Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Апрель 2025, 15:08

Афарин, Рәмзил!

Ғафури егете көрәштә алдынғылыҡты бирмәгән.  

Афарин, Рәмзил!Афарин, Рәмзил!
Афарин, Рәмзил!

4 - 6 апрель, Ҡазанда, Рәсәй Беренселеге уҙа. Ҡырҡ өлкә-республиканан дүрт йөҙгә яҡын спортсы төрлө йүнәлештә үҙҙәренең һәләтен, таҫыллығын күрһәткән. Ғафури районы егете, 2007 - 2008 йылғы үҫмерҙәр араһында, 55 кг ауырлыҡта Рәмзил Кинйәбаев көрәштә беренсе урын алған.

"Рәмзил Ҡарағай урта мәктәбен тамамлаған. Спортҡа физкультура уҡытыусыһы Азат Рәшит улы Хәбибуллин ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Бөгөнгө көндә Рәмзил  Ишембай нефть колледжы студенты. Әлеге ваҡытта тренер Кинйәбаев Айнур Илнур улында шөғөлләнә. Июнь айында Рәмзил донъя кимәлендәге ярыштарҙа Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Уға уңыштар, береһенән-береһе ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ", - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте Башлығы Венер Вахитов. 

Афарин, Рәмзил!
Афарин, Рәмзил!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас