Бөгөн Әлшәй районында мөһим ваҡиға — Үҙәк китапхананы рәсми асыу булды. Уға Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова исеме бирелде.
Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Һәм Башҡортостандың яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Яҡшығолова, "Йәшлек" гәзите хәберсеһе Алһыу Ишемғолова һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар һәм район халҡы ҡатнашты. Был ваҡиғаның Әлшәй районы өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн дә мөһимлеген билдәләй.
-Тыуған ерен һәм уның кешеләрен данлаған шағирәнең исемен биреү яңы быуын ижадсыларын илһамландырасаҡ һәм Әлшәй районында әҙәбиәтте популярлаштырыу эшен дауам итергә мөмкинлек бирәсәк, - тине үҙ сығышында Айгиз Ғиззәт улы.
Китапхана ысын мәғәнәһендә мәҙәни тормош үҙәге булыр, унда һәр кем башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк мираҫына ҡағыла алыр. Гөлфиә Юнысованың исеме бында һәр осорҙа ла һөйөү һәм ихтирам менән яңғырар.