

Һуғыш башланып өлгөргәнсе кейәүгә сыға алмайынса ҡалып, һуңынан иҫән ҡалған йәш яугирҙар өсөн йәштәре уҙған ҡатын-ҡыҙҙар ул заманда күп була. Байтағы кейәүгә сығыу, бала һөйөү бәхетенән ғүмерлеккә мәхрүм ҡала. Уларҙы халыҡ телендә Аллаһ кәләштәре тип атайҙар. Зөһрә менән Кәшфулла Ҡужиндар егеттең ата-әсәләренең өйө эргәһендә иҫке генә бер йортҡа башҡа сығалар. Өй алды кәртәләнмәгән була. Ошо Аллаһ кәләштәре яңы өйләнешкән парҙарҙың бәхетенә көнләшеп, бәлки, үсләшептер инде, ҡараңғы төшһә тәҙрәләрен туҡылдатып китәләр. Йәш ғаилә башлығы өй алдын ситән үреп уратып алғас ҡына, был хәл туҡтала.
Мәҡәләне тулы вариантта "Шоңҡар" журналының апрель һанында уҡығыҙ.