшә-бәхәсләшә улар Сашаның машинаһына ыңғайланылар. “Һә”, тигәнсе ҡайтып еттеләр Саша менән Камил Михайловкаға. Александра Ивановналар тапҡырына килеп еткәс, Саша ни күрһен, ысынлап та, урам янындағы эскәмйәлә Галина ултыра ине. Янында ике сумаҙаны ла тора.
Үҙ күҙҙәренә ышанмағандай, Саша:
– Ҡара әле, Камил, ысынлап та, ултыра бит Галинаң, – тине.
Ул арала Галина Камилды автомобиль кабинаһында күреп ҡалып, йәһәт кенә ике сумаҙанын да машина кузовына быраҡтырҙы ла кабинаға инеп тә ултырҙы.
– Киттек, кемде көтәбеҙ?! – тине, бөйөк эш башҡарғандай.
– Бына, исмаһам, был ҡыҙ урлау була, – тине быларҙың барыһын да күҙәтеп ултырған Саша. – Хәҙер башҡорттарҙың ҡыҙ урлау йолаһын һаҡлағандарына иманым камил, – тине йылмайып.
Тимер юл станцияһына килеп еткәндә, Камилдың ауылдаш егеттәре пыр туҙып һаламды вагондарға тейәп йөрөй ине. Камилды кәләше менән күргәс, барыһы ла бер урынғараҡ йыйналдылар, араларынан Фәррәх һүҙ башланы:
– Ярар, Камил ҡустым, һүҙеңде һүҙ иттең, шикелле, барыбыҙ ҙа һине ҡотлайбыҙ, килен тәпәйен ҡайтҡас, ауылда, йыуырбыҙ, иҫән-һау ғына ҡайтып етегеҙ, юлығыҙға аҡсағыҙ барҙыр бит?
– Бар, – тине мыштым ғына Камил. Ике ҡулына ике сумаҙанды алып, арҡаһына биштәрен аҫып, Галинаһын эйәртеп, Журавлевка тимер юл станцияһының вокзалына йүнәлделәр.
Бында ҡалған иптәштәренең Камилға ҡарата уй-фекерҙәре төрлөсә ине. Кемдер Камилдың был сәйер ҡылығын аңлап та бөтөрмәне, кемдер уның Өфө вокзалында оҙатып ҡалған Наиләһен ҡыҙғанды, сөнки уның «ҡара уны Камил, һин унда өйләнеп ҡуйма» тип юрағаны юш килде түгелме? Был ҡылған эше өсөн ата-әсәһенә нимә тип кенә яуап бирер инде Камил, билдәһеҙ...

***

Камил менән Галина Журавлевка тимер юл станцияһынан Винница ҡалаһына килеп, Винницанан – Киевҡа, ә Киевтан тура Өфөгә “Ту-134” самолетында остолар. Стюардессаның: «Дүрт орденлы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөгә яҡынлашабыҙ», – тигән һүҙҙәре уны һиҫкәндереп ебәрҙе.
Ярар, Өфөгә лә ҡайтып еттеләр, ти, артабан нимә эшләргә? Кәләште тура ауылға алып ҡайтырғамы? Әллә Ишембай ҡалаһындағы Рәғиҙә апаларына алып барырғамы? Бына ошо мәл Камил үҙенең тормошонда оло хата яһауын тоя башланы. Алдына килеп баҫҡан билдәһеҙлек уғата уны алйытты, башында төрлө уйҙар сыуалды. Хатта, уның алып ҡайтып килгән кәләшен ташлап ҡасырғамы, тигән уйҙар ҙа юҡ түгел ине. Эх... Нимәгә кәрәк булды һуң әле теге ваҡыт хохол егете Саша менән бәхәсләшергә? Шул ваҡыт бәхәсләшмәгән булһалар, бәлки, былай ҙа килеп сыҡмаған булыр ине. Ошондай уйҙар менән килеп төштө Камил Өфө аэропортына.

***
Ишембайҙан тура ғына Красноусол ҡасабаһына йөрөгән маршрут автобусы юҡ. Шуға күрә Камил кәләше Галинаны эйәртеп, Стәрлетамаҡ аша апаһы Рәғиҙә, уның ҡыҙы Фирҙәүсәне алып, ауылға ҡайтырға сыҡты. Төш ауыуға, Красноусол – Еҙем-Ҡаран автобусына ултырып, Ерек туҡталышында төшөп ҡалдылар, бынан Камилдың ауылына ла күп ҡалмай, өс-дүрт саҡрым булыр. Ауылға яҡынайған һайын Камилдың күңелен төрлө-төрлө шомло уйҙар биләп алды. Бигерәк тә ныҡ борсоғаны уларҙы нисек ҡаршы алырҙар? Атаһы менән әсәһенә нимә тип кенә яуап бирер инде? Тик Рәғиҙә апаһының:
– Камил туғаным, өйгә ингәс тә ҡаушап ҡалма, килен менән атай-әсәйеңде үҙем таныштырырмын, – тине Галина аңлаһын өсөн руссалап.
– Как будет мама по-башкирски? – тип һораны күптәнән бирле һүҙ ҡушмаған Галина.
– Мама – это әсәй.
– А папа?
– Атай.
– Атай, ҡайһылай ҡыҙыҡ, хатта әҙерәк беҙҙеңсәгә оҡшаған. Атай – батя, – тип ҡабатлап алды Галина.
Ошолай һөйләнеп килә торғас, ҡайтып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
– Ана, беҙҙең йорт, – тине тимер башлы, стеналары ла тимер менән көпләнгән дүрт босмаҡлы өйгә төртөп күрһәтеп Камил.
Урам ҡапҡаһын асып ебәреүгә, күҙгә иң беренсе булып тырым-тыраҡай таралышып ятҡан һыҙырылған йыла ағастарын күреп, Галина ғәжәпләнде лә Камилға боролоп:
– Былар нимә? – тип һорап ҡуйҙы.
– Былары – малдарҙың аҙығы, йылдың ҡоро килеүе, малдарҙы бесән, һаламдан мәхрүм итте. Беҙҙең дә бит Украинаға һаламға барыуыбыҙҙың сәбәбе... – тип һөйләгән мәлдә болдорҙа Камилдың атаһы күренде.
– Әйҙүк, ҡунаҡтар рәхим итегеҙ! – тип ҡаршы алды, әйтерһең дә, алдан һөйләшеп ҡуйғандармы ни, балдыҙы Рәғиҙәне таныпмы, әллә ғәҙәте буйынсамы, барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла йортҡа саҡырҙы.
Камилдың Украинала һалам әҙерләргә барған еренән кәләш эйәртеп алып ҡайтыуы йәшен тиҙлегендә яҡын-тирәгә таралып өлгөрҙө. Хатта был хәбәр Өфөлә ҡалған Камилдың армияға ҡәҙәре танышҡан Наиләһенә лә барып еткән ине. Әлбиттә, Камилдың был ҡылығын бер Наилә генә түгел, күптәр оҡшатманы. Хатта осратҡан ваҡытта класташ ҡыҙҙары ла өнһөҙ үтер булдылар. Бер көн шулай Камилға әсәһе Әсмә апай ҙа үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәйне:
– Һин, балам, кәләш түгел, ҡурсаҡ алып ҡайтҡанһың бит, – тип һуҡранды.
Әлбиттә, килене Галинаның һуңға тиклем йоҡлап, төшкә тиклем көҙгө алдынан китмәй биҙәнеүе оҡшаманы әсәһенә. Улы Камилға ла:
– Һиңә лә эшкә инергә кәрәк, – тип шелтәләне.
Хәҙер, ана, Камил ауыл клубында эшләп йөрөй. Иртән китеп, һуң ғына ҡайта.
Бер көндө шулай ун ете бәпкәле ала ҡаҙы, менән килене Галинаны эйәртеп йылға буйына ҡыуып барҙылар. Йылға буйында киленен яңғыҙын ҡалдырып:
– Я пойду домой, а ты охраняй, – тип ҡайтып китте өйөнә. Күп тә үтмәне уның артынан килене ҡайтып керҙе лә:
– Нимә, мин һеҙгә ҡаҙ көтөргә ялланғанмы әллә? – тип ысҡындырмаһынмы!
– Шул ҡаҙ бәпкәләрен дә ҡарай алмағас, ни бысағыма һин беҙгә, кукла! – тип һуҡранды ҡәйнә килененә.
Галина, Әсмәнең бер генә әйткән һүҙен дә аңламаһа ла, «кукла» һүҙен ҡәйнәһе ни өсөн ысҡындырғанын һиҙемләне. Ул оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырып, яйлап ҡына әйберҙәрен ике сумаҙанына тултыра башланы:
– Камил мине күрергә теләһә, ошо сумаҙандарҙы Фәррәхтәргә алып килһен, – тип шәп-шәп атлап, хушлашмай ҙа өйҙән сығып китте.
Урамда йөрөгән Хәким ағай килене артынан оҙаҡ ҡына ҡарап ҡалды. Тегенеһе яртылыҡ юлда ятҡан магазинды уҙғас, Фәррәхтәр йортона инеп китте.

***
Клуб күтәрмәһен йыуып йөрөгән йыйыштырыусы Ғәшиә апайҙың күнәген саҡ тибеп ауҙарманы 12–13 йәштәр самаһы бер малай:
– Ғәшиә әбей, Камил ағай ҡайҙа?
– Ҡайҙа булһын, бүлмәһендә... Нимә ут сыҡҡанмы әллә? Күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй...
– Ут сыҡмаған, теге Фәррәх бабайҙарҙағы Галина еңгәй ҡандала дарыуы эскән, – тине лә грим бүлмәһенә инеп китте, хәҙер инде ай самаһы клуб мөдире булып эшләгән Камил янына.
Камил йәһәт кенә теге малай менән Фәррәхтәрҙең йортона йүгерҙе. Килеп еткәндә унда байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған ине, араларынан кемдер:
– Һөт эсерергә кәрәк, – тине, ергә һығылып төшкән Галинаны күтәрергә маташып.
– Эсерҙек бит инде, тиҙерәк берәй транспорт табып Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына илтергә ине... Юғиһә... эштәре хөрт ҡыҙыҡайҙың.
Камил ауыл урамы буйлап бер тегендә, бер бында сапты, ләкин Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына алып барырҙай бер транспорт та таба алманы. Ниһайәт, ауылда эшләп ятҡан милиораторҙың С-100 тракторисы Айҙар менән һөйләшеп, Еҙем-Ҡаранға барырға сыҡтылар.
– Бәхетең бар икән, – тине әле генә улар алып килгән Галинаны ҡарап сыҡҡан өлкән табип Саттаров. – Тағы ла бер 15-20 минутҡа һуңлаһағыҙ, бәлки, сибәркәйҙе юғалтҡан да булыр инегеҙ...
– Доктор, ул йәшәйәсәкме? – тине тамағына килеп тығылған төйөрҙө йотоп ебәрергә тырышҡан Камил.
– Хәҙер йәшәйәсәк, берәй аҙна-ун көн самаһы дауаланырға кәрәк буласаҡ, – тине табип.
Табиптың әйтеүе дөрөҫ булып сыҡты, теүәл ике аҙна дауаланғас, Галинаны килеп алды Камил. Тик уныһы Камилдарға бармайым тип ҡырт киҫте, үҙенекен һүҙ итеп, йәнә Фәррәхтәргә ҡайтты. Бер аҙ һаулығын нығытҡас, Украинаға ҡайтып китәсәген әйтте, әммә яңғыҙы түгел, Камилды ла үҙе менән аласағын белдерҙе. Имеш, улар яғында кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ иренән айырылһа, икенсегә кейәүгә сығырға тейеш түгел икән. Шуға күрә Галина Камилды теләһә ниндәй осраҡта ла ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Шулай булмаһа, «Камилды яратам» тип, үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, күрәләтә ҡандала дарыуы эсер инеме ни?

***
Камилдың апаһы менән ағаһының бер көнгә тура килә тыуған көндәре. Шуға ла улар бергәләп билдәләйҙәр был көндө, һарыҡ итенән шашлыҡ та яһағас, урам бөтөнләй байрам төҫө алды. Әхәттең танауын ҡытыҡлап, урамға тәмле еҫ таралды.
Ағаһы менән йөҙәр грамм һуҡтырғас, кәйефтәре күтәрелеп, телдәре асылып китте. Ағаһы Әхәт Камилға:
– Ҡустым, бәлки, Фәррәхтәрҙән киленде алып килерһең? – тине.
– Әйтеп ҡарағайным, килмәй, тыуған яғына ҡайтырға йыйына, шикелле.
– Камил, һин уны оҙата барам тип, уға эйәреп сығып китмә тағы...
– Китер булһам, ағай, ул яҡтан ҡайтмаған булыр инем, – тип һөйләнә-һөйләнә йәнә берәрҙе күтәргәс, Камил гармунын алып йырлап та ебәрҙе:
«Һулар һауам, йөрәк дауам,
Һинең өсөн генә янам...»
Ярайһы уҡ теле көрмәлгән Әхәт:
– Ҡустым, миңә ҡалһа, һин Галинаға ҡарағанда Наиләне нығыраҡ яратаһың, шикелле?
– Белмәйем, ағай! Белмәйем! Әйҙә, ағай, лутсы тағы ла берәрҙе күтәрәйек, – тип рюмкаһын сәкәштерергә һондо Камил.
