+24 °С
Ямғыр


Ял көндәренә һауа торошо билдәле булды. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шәмбе, 19 апрелдә, көн дауамында яуым-төшөм көтөлмәй. Көньяҡ-көнбайыш ел уртаса көс менән иҫәсәк, көндөҙ көсәйеүе ихтимал. Төнгө температура +2 - +7 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ һауа +16° c+21 ° C тиклем йылытасаҡ. Икенсе көндө, 20 апрелдә, һауа торошо ҡоро ҡала, ҡайһы бер райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыш йүнәлешен талғын, көндөҙ көсәйә. Төндә термометр бағанаһы +5...+10°C күрһәтәсәк, ә көндөҙ һауа +18...+23°C тиклем йылытасаҡ.