+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда көндәр әкренләп йылыта башлай. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгә, 16 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә 0, +5° булыуы көтөлә, көндөҙ һауа температураһы +13, +18° тиклем күтәрелә.