+21 °С
Болотло
Дәүләт думаһы депутаты Виктор Таранин яңы закон ҡабул итеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаған. "Рәсәйҙә көслө заттарҙың 30 проценты буйҙаҡтар. Йыл һайын Дубайға ял итергә сапҡан йәштәрҙең күбеһе бала табырға ашыҡмай. Ғаиләһеҙ, ирекле тормошто һайлаған ирҙәрҙең эш хаҡынан 20 процентын һалымға алып ҡалырға кәрәк. Шул ваҡытта, бәлки, ғаиләле булырға ашығырҙар", - ти сәйәсмән.
Халыҡтың күп өлөшө депуттатың фекере менән килешмәүен белдергән. Сөнки никахтары рәсми теркәлгән ғаиләләр ҙә, балалары тыуыу менән, пособие алыр өсөн айырылышыуҙы хуп күрә.
Фото интернет селтәренән алынды.