Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Апрель 2025, 06:16

Ул ҡыҙҙарға һары күлдәк кейҙерәләр

Ике һуғыш юлын үткән әҙиптең тыуыуына быйыл 135 йыл була. Яҡлаусыһыҙ ҡалғас, фәхешханаларҙа эшләргә мәжбүр ителгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышын тәүгеләрҙән булып үҙ әҫәрҙәрендә сағылдырған, башҡорт әҙәбиәтендә роман жанрына нигеҙ һалыусы, яҙыусы, драматург Афзал Таһировтың тормошонан ун ваҡиға. 

Ул ҡыҙҙарға һары күлдәк кейҙерәләрУл ҡыҙҙарға һары күлдәк кейҙерәләр
Ул ҡыҙҙарға һары күлдәк кейҙерәләр
  1. 1890 йылдың 25 октябрендә Һамар өлкәһендә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
  2. Афзал Таһиров тәүҙә Ҡазан мәҙрәсәһендә, һуңынан Ырымбурҙағы «Хөсәиниә» мәҙрәсәһендә уҡый.
  3. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
  4. Халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, индустриализация һәм ауылдарҙы коллективлаштырыу осоронда Афзал Таһиров совет, партия һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡара.
  5. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың аяныслы яҙмышы тураһында әсенеп яҙған ул. Бигерәк тә "Һатылған ҡыҙҙар" тигән хикәйәһе, ҡыҫҡа ғына булһа ла, тетрәндерерлек. Аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында яҡындары Өфөләге фәхешханаларҙың береһенә килтереп тапшырған бәхетһеҙ ҡыҙҙар тураһында уның был әҫәре.
  6. Әйткәндәй, фәхешханалар Богородская (Революционная) һәм Сибирская (Мингажева) урамдарында төҙөлгән ябай ағас йорттарҙа урынлашҡан була, уларҙа белемһеҙ крәҫтиән һәм мещан ҡатын-ҡыҙҙар тотола. Хужаларҙың береһе Камалетдин Ибәтуллиндың исеме менән был йорттарҙы "Камалейкины палаты" тип атағандар.
  7. Унда "эшләгән" ҡатындар юл саттарына танылып торор өсөн һары күлдәк кейеп сыға торған булған.
  8. Афзал Таһиров Октябрь революцияhына тиклем үк әҫәрҙәр яҙа башлай. Уның тәүге «Бисура» комедияһы 1907 йылда яҙыла, аҙаҡ «һатылған ҡыҙҙар», «Әтрәгәләмдәр», «Йәмәлкә тауы» кеүек проза әҫәрҙәре баҫылып сыға. Совет власы шарттарында уның ижады айырыуса активлаша. «һалдаттар», «Ҡыҙыл гвардеецтар», «Ҡыҙыл армеецтар» романдарын, «Иген фабригы», «Машиналар ҡаны», «Тәүге көндәр», «Комсомол», «Штурвалсы» кеүек повестарын һәм бик күп һандағы хикәйә һәм очерктарын ижад итә. Әҙип проза менән бергә драма жанрыңда ла актив эшләне. Уның бөтәһе егермеләп сәхнә әҫәрҙәре бар. Айырыуса «Алатау». «17—30», «Үрнәк», «Завод», «Ҡалдыҡтар», «Себерәк Ғилман» кеүек драма әҫәрҙәре театрҙар сәхнәһендә йыш ҡуйылды. Күренекле яҙыусының байтаҡ прозаик, драматургик әҫәрҙәре рус һәм башҡа телдәргә лә тәржемә ителгән.
  9. Ҡанлы 1937 йыл, башҡа бик күп башҡорт зыялыларыныҡын кеүек, Афзал Таһировтың да ғүмерен ҡыя. Мәскәүҙә уны “халыҡ дошманы” яһап атып үлтерәләр.
  10. Өфө һәм Учалы ҡалаларының урамдарына уның исеме бирелгән. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. 1934—1937 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1934—1936 йылдарҙа Бөрө татар училищеһы уның исемен йөрөткән.

Фото интернеттан алынды. 

Ул ҡыҙҙарға һары күлдәк кейҙерәләр
Ул ҡыҙҙарға һары күлдәк кейҙерәләр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас