+21 °С
Болотло
Ял көндәрендә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡарлы-ҡатыш ямғыр яуасаҡ, тип хәбәр итте синоптиктар.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, шәмбе, 5 апрелдә, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, төндә ҡарлы-ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Ел урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә-1, +4 градус, көндөҙ +10, +15.
Йәкшәмбе, 6 апрелдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ ҙә, төндә лә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта +8 градусҡа тиклем.