Шулай һөйләшеп ултыра торғас, Әхәт ултырған ерендә йоҡлап китте. Камил үҙе лә йортҡа инеп ятып серем итер өсөн урын эҙләп таба алмағас, болдорға сығып буш карауатҡа ауҙы. Ауҙы, ләкин һис кенә лә йоҡлап китә алманы... Уның бөтә уйы Галинала ине... Байтаҡ ҡына ошолай уйланып ята торғас, өй эсендәге сәғәт төнгө өстө һуҡты. Камил яйлап ҡына тороп аяҡ кейемдәрен кейҙе лә Фәррәх йортона, Галинаһы янына юлланды. Фәррәхтең солан ишегенең элгесен бик һаҡ ҡына асты ла тауыш тынһыҙ ғына Галина янына инеп ятты...
– Тор, йүнһеҙ, нимә эшләп ятаһың, ана бит бисәң китә, бар оҙат, – тип бер нимә аңламай, аңшайып ҡалған Камилға Фәррәхтең ҡатыны Сәлимә ҡысҡырҙы.
Камил йоҡонан тороуға кәләше Галина барлыҡ әйберҙәрен төйнәп, ике сумаҙанын тултырып әҙерләп ҡуйған ине инде. Кеше маҙар күреп ҡалмаһын... Сит ят күҙҙәргә салынмайса ғына ауылдан сығып тайырға ине уйы Камилдың. Ауыл күперен үтеп, яртылыҡ юлда ятҡан Ағиҙел йылғаһы буйына килеп еттеләр. Хәҙер кәмәгә ултырып аръяҡ ярға сыҡҡас, бакинщик Токоревҡа инеп тәмәке тартырға ине уйы Камилдың. Уның тәмәкеһе менән шырпыһы Фәррәхтең соланында тороп ҡалғайны.

***
Галинаһының сумаҙандарын йөкмәп, Камил ах-малға төшөп, әлһерәп тимер юл вокзалына кәләше менән килеп етте. Кисә кистән апаруҡ «төшөргән» Камилдың үлтереп башы ауырта, күңеле болғанып ҡоҫҡоһо килде. Ул, хәлһеҙләнеп, тимер юлы вокзалы алдындағы сиҙәмгә ауҙы:
– Әллә, Камил инде? Шул-шул, йә, Хоҙай, нимә эшләп ятаһың бында? – тигән тауышҡа башын ҡалҡытҡайны, ауыл бригадиры Һаҙый ағайҙы күреп:
– Эйе, мин – Камил... Сәләм, Һаҙый ағай.
– Ҡайҙа юл тоттоң?
– Ана, бисәне оҙатам...
– Нимә, ҡайтып китәме әллә?
– Ҡайта шул...
– Нимә һин дә уның менәнме әллә?
– Юҡ, оҙата ғына килдем, кисә күберәк эселгән, баш ауырта...
– Шулаймы ни?.. Улайһа мин хәҙер, – тине лә бисәһе Шәмсигөл еңгә яғына ыңғайланы.
Күп тә үтмәне ҡулына бер шешә араҡы менән закускалар тотоп Камил янына «һә» тигәнсе килеп тә етте:
– Ҡустым, тор, әйҙә, башыңды төҙәтәйек, – тип, ярты стакан араҡыһын ҡойоп Камилға һондо.
Һаҙый ағаларының поезы алдараҡ килеү сәбәпле, уларҙы Стәрлетамаҡҡа оҙатҡас, кәләше Галинаһы янына сиҙәмгә ҡоланы ярым иҫерек Камил.
Быға тиклем бер һүҙгә лә ҡыҫылмаған Галина телгә килде:
– Мин һине үҙем менән алып китәсәкмен, Камил, яңғыҙың бында ҡалмаясаҡһың...
– Ә һин минән һораныңмы?
– Һораманым, ләкин һине бында ҡалдырып китергә уйым юҡ.
Оҙаҡ ҡына уйланып ятҡан Камил ятҡан еренән тороп ултырҙы ла:
– Галина, өгөтләмә мине, мин һинең менән бер ҡайҙа ла бармаясаҡмын, бер ҡайҙа ла, ишеттеңме?
– Барырһың, һинең башҡаса сараң юҡ! Һинең буласаҡ балаңды кем ҡарарға тейеш?
– Нимә, һин бит ауырға ҡалманым тигән инең.
– Ул ваҡытта, бәлки, ҡалмаған булғанмындыр, хәҙер мин ауырлы, Камил. Галина Һаҙый ағаһынан ҡалған араҡыны Камилға һондо. Ул шешәгә ике төймә йоҡо дарыуы төшөрөргә лә онотмағайны.
– Мә, эсеп бөт тә башҡаса һорама, – тине Галина мут ҡына.
Кумертау – Учалы поезы килеп етергә бер сәғәт самаһылай ваҡыт ҡалғас, Галина станция кассаһынан Өфөгә ҡәҙәре ике билет алды. Уның уйы ниндәй генә хәлдә лә Камилды бында ҡалдырмай, үҙе менән алып ҡайтып китеү ине. Алла бойорһа, Өфөгә барып еткәс, моғайын, берәй сараһы килеп сығыр әле, эсереп булмаһа, бәлки, хәйләләп алып ҡайтып китермен, тип үҙен-үҙе йыуатты. Украинаға Камилды алып барған осраҡта әсәһе янына Михайловкаға алып ҡайтмаясаҡ, сөнки элекке һөйәре Виталик унда йәшәргә ирек бирмәйәсәк. Быныһы көн кеүек асыҡ, шуға күрә тура Одессаға, бер туған апаһы янына, алып ҡайтыр. Апаһының йәшәгән йорто иркен, уның кескәй генә ғаиләһе янына Камил менән Галина ла һыясаҡ бит. Ошондай уйҙарға сумып ултырған Галинаны һиҫкәндереп, Кумертау – Учалы поезы яҡынлашыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Сиҙәмдә иҙрәп йоҡлап ятҡан Камилды Галина уятып-уятып ҡараны, әммә тегенеһе уянырлыҡ түгел ине. Аптырағас, уҙып барған йәш егеттәргә мөрәжәғәт итте:
– Егеттәр, Алла хаҡы өсөн, һеҙҙән үтенеп һорайым, ағайығыҙҙы вагонға индереп кенә һалығыҙ әле, хәле юҡ...
Шунда уҡ егеттәр Камилды ла, Галинаның сумаҙандарын да «һә» тигәнсе вагонға күтәреп индереп һалдылар.
Ике сәғәттән артығыраҡ йоҡлап, Өфөгә етәрәк йоҡоһонан, уянды Камил. Уянды, әммә урынынан торорға ашыҡмай, күҙҙәрен асҡан килеш байтаҡ ваҡыт ятҡас, эргәһендә ултырған Галяны күреп:
– Беҙ ҡайҙа? – тип һораны.
– Оҙаҡламай Өфө буласаҡ, тип әйттеләр.
– Эсергә бер нәмә лә юҡмы? – тигәнгә, Галина йәһәт кенә әле яңыраҡ проводницанан һатып алған газировкаһын Камилға һондо.
Поезд Өфө станцияһына килеп туҡтаны. Галина ултырырға тейеш поезға «билеттарҙы ике сәғәт ҡалғас ҡына һатабыҙ» тип уның кәйефен төшөрҙө билет кассаһында кассир. Былай ҙа ана һытылам, бына һытылам тип торған кешегә етә ҡалды. Билет алырға торған сиратынан сығып Камил янына килгәндә уның күҙҙәре йәшкә мансылғайны инде.
– Камил, әйҙә аэропортҡа барып киләйек, беҙҙең ваҡыт етерлек, – тине, туҡталышта торған 101-се маршрут автобусына төртөп күрһәтеп.
– Әйҙә һуң, барып киләйек, – тип ризалашты Камил.
Улар Галинаның барлыҡ әйберҙәрен һаҡлыҡ камераһына тапшырҙылар ҙа теге автобусҡа инеп тә ултырҙылар.
– Бер нисә көн буйына поезда һелкенеп барғансы, билеттарҙы самолетҡа алһаҡ, күпкә отошлораҡ булыр ине. Тиҙ ҙә, уңайлы ла, ә иң мөһиме – Одессаның тура үҙенә барып төшөр инек, – тине Галина.
– Галина, мин бит һиңә, бер ҡайҙа ла бармайым, тип әйттем бит инде.
– Нимә һөйләйһең һин, Камил? Нисек бармайһың?
– Бармайым тигәс, бармайым... Нимә юғалттым мин һеҙҙең Украинала?!
– Ә мин һеҙҙә нимә юғалттым? Ә бит мин уны бөтөнләй икенсе төрлө күҙ алдына килтергәйнем... Грузия, йә булмаһа Үзбәкстан кеүек, ә бында башҡаса.
– Эйе, беҙҙә банан да, әфлисун да үҫмәй, беҙҙә иген үҫтерәләр, мал тоталар.
– Юҡ, бармайым мин һеҙгә!
– Әлегә генә бар ҙа, оҡшамаһа, кире ҡайтырһың.
– Юҡ, тигәс юҡ!
– Камил, һуңғы тапҡыр әйтәм, бараһыңмы?
– Юҡ, бармайым.
Тамам сығырынан сыҡҡан Галина:
– Бармаһаң, ана бара юлың, дүрт яғың ҡибла, – тип автобус ишегенә төртөп күрһәтте.
Шуны ғына көткән Камил, урынынан тороп, урта ишек тапҡырына килеп баҫты. Бер нисә секунд ваҡыт Камил өсөн бик оҙаҡ ваҡыт кеүек тойолдо. Ул ауыҙын асып бер Галинаға, бер асыласаҡ ишектәргә баҡты һәм, ниһайәт, улары асылды, Камил урамға ынтылды. Хатта автобусҡа инеп килгән ҡарсыҡты ла шәйләмәне, саҡ уны бәреп йыҡманы, тегенеһе:
– Ты что, ошалел что ли? – тип һуҡранып ҡалды.
Камил бер нисә аҙым атланы ла боролоп туҡталып ҡалды. Ул күҙҙәре менән ҡалған Галинаһын эҙләне, ләкин автобусҡа инеп тулған пассажирҙар араһында уны, күпме генә эҙләһә лә, таба алманы. Автобус ҡара төтөндәрен борхотоп ҡуҙғалып китте, Камил урынында торған килеш уны күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡарап ҡалды.
Галина менән сәйер генә айырылышҡас, ҡайҙа барырға ла белмәй интеккән Камил байтаҡ ваҡытын «Балалар донъяһы» универмагы артындағы скверҙа уҙғарҙы. Был скверҙа йөрөп ялҡҡас Ленин урамына төшөп, яйлап ҡына тимер юлы вокзалы яғына ыңғайланы. Кеҫәһендә аҡсаһы булһа, ярылырҙай кипкән тамағын сылатып, туйғансы кеүәҫ йә газлы һыу алып эсер ине, исмаһам. Юл ыңғайында осраған киоскыларҙа һатылған газлы һыуға ла, ҡыҙҙырылған бәлеш-пирожкиҙарға ла иғтибар итмәҫкә тырышып, был урындан тиҙерәк уҙып китеү яғын ҡараны.
Ниһайәт, алда тимер юлы вокзалы күренде, уға етәрәк бер урында тимер торбанан ағып ятҡан һыуҙы күреп, шунан һалҡын һыу эсеп һыуһынын баҫты. Хәле бөтөп, әлһерәп килгән Камилға аҙ ғына булһа ла хәл кергәндәй булды. «Бәлки, берәй танышымды осратырмын», тип, күпме генә йөрөһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул пассажирҙар залында ла, билет кассалары тирәһендә лә берәүҙе лә осрата алманы. Тамам өмөтөн өҙөп, перронға сыҡты.
Эх, беләһе ине ошо мәлдә Галинаһының ҡайҙа йөрөгәнен... Һуңғы сигаретын тоҡандырып тартты ла сигарет пачкаһы менән тәмәке төпсөгөн урнаға быраҡтырҙы Камил. Ә үҙенең барлыҡ уйы Галинала ине.
Бигерәк «мәмәй» ҙә инде үҙе, шунда Галинаға ҡайтыр юлына билет алышып, поезға ултыртып ебәрһә, ҡалай яҡшы булыр ине. Ә ул, малайҙарса үпкәләп, автобустан төшөп ҡалды... Юҡ, егеттәрсә түгел был. Ошолай уйланып торған саҡта уның башына матур ғына уй килеп төштө. Ә бит Галина аэропортта самолетҡа билет алһа ла, алмаһа ла бында барыбер киләсәк, сөнки уның әйберҙәре бында, һаҡлыҡ камераһында. Ул ошондай уйҙар менән пассажирҙар залына йүнәлде. Күҙҙәре менән залды айҡап сыҡты һәм залдың уң яғында уртансы эскәмйәлә ултырған ҡатынды шәйләп ҡалды:
– Галя! – тип ҡысҡырып ебәрҙе үҙе лә һиҙмәҫтән.
Тегенеһе урынынан һикерә һалып торҙо ла сумаҙандарына абынып Камилға ташланды.
– Камил!
Улар байтаҡ ваҡыт ошолай ҡосаҡлашып торҙолар. Залдағы халыҡ тәүҙәрәк уларға ҡыҙыҡһынып ҡараһа ла, бер аҙҙан оноттолар.
– Хәҙер инде мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, – тип, Галинаһы уға сат йәбешеп, сумаҙандар торған эскәмйәгә тартты.
Бер аҙҙан этешеп-төртөшөп алған билеттарын усына ҡыҫып, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән Галина йоҡомһорап ултырған Камил янына ултырҙы, һөйгәнен ҡосаҡлап суп-суп итеп үбәһе килде, әммә был уйынан кире ҡайтты. Юл оҙон, ваҡыт етерлек, Алла бирһә, барыһы ла үҙ урынына ултырыр, аңлашырбыҙ, һөйләшербеҙ.
Түҙемһеҙлек менән көткән минуттар яҡынлашты. Бына, ниһайәт, диктор «Новосибирск – Адлер» поезының беренсе платформаға килеп туҡтауы тураһында хәбәр итте.
– Ҡуҙғалайыҡ, – тип, Камил Галинаның ике сумаҙанын ике ҡулына алып перронға атланы. Үҙҙәренең вагонын табып, урындарына инеп ултырҙылар ҙа бер-береһенә ҡарап сәбәпһеҙ йылмайышып ҡуйҙылар.
Сумаҙандарын урынлаштырып та өлгөрмәнеләр, поезд ҡуҙғала башланы. Галя бер янып, бер һүнгән урамдағы электр бағаналарындағы лампалар яҡтыһы төшкән урамға күҙ һалды. Унда кемдеңдер ҡосаҡлашып күрешкәне, кемдер поезд артынан йүгереп, яҡынын оҙатып хушлашҡаны күренде.
– Йә, Хоҙай, ҡуҙғалдыҡ, – тип Галина тынысланып, Камилы янына һыйынып ултырҙы.

***
Ултыра-ятып ике-өс сәғәт тирәһе ваҡыт уҙғандан һуң поезд оло ғына бер станцияла туҡтап ҡалды. Поезд тәҙрәһенән ҡарап килгән Галина йоҡлап ултырған Камилды уятып:
– Мә, Камил анауы өйәңке ағасы артында йыраҡ түгел кибет күренә, юлға аҙыҡ-түлек алып кил, – тип уға аҡса һондо. – Тик шәберәк йөрө!
– Ә нимә алырға? – тине йоҡоһонан уянып та өлгөрмәгән Камил, аҡсаны алып.
– Нимә тип ни, үҙең ҡара...
– Йә, ярай, мин хәҙер, – тип Камил поездан йәһәт кенә төшөп, Галина күрһәткән кибеткә ҡарай йүгерҙе.
Тәҙрәнән түҙемһеҙлек менән күҙәтеп, көтөп торған Галинаға Камилдың кибеткә китеүенә оҙаҡ ваҡыт уҙған кеүек тойолдо. Ул борсола башланы, һәм юрағаны юш килде, кинәт поезд ҡысҡыртып ебәрҙе лә яйлап ҡуҙғала башланы.
Галина тамбурға ашыҡты, вагон ишеген асып Камилға ҡысҡырырға ине уйы, шул саҡ проводник:
– Гражданка! Ишекте асаһы булмағыҙ! – тине.
– Нисек асмайым, унда кеше тороп ҡалды бит, – тине Галина, иларҙай булып.
– Ниндәй кеше?
– Минең ирем... Әйткәндәй, ана, ҡарағыҙ ул йүгерә. Ана, ана, күрмәйһегеҙме ни? – тине, поезға табан йүгергән шәүләгә ҡулы менән ишаралап.
– Хәҙер бер нимә лә эшләй алмайым, гражданка, барығыҙ вагонға инегеҙ, – тип ҡаты ғына өндәште проводник. – Был һеҙгә автобус түгел, ҡапыл туҡтатып булмай, туҡтатырға ла ярамай, һуңлайбыҙ.
– Ә мин хәҙер ни эшләйем, – тип Галина иламһырап, ултырған урынына йүнәлде.
– Ни эшләйһең, ул бит бала-саға түгел, берәй әмәлен табып ҡыуып етер, – тине проводник, Галинаны тынысландырырға тырышып.
Галяһынан тороп ҡалғас, Камил алған аҙыҡ-түлектәренә ҡағылмайынса, кире кибеткә тапшырып аҡсаһын алды. Барыһын да һөйләп биргәс, кибеттәге һатыусы, уның хәлен аңлап, кәрәкле сумманы ҡайтарып бирҙе. Камил йәһәтерәк вокзал кассаһына йүгерҙе, Өфөгә саҡлы билет алырға ашыҡты. Бер сәғәттән ул Өфө йүнәлешендәге поезда елдерә ине инде. Өфөгә барып етһә, Стәрлетамаҡ яғына поездар йыш йөрөй, һис юғында тауар поезына ла ултырырға була.
Камил ултырып килгән тауар поезы Төкөн станцияһын уҙып китеп, Аҡкүл станцияһына килеп туҡтаны. Йәһәт кенә тамбурҙан һикереп төшөп, вокзал перроны янына ыңғайланы Камил.
– Һаумыһығыҙ, Камил ағай, – тигәнгә һиҫкәнеп китте ул.
Уның ҡаршыһында ауылдашы Ғәбделрәшит ағайҙың өлкән ҡыҙы Рәйсә тора ине.
– Һау ғына әле, – тип яуапланы Камил.
– Беләһегеҙме, һеҙҙе ауылда юғалтҡандар бит, хатта имеш-мимеш хәбәрҙәр ҙә йөрөй.
– Ниндәй имеш-мимеш хәбәрҙәр ул, Рәйсә туғаным?
– Имеш, һеҙ, кәләшегеҙ Галина еңгәйҙе Ағиҙелгә батырып үлтергәнһегеҙ ҙә үҙегеҙ ҡасып йөрөйһөгөҙ икән. Ул ғына ла түгел, кисә участка милиционеры ла һеҙҙе эҙләп йөрөнө.
– Нимә, улар аҡылдан яҙғандармы әллә? – тип аҡланырға тырышты Камил.
Йәтеш кенә тура килгән колхоз машинаһына ултырып, өйөнә ҡайтып етеп, бер сынаяҡ сәй эсергә лә өлгөрмәне Камил, урамда участка милиционеры күренде.
– Нимә, ҡайтып еттеңме?
– Эйе, ҡайтып еттем.
– Бисәңде оҙаттыңмы?
– Оҙаттым...
– Нимә, Ағиҙел төбөнәме?
– Юҡ, ул тыуған яғына ҡайтып китте, – тине Камил.
– Бына ошолар тураһында бер нимәне лә ҡалдырмай аңлатма яҙырһың, – тип, Камилға ҡағыҙ бите һондо.
Камил аңлатмаға барыһы тураһында ла хәтерләп, бәйнә-бәйнә яҙып бирҙе. Нисек итеп Төкөн тимер юлы станцияһында ауылдашы Һаҙый ағаларын осратҡаны, кәләше Галина менән нисек айырылышыуы һәм нисек итеп бөгөн тауар поезына ултырып ҡайтыуы, Аҡкүл тимер юлы станцияһында төшөп ҡалыуы тураһында аңлатмаһында бәйән итте.
Был хәл нимә менән бөтөр ине уныһы билдәһеҙ, мәгәр Галинанан Фәррәхтәргә ун биш-егерме көндән һуң хат килеп төшмәһә. Камил был хатты Фәррәхтән алып уҡыны ла участковыйҙың өҫтәленә быраҡтырҙы...
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Йәшлегендә яңылышып, өтәләнеп өйләнгән украин ҡыҙы менән бергә була алмағас, оҙаҡ ҡына ваҡыт Камил яңғыҙы йәшәне. Йәшлегендә яратып йөрөгән Наиләһе менән дә бер нимә лә килеп сыҡманы. Уныһы, бәлки, Камилдың хыянатын кисерә алмағандыр. Хәҙер инде һәр кем үҙ тормошо менән йәшәй.
Галина башҡаса кейәүгә сыҡманы. Одессаға апаһы менән еҙнәһе янына ҡайтып, уларҙа дүрт-биш йыл йәшәгәндән һуң, әсәһе Александра Ивановна донъя ҡуйғас, уның ауылдағы йорт-ҡураһын һатып, диңгеҙ буйында үҙенә йорт һатып алды. Урам тулы емеш-еләк үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, йәйге миҙел ваҡытында квартиранттар тотоп, үҙ яйы менән йәшәп ята. Нисек кенә булмаһын, Галина тормошонда Камилды тәү күреүҙән оҡшатып, уға ҡарата үҙенең һөйөүен һаҡлап ҡалырға тырышты. Галинаның — Виталигына, ә Камилдың Наиләһенә хыянат итеүе, уларҙың йәшлегендә ҡылған оло хаталары, йөрәк түрендә мәңге уңалмаҫ яра булып уйылып ҡалды.

Фото: https://ru.freepik.com/free-ai-image/people-hugging-celebrate-hugging-day_173011044.htm#fromView=search&page=1&position=4&uuid=25cac57e-d8ff-481c-a9aa-e0f0c1c39b54&query=девушка+и+парень++поезд

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас