Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Апрель 2025, 10:00

Шырпы уйынсыҡ түгел

Өлкәндәргә балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға ла, былтырғы ҡоро үләндән тирә-яҡты таҙартырға ла кәрәк. Янғын хәүефһеҙлеге тураһында үҙебеҙ ҡайғыртмаһаҡ, ҡыҙыл әтәс берәүҙе лә аямай!

Шырпы уйынсыҡ түгелШырпы уйынсыҡ түгел
Шырпы уйынсыҡ түгел

Бынан бер нисә көн элек Учалы районының Абҙаҡ ауылында бер нисә йорт-ҡаралты янған. Шулай уҡ, ун һигеҙ баш мал да зыян күргән. Янғындың сығыуына балалар ғәйепле, тиҙәр. 

Ҡыҙыл әтәс берәүҙе лә аямай. Бурҙан ҡалыр, уттан-һыуҙан ҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булайыҡ. Йәнә баҡсаны, урам буйҙарын былтырғы ҡоро үләндән таҙартайыҡ. 

Шырпы уйынсыҡ түгел
Шырпы уйынсыҡ түгел
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас