+21 °С
Болотло
Аҙна башында, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Коммунистик урамы 75 һанлы йорттың бер фатирында экзотик йыландарҙың береһенә тап булалар. Ҡотҡарыусылар килеп ҡасҡын һөйрәлеүсе йән эйәһен тоталар. Бындай йыланды кем аҫырауы тураһында әлегәсә билдәһеҙ. Террариум эсендә бер генә йылан булғанмы? Әгәр ҙә, юҡ икән, унда йәшәгән башҡа йән эйәләре ҡайҙа? Стәрлетамаҡ халҡы әлеге ваҡытта шул һорауҙарға яуап эҙләй